Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
20 Ноябрь 2017, 02:00

Ҡарҙар яуа тын ғына, юлдарҙа тайғаҡ бына

Көндәр һыуытыу менән урамда беҙҙе ҡайһы саҡ аяныслы эҙемтәләргә килтереүсе күңелһеҙлек һағалай. Ул – боҙлауыҡ. Бер кем дә уны “ул миңә янамай” тип әйтә алмай, ләкин һәр кемдең һаҡлыҡ сараһын күрергә хәленән килә. Тайғаҡта нисек дөрөҫ йөрөргә: • аяҡ аҫтына ҡарарға; • тигеҙлекте һаҡлау өсөн ҡулдар-ҙы кеҫәгә йәшермәҫкә, ике яҡҡа йәйеберәк атларға; • юлдың шымарып тайғаҡланмаған һәм бағаналар, стеналар һәм башҡа тотонорлоҡ терәктәр булырға мөмкин булған өлөшөнән атларға; • тубыҡтарҙы ҡатырмаҫҡа; • ашыҡмаҫҡа, йүгермәҫкә; • тотош табанға баҫырға, аяҡтар- ҙы ерҙән ныҡ күтәрмәҫкә, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа аҙымдар менән атларға. Әгәр ҡолағанһығыҙ икән, нимә эшләргә? 1-се көн. Һуғылған урынға башта полиэтиленға, шунан туҡымаға уралған һалҡын предмет ҡуйырға, тик 20 минуттан да оҙаҡҡа түгел һәм 5-шәр минутҡа ҡуйып-ҡуйып алырға (был ныҡ шешенергә һәм елһенергә бирмәй). 2-се көн. Һуғылған ергә йодтан сетка яһарға, ул бәрелгән урындың уңалыуын тиҙләтәсәк һәм күгәреүҙән тиҙерәк ҡотолорға ярҙам итәсәк. 3-сө көн. Шеше бөткәс, бәрелгән ергә йылытҡыс ҡуйырға, йәиһә йылытыусы маздар файҙаланырға мөмкин. Әгәр йығылғандан һуң быуындар тирәһендә ауыртыу, баш әйләнеүен, йәрәхәтләнгән аяҡ-ҡулдарығыҙҙа киҫкен ауыртыу тойһағыҙ, ашығыс рәүештә табипҡа күренегеҙ! Тайғаҡта автомобилдә йөрөү ҡағиҙәләре 1. Автомобилегеҙҙә йәйге, хатта бөтә миҙгелдәрҙә йөрөй торған шиндар торған хәлдә лә – бындай көндәр-ҙә юлға сыҡмау хәйерлерәк. 2. Боҙҙа төп дошман – тиҙлек. Тап ошондай ваҡытта “Ашыҡҡан – ашҡа бешкән”, “Ашыҡһаң да, ҡабаланма” мәҡәлдәрен ҡулланыу урынлы. Хәрәкәт тиҙлеге ни тиклем аҙыраҡ булһа, автомобилегеҙ һеҙгә шунса нығыраҡ буйһонасаҡ. 3. Дистанцияны һаҡлағыҙ. 4. Руль менән дә, педалдәр менән дә киҫкен хәрәкәттәр эшләргә ярамай. Һәр маневр, тиҙлекте арттырыу йәки кинәт туҡтау машинаны көрткә индерергә мөмкин.Рәсәй МЧС-ының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы.