Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
15 Март 2018, 18:09

Республика газ хеҙмәткәрҙәре көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыу буйынса күләмле кампания уҙғара

“Осҡондо янғынғаса һүндер, бәләне килгәнсе бор”, – ти халыҡ мәҡәле. Үкенескә күрә, бер-бер артлы үтеп торған көндәр ығы-зығыһында беҙ халыҡ аҡылын һирәк иҫкә төшөрәбеҙ. Һаҡланыу сараларына еңел-елпе ҡарау арҡаһында йыш ҡына ауыҙыбыҙ бешә. Көнкүреш газын хәүефһеҙ файҙаланыу тураһында һүҙ бар-ғанда, был айырыуса көнүҙәк булып ҡала.

1 марттан 31-енә тиклем “Газпром газ бүлеү Өфө” көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса республика айлығы уҙғара.

Башҡортостан Республикаһында махсуслаштырылған газ бүлеү ойошмаһы булараҡ, “Газпром газ бүлеү Өфө”нөң төп бурысы – торлаҡ йорттарға һәм сәнәғәт предприятиеларына өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ газ биреүҙе тәьмин итеү.

Танырға кәрәк, был йүнәлештә оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә газ хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен пропагандалауҙың иң һөҙөмтәле ысулдарын һәм формаларын тапты. Улар махсуслаштырылған кәңәшмәләр ҙә, фатирҙар буйынса йөрөп сығыу ҙа, предприятиеларҙа газ приборҙары менән файҙаланыу ҡағиҙәләре тураһында лекциялар ҙа.

Компания белгестәре халыҡтың бөтә ҡатламдарын да солғап алырға тырыша. Өлкәндәр, мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында газ приборҙары менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен иң яҡшы белеүгә конкурстар һәм викториналар беренсе йыл ғына уҙғарылмай.

Әлбиттә, йорттарҙа йәшәүселәр газ приборҙары менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙмаһа, күп кенә бәхетһеҙлектәрҙе урап үтергә мөмкин булыр ине. Ә тағы ла мөһимерәге – газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереүҙе ваҡытында – йылына бер тапҡырҙан да кәм уҙғармаһалар.


Газ приборҙарын файҙаланғанда:

* газ менән һыу йылытҡыстар-ҙы, йылытыу мейестәрен ҡабыҙыр алдынан һәм улар эшләгәндә төтөн юлдарындағы тартыу көсөн тикшерегеҙ;

* газ мейесен ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асырға онотмағыҙ;

* елләтеү каналдарындағы тартыу көсөн тикшерегеҙ;

* елләтеү каналындағы рәшәткәне обой менән ҡапламағыҙ;

* күп ҡатлы йорттарҙа шыйыҡ газ тултырылған баллондарҙы фай- ҙаланмағыҙ;

* газ үткәргескә еп бәйләмәгеҙ һәм газ плитаһы өҫтөнә әйбер кип- терергә элмәгеҙ;

* форточканы асығыҙ;

* һыу йылытыу колонкаһынан файҙаланғанда ишек аҫтындағы екте ҡапламағыҙ, был газдың тулыһынса янып бөтөүе өсөн кәрәкле һауа ағымын тәьмин итер;

* газдан файҙаланып бөткәс газ приборҙарындағы һәм уларҙың алдындағы крандарҙы ябығыҙ. Төндә һәм фатирҙан сыҡҡанда газ прибор-ҙарының ябылыуын мотлаҡ тикшерегеҙ. Приборҙарҙы эшләп торған килеш ҡалдырмағыҙ!

Фатирҙа, подъезда, подвалда һәм башҡа биналарҙа газ еҫен тойһағыҙ, шырпы ҡабыҙмағыҙ, тәмәке тартмағыҙ, электр яҡтыртыу һәм электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ һәм һүндермәгеҙ, газды ябығыҙ, бинаны елләтегеҙ, һаҡты ойоштороғоҙ һәм, газлы бинанан сығып, 04 (кеҫә телефонынан 104) телефоны буйынса авария газ хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. “Газпром газ бүлеү Өфө”нөң авария-диспетчер хеҙмәтләндереүе республика территорияһында тәүлек әйләнәһенә ғәмәлдә.

Шулай уҡ, иҫкә төшөрөү урынлы булыр, ҡышҡы осорҙа янғын сығыу, төҫһөҙ газ менән ағыуланыу ҡурҡынысы шаҡтай арта. Был осорҙағы фажиғәләрҙең төп сәбәптәре – мейестәрҙең һәм төтөн юлдарының дөрөҫ ҡоролмауы һәм уларҙы дөрөҫ файҙаланмау, газ приборҙары ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, ут менән һаҡһыҙ тотоноу. Һалҡын айҙарҙа боҙ, ҡар ҡатламдары, ҡоролма емереклеге булмаһын өсөн ваҡыты-ваҡыты менән төтөн һәм вентиляция торбалары ҡалпаҡтары торошон тикшереп торорға кәрәк. Тартыу көсһөҙ булған осраҡта кисекмәҫтән төтөн һәм вентиляция каналдарын таҙартырға кәрәк. Ҡағиҙәләргә ярашлы, газ приборҙарының хәүефһеҙ ҡулланылыуы һәм төтөн юлдарының төҙөклөгө өсөн йорт хужалары үҙҙәре яуаплы.

Боронғо замандарҙан уҡ кешеләр ағыулы газды “күҙгә күренмәҫ” ҡатил (кеше үлтереүсе) тип атаған. яныу продукты – углерод окисы (СО) был исемде тулыһынса аҡлай. Ул көтмәгәндә һиҙҙермәйенсә килеп, үлемесле һөжүм итә. Һауала ағыулы газ концентрацияһы 1,2 проценттан артҡан-да, 2-3 тапҡыр һулыш алғандан һуң аң юғала, кеше 3 минуттан кәмерәк ваҡыт эсендә үлә.

Уяу булығыҙ – газ менән йылытыу приборын ҡабыҙған һайын һәм ваҡыты-ваҡыты менән уның эшләгән ваҡытында тартыу булыу-булмауын түбәндәгесә тикшереп ҡарарға: газ приборының тикшереп ҡарай торған уйымына (уны ҡабыҙмай ғына!) тар ғына йоҡа ҡағыҙ киҫәген килтереп ҡарарға кәрәк. Әгәр ҡағыҙ киҫәге газ приборының әлеге уйымына табан ауышһа, ул саҡта тартыу бар, әгәр ауышмаһа – тартыу юҡ.

Тартыу көсө боҙолған осраҡта йорт хужалары һәм торлаҡ милекселәре ошо эшмәкәрлек төрөнә лицензияһы булған ойошмаларҙың белгестәрен саҡырырға бурыслы, улар етешһеҙлекте квалификациялы төҙәтәсәк. Шуның менән бергә эксплуатациялаған ваҡытта барлыҡҡа килгән барлыҡ газ ҡорамалдары төҙөкһөҙлөктәре “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалдары белгестәре тарафынан бөтөрөлөргә мөмкин. Бының өсөн ҡулланыусыға заявка менән компанияның тейешле филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ!

Көнкүрештә газ менән хәүефһеҙ тотоноу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәп, һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың да именлеген тәьмин итәһегеҙ!