Мәсетле тормошо
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
16 Октябрь 2017, 02:00
Граждандар оборонаһы ойошторолоуға – 85 йыл
4 октябрҙә илебеҙҙең Граждандар оборонаһының барлыҡҡа килеүенә 85 йыл тулды. Ул ошо дәүер эсендә формалашыу һәм үҫешеү юлын үтеп, дөйөм дәүләт оборона сараларының мөһим өлөшөнә әүерелде. Шуға бәйле 2017 йыл Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһында Граждандар оборонаһы йылы тип иғлан ителде һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында байтаҡ мәғлүмәт-пропаганда саралары планлаштырылды. Тәү сиратта, ул – башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары һәм ойошмаларының вазифалы шәхестәре ҡатнашлығында граждандар оборонаһы объекттарында норматив-хоҡуҡи һәм методик документтар талабын күҙәтеү буйынса практик дәрестәр, шулай уҡ тренировкалар һәм тактик-махсус күнекмәләр. Граждандар оборонаһы ғәскәре заманса ҡотҡарыу үҙәктәрен, хәрби ҡотҡарыу формированиеларын, фәнни-тикшеренеү институттарын, уҡыу йорттарын, Рәсәй Федерацияһы субъ-екттары буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең территориаль органдарын һәм үҙәк аппаратын үҙ эсенә ала. Граждандар оборонаһының төп өҫтөнлөгө–халыҡты хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлексәләре, граждандар хәүефһеҙлеге өсөн яуап биреүсе оператив хеҙмәттәр ғәҙәттән тыш хәлдәргә сығырға даими рәүештә әҙер. Граждандар оборонаһының бөгөнгө бурыстары Бөгөн Граждандар оборонаһы етди мәсьәләләрҙе хәл итә: граждандар оборонаһы өлкәһендә халыҡҡа белем бирә, хәүеф-хәтәрҙәр тураһында халыҡты мәғлүмәтләндерә һәм хәбәр итә. Тәбиғәт һәм техноген характер-ҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр барлыҡҡа килгәндә халыҡты, матди һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе хәүеф янамаған районға эвакуациялау буйынса план ҡора һәм уны тормошҡа ашыра, халыҡҡа һаҡланыу сараларын тәҡдим итә, хәүеф янағанда авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәрә һәм башҡа бик күп бурыстар-ҙы башҡара. Һәр ҙур ғәҙәттән тыш хәл – янғын булһынмы, ташҡынмы йәки техноген һәләкәтме – һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәклеген күрһәтә. Бының өсөн Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы үҙ көстәрен һәм сараларын әҙер тотоуға, Граждандар оборонаһы идаралығының бәйләнешле органдары эшен координациялауға, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә байтаҡ иғтибар бүлә. Ҡотҡарыу ғәскәрҙәре, дәүләт янғынға ҡаршы бүлексәләр һәм авария-ҡотҡарыу формированиелары заманса техник саралар менән тәьмин ителә. Бөтә көстәр ҙур хәл-ваҡиғалар-ға сығыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға һәм уларҙы юғары хәрәкәтсәнлек менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Халыҡты әҙерләү Республика халҡын әҙерләү кешеләрҙең төрлө төркөмдәре өсөн ойошторолған. Вазифалы кешеләр һәм граждандар оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялауҙың берҙәм дәүләт системаһы белгестәре, шулай уҡ эшләп йөрөүсе халыҡ республика уҡытыу-методика үҙәгендә, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса муниципаль курстарҙа раҫланған программалар буйынса әҙерлек үтә. Белем Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне сиктәрендә бирелә. Эшләмәгән халыҡ торлаҡ-коммуналь учреждениелар һәм белем биреү ойошмалары базаһында ойошторолған граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыу-консультация пункттарында курстар үтә. Бөтәһе ошондай 703 пункт булдырыл-ған.Практик күнекмәләрҙе нығытыу өсөн даими рәүештә тренировкалар үткәрелә, бынан тыш тормош хәүеф-һеҙлеге буйынса айлыҡтарға ярашлы халыҡ араһында йәшәү хәүефһеҙлеге мәҙәниәтен пропагандалау буйынса төрлө саралар уҙғарыла.
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы