Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
30 Ноябрь 2017, 02:00

Йоҡа боҙ хәүефле

Ноябрҙән декабргә тиклемге, йәғни тотороҡло һалҡындарға хәтле булған көҙгө боҙ ныҡлы түгел. Киске йәиһә төнгө һыуыҡ менән нығын-ған боҙ әле ҙур булмаған ауырлыҡты күтәрергә мөмкин, әммә көндөҙ, уның аша һарҡыған ирегән һыуҙан йылынып, етерлек ҡалынлыҡ һаҡланһа ла, ул күҙәнәкле һәм бик көс-һөҙгә әйләнә.

Боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре

* Һис бер осраҡта ла ҡараңғыла һәм көн аяҙ булмағанда боҙға сығырға ярамай.

* Боҙҙоң ныҡлығын тибеп ҡарап тикшерергә ярамай. Әгәр утын ағасы йә булмаһа саңғы таяғы менән бер тапҡыр ныҡ итеп һуҡҡандан һуң бер аҙ һыу күренһә, был, боҙ йоҡа, уның өҫтөнән йөрөргә ярамай, тигәнде аңлата. Был осраҡта үҙ эҙең буйлап аяҡтарҙы боҙҙан айырмайса шыуҙырып ҡына һәм ауырлыҡ ҙур майҙанға төшһөн өсөн уларҙы яурындар киңлегендә айырып баҫып шунда уҡ ярға сығырға кәрәк. Боҙҙа һағайтыусы сыртлауҙар булғанда һәм сатнаған урындар барлыҡҡа килгән ваҡытта ла шулай эшләйҙәр.

* Һыу ятҡылығы аша сығырға мәжбүр булғанда тапалған һуҡмаҡтан йәки алдан һалынған саңғы юлынан йөрөү хәүефһеҙерәк. Әгәр ҙә инде улар булмаһа, боҙға төшөр алдынан ныҡлы иғтибар менән тирә-яҡты күҙҙән үткәрергә һәм алда торған маршрутты билдәләргә.

* Төркөм менән һыу ятҡылығы аша сыҡҡанда бер-берегеҙ араһындағы арауыҡты (5-6 м) һаҡларға.

* Туңған йылға (күл) аша саңғы менән сығыу яҡшыраҡ, шуның менән бергә кәрәк саҡта тиҙ генә сисеп ташлау өсөн саңғы беркеткестәрен һәм ҡулдарға эленгән саңғы таяҡтарын элмәктәренән ысҡындырып ҡуйырға.

* Әгәр арҡағыҙҙа рюкзак булһа, боҙ уйылып киткән осраҡта йөктән тиҙ генә арыныу өсөн уны бер генә ҡулбашҡа элергә.

* Туңған һыу ятҡылығы аша сығырға тура килеү осрағына үҙең менән осонда йөгө һәм алдан әҙерләп ҡуйылған ҙур элмәге булған 20-25 метр оҙонлоғондағы ныҡлы бау алырға. Йөк бауҙы боҙ уйылып төшөп киткән осраҡта иптәшкә ырғытырға ярҙам итәсәк, ә элмәк бәләгә тарыған кеше уны ҡултыҡ аҫтарынан үткәреп бауға нығыраҡ тотона алһын өсөн кәрәк.

* Ата-әсәләргә ныҡлы үтенес: балаларығыҙҙы ҡараусыһыҙ үҙҙәрен генә боҙға ебәрмәгеҙ.

* Һыу ятҡылыҡтарындағы фажиғәләргә иң йыш сәбәпсе булған нәмә – ул алкоголдән иҫереү. Ундай кешеләр янаған ҡурҡынысты дөрөҫ баһалай алмай.


Әгәр балыҡсы икәнһегеҙ…

1. Тәрәнлеге кеше буйынан ҙурыраҡ булмаған урынын йәки ҡай- һы урындан ярға илтеүсе һай урынға сығырға мөмкин икәнлеген иҫтә тотоу өсөн балыҡ тоторға барасаҡ һыу ятҡылығын яҡшы белергә кәрәк.

2. Боҙҙоң барлыҡҡа килеү шарттары һәм ҡыштың төрлө ваҡытында уның үҙенсәлектәре тураһында, хәүефле боҙҙоң билдәләрен айыра белергә кәрәк.

3. Ярҙа торған килеш хәрәкәт маршрутын билдәләгеҙ.

4. Ярҙан боҙға һаҡ ҡына төшөгөҙ, сөнки ул ҡоро ер менән ныҡлап тоташмаҫҡа, сатнаған урындар, ә боҙ аҫтында һауа булырға мөмкин.


Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр

министрлығының БР буйынса баш идаралығы.