1. Һунар ваҡытында атырға ярамай:
- кешеләр йүнәлешендә, шулай уҡ снаряд уларҙан 15 метрҙан да яҡыныраҡ үтергә мөмкин булған осраҡта;
- осоу алыҫлығын һәм снарядтың ҡаҡсылыу мөмкинлеген иҫәпкә алып, һунарсы снарядтың туҡтау урынын күрмәгән йәки белмәгән осраҡта.
2. Коллектив һунар иткән ваҡытта коллектив һунар өсөн яуаплы кеше билдәләгән урынды әлеге кеше телдән рөхсәт бирмәйенсә ташлап китергә ярамай.
3. Иҫерек килеш һунар итергә ярамай.
4. Һунарсы һунар иткән ваҡытта хәүеф-һеҙлек белемдәрен, шул иҫәптән һунар мылтығы менән хәүефһеҙ тотоноу күнекмәләрен камиллаштырыуға һәм арттырыуға ынтылырға тейеш.
5. Һунар атыу ҡоралы менән тотонғанда түбәндәгеләрҙе үтәргә кәрәк:
- һунар мылтығы менән һәр ваҡыт ул ҡоролған һәм атырға әҙер кеүек итеп мөғәмәлә итергә;
- хәүефһеҙлек талаптарын һәм эксплуатациялау үҙенсәлектәрен үтәргә;
- атылмай ҡалған (осечка биргән) осраҡта ҡорал затворын 5 секундтан да иртә асмаҫҡа;
- транспортта ҡоралды яһағы алынған килеш һәм транспорт тараһында, футлярында йәки тышлығында йөрөтөргә.
5. Һунар атыу ҡоралы менән тотонған ваҡытта ярамай:
- ҡоралды кешегә йүнәлтергә;
- ҡоралдың төп узелдарын һәм механизмдарын (көбәген, затворын, барабанын, рамын, көбәк ҡумтаһын) үҙ аллы ремонтларға, уларға конструктив үҙгәрештәр индерергә.
лицензия-рөхсәт биреү эше инспекторы, полиция майоры.