Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
13 Апрель 2018, 14:18

ҠАҘАЛҺА ИНДЕ…

Яҙ етеү менән ерҙең йылы төшкән участкаларына ҡышҡы йоҡонан һуң уянған тәүге талпандар сыға һәм шунда уҡ талпан энцефалиты, талпан боррелиозы (Лайм ауырыуы) менән ағыуланыу сығанағы булырға “әҙер тора”.

Ауырыуҙы ҡуҙғатыусы, нигеҙҙә, кешегә вирус менән зарарланған талпандар-ҙың ҡаҙалыуы аша тапшырыла. Үләндә йәки ағаста ултырған талпандар сабыр ғына яндарынан берәй хай-уандың йәки кешенең үткәнен көтә. Талпандар оса ла, һикерә лә алмай, улар эргәләренән үтеп барыусы йәки уларға ҡағылып киткән ҡорбанға тағыла йәки улар-ҙың өҫтөнә килеп төшә. Башҡа ҡан һурыусы бөжәктәр кеүек үк, талпандың тешләүе лә оҙаҡ ваҡыт һиҙелмәҫкә мөмкин, сөнки уларҙың һеләгәйендә ҡанды шыйыҡландырыусы (антикоагулянт) һәм ауыртыуҙы баҫа торған матдәләр бар. Нәҡ шул сәбәпле, ҡаҙалған талпанды эҙләп табыуҙың ябай, ләкин файҙалы сараларының береһе – урмандарҙан һәм ял итеү урындарынан сыҡҡанда үҙ-үҙеңде йәки бер-береңде тикшереп сығыу. Ата талпандар, инә талпандарҙан айырмалы рәүештә, бик ҡыҫҡа ваҡыт-ҡа ғына йәбешә, шуға күрә ауырыусыларҙың байтағы тешләү фактын иҫләмәй.

Урманға бармаған кешеләрҙең дә зарарланыуы ихтимал. Башҡа кешеләрҙең әйберҙәренә, сәскәләргә, ботаҡтарға йәки хайуандар-ға йәбешеп ингән талпандар арҡаһында ла килеп сыға бындай хәл.

Зарарланыуҙың икенсе юлы – ҡайнамаған кәзә һөтөн аҙыҡ итеп ҡулланыу. Талпандар күпләп һөжүм иткән осорҙа вирустың һөттә булыуы мөмкин. Шулай уҡ талпан энцефалиты менән һыйыр һөтө аша ла ағыуланыу ихтималлығы йәшәп килә. Шуға күрә, был продуктты ҡайнатып ҡына файҙаланырға кәрәк.

Талпанды иҙгән ваҡытта вирус тәнгә ыуылып йәки тешләгән урынды тырнағандан һуң да сирләп китергә мөмкин.


Талпан тешләүҙән һаҡланыу буйынса кәңәштәр

Урманға йыйынғанда талпан һөжүменән үҙегеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ:

- беләҙектәре тығыҙ һылашып торған оҙон еңле әйбер кейегеҙ; салбарҙы оҙон ҡуңыслы итектәргә ҡыҫтырығыҙ (аяҡ кейем әйберҙе ҡыҫтырыу өсөн табандың арт яғын һәм бәкәлде ябыр-ға тейеш); мотлаҡ баш кейеме алығыҙ (яулыҡ йәки шапка); асыҡ төҫтәге әйбер һайлағыҙ, унан эләккән талпанды күреүе еңелерәк; әйберегеҙҙе талпандарға ҡаршы репеллент менән эшкәртегеҙ; урманда йөрөгәндә һуҡмаҡтың уртаһынан барырға тырышығыҙ, бейек үләндәрҙән һәм ҡыуаҡтар-ҙан һаҡ булығыҙ.


Талпанды тәндән нисек алырға

Ҡаҙалған талпанды ипләп кенә алыу өсөн томшоғона яҡыныраҡ итеп еп менән уратып бәйләгеҙ, артабан уның остарын ян-яҡҡа ҡаратып һуҙығыҙ һәм киҫкен хәрәкәттәр эшләмәй генә талпан тулыһынса сыҡҡансы өҫкә тартығыҙ. Шулай уҡ тәнгә ниндәй ҙә булһа май һөртөргә була –һауа етмәүҙән бөжәк әкренләп хәлһеҙләнә һәм үҙенән-үҙе килеп сыға.

Әгәр ҙә талпанды тулыһынса сығара алманығыҙ һәм уның башы тәндә ҡалды икән (ҡара нөктә кеүек күренә), уны ябай шырауҙы алған кеүек үк, булавка менән сығарырға кәрәк.

Бындай хәрәкәттәрҙән һуң, ҡулығыҙҙы йыуығыҙ һәм яраны йод йәки спирт менән эшкәртегеҙ.


Талпанды һис бер осраҡта ла ярамай:

иҙергә – әгәр ҙә талпан инфицирланған икән, уның эске органдарында вирус бар; өҙөргә– вирус бөжәктең һеләгәй биҙҙәрендә һәм башында туплана, өҙгән саҡта ул ярала ҡала (талпанды теш менән өҙөү тағы ла хәүефлерәк, был осраҡта инде вирус һис шикһеҙ организмға эләгәсәк).

Талпан энцефалитынан иң яҡшы профилактика – талпан ҡаҙалыуҙы иҫкәртеү һәм вакцинация. Прививка яһалмаған кешеләргә талпан ҡаҙалған осраҡта, тиҙ арала, ҡаҙалғандан һуң 4 көндән дә һуңламай, иммуноглобулин индерергә кәрәк.


Мәсетле районының теләгән бер кешеһе вакцинация яһата ала. Бының өсөн терапевта булғандан һуң район үҙәгендә йәшәгәндәргә үҙәк район дауаханаһының прививкалар яһау кабинетына (19-сы кабинет), башҡа ауылдарҙа йәшәгәндәргә үҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.