Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
2 Октябрь 2017, 02:00

Төп бурыс – халыҡ хәүефһеҙлеге

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Граждандар оборонаһы 4 октябрҙә илебеҙҙең Граждандар оборонаһының барлыҡҡа килеүенә 85 йыл тула. Ул ошо дәүер эсендә формалашыу һәм үҫешеү юлын үтеп, дөйөм дәүләт оборона сараларының мөһим өлөшөнә әүерелә. Шуға бәйле 2017 йыл Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһында Граждандар оборонаһы йылы тип иғлан ителде һәм Баш- ҡортостан Республикаһы территорияһында байтаҡ мәғлүмәт-пропаганда саралары планлаштырылды. Тәү сиратта, ул – башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары һәм ойошмаларының вазифалы шәхестәре ҡатнашлығында граждандар оборонаһы объекттарында нормативхоҡуҡи һәм методик документтар талабын күҙәтеү буйынса практик дәрестәр, шулай уҡ тренировкалар һәм тактик-махсус күнекмәләр. Граждандар оборонаһы ғәскәре үҙ эсенә заманса ҡотҡарыу үҙәктәрен, хәрби ҡотҡарыу формированиеларын, фәнни-тикшеренеү институттарын, уҡыу йорттарын, Рәсәй Федерацияһы субъекттары буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең территориаль органдарын һәм үҙәк аппаратын ала. Граждандар оборонаһының төп өҫтөнлөгө – халыҡты хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү. Янғын һүндереү- ҡотҡарыу бүлексәләре, граждандар хәүефһеҙлеге өсөн яуап биреүсе оператив хеҙмәттәр ғәҙәттән тыш хәлдәргә сығырға даими рәүештә әҙер. Башҡортостан Республикаһында Дөйөм Рәсәй халыҡҡа мәғлүмәт биреү һәм хәбәр итеү комплекслы системаһы (ОКСИОН) эшләй. Ул йәшәйеш хәүефһеҙлеге өлкәһендә халыҡтың әҙерлек кимәлен арттырыу өсөн уңышлы файҙаланыла. ОКСИОН-дың төбәктәге ярҙамсы системаһын артабан үҫтереү маҡсатында Баш идаралыҡ тарафынан Беренсе маршрут телевидениеһы менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мәғлүмәт материалдарын Өфө ҡалаһында дөйөм файҙаланыштағы транспорттарҙа экрандарға сығарыуҙы тормош-ҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек ойошторолған. Граждандар оборонаһы тураһында һәр кем белергә тейеш. Халыҡҡа үҙенә һәм башҡаларға ярҙам күрһәтеү, авария-ҡотҡарыу һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәр үткәреү буйынса сараларҙы өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленә. Граждандар оборонаһының бөгөнгө бурыстары Бөгөн Граждандар оборонаһы етди мәсьәләләрҙе хәл итә: граждандар оборонаһы өлкәһендә халыҡҡа белем бирә, хәүеф-хәтәрҙәр тураһында халыҡты мәғлүмәтләндерә һәм хәбәр итә. Тәбиғәт һәм техноген характер-ҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр барлыҡҡа килгәндә халыҡты, матди һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе хәүеф янамаған район- ға эвакуациялау буйынса план ҡора һәм уны тормошҡа ашыра, халыҡҡа һаҡланыу сараларын тәҡдим итә, хәүеф янағанда авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәрә һәм башҡа бик күп бурыстарҙы башҡара. Һәр ҙур ғәҙәттән тыш хәл – янғын булһынмы, ташҡынмы йәки техноген һәләкәтме – һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәклеген күрһәтә. Бының өсөн Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы үҙ көстәрен һәм сараларын әҙер тотоуға, Граждандар оборонаһы идаралығының бәйләнешле органдары эшен координациялауға, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә байтаҡ иғтибар бүлә. Ҡотҡарыу ғәскәрҙәре, дәүләт ян-ғынға ҡаршы бүлексәләр һәм авария-ҡотҡарыу формированиелары заманса техник саралар менән тәьмин ителә. Бөтә көстәр ҙур хәл-ваҡиғаларға сығыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға һәм уларҙы юғары хәрәкәтсәнлек менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Халыҡты мәғлүмәтләндереү Әлеге ваҡытта халыҡҡа хәбәр итеү системаһы электр системалары, радиотрансляция селтәрҙәре, шулай уҡ радио- һәм телетапшырыуҙар, кабель телевидение, телефондар, интернет һәм ОКСИОН аша тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы территорияһында халыҡҡа ашығыс рәүештә хәбәр итеүҙең 55 зонаһы билдәләнгән. Улар тәбиғи һәм техноген хәүеф мөмкинлеге ҙур булған территориялар. Сөнки ҡайһы саҡ мәғлүмәтте халыҡҡа һанаулы секундтар эсендә еткерергә кәрәк, ә был эш автоматик режимда ойошторолғанлыҡтан, ваҡыт параметры күпкә кәмей. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа хәбәр итеү сигналын ишетеү менән һеҙгә урындағы теле- йәки радио каналдарҙы ҡабыҙырға һәм артабанғы инструкцияларҙы ентекләп тыңларға кәрәк. Бынан һуң урамдарҙа, биналарҙа объекттарҙа ҡуйылған тауыш көсәйткестәр һәм радионөктәләр аша граждандарға артабан нимә эшләргә кәрәклеген хәбәр итәләр. Әгәр ҙә бындай радионөктәләр ҡуйылмаған икән, был саҡта тауыш көсәйткес системалары менән йыһазландырылған автомобилдәр йәлеп ителәсәк. Граждандар оборонаһы өлкәһендә халыҡты әҙерләү Республика халҡын әҙерләү кешеләрҙең төрлө төркөмдәре өсөн ойошторолған. Вазифалы кешеләр һәм граждандар оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялауҙың берҙәм дәүләт системаһы белгестәре, шулай уҡ эшләп йөрөүсе халыҡ республика уҡытыу-методика үҙәгендә, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса муниципаль курстарҙа раҫланған программалар буйынса әҙерлек үтә. Белем Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне сиктәрендә бирелә. Эшләмәгән халыҡ торлаҡ-коммуналь учреждениелар һәм белем биреү ойошмалары базаһында ойошторолған граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыу-консультация пункт-тарында курстар үтә. Бөтәһе ошондай 703 пункт булдырылған. Практик күнекмәләрҙе нығытыу өсөн даими рәүештә тренировкалар үткәрелә, бынан тыш тормош хәүеф-һеҙлеге буйынса айлыҡтарға ярашлы халыҡ араһында йәшәү хәүефһеҙлеге мәҙәниәтен пропагандалау буйынса төрлө саралар уҙғарыла. Һаҡлау ҡоролмалары тураһында мәғлүмәт Республика территорияһында граждандар оборонаһының 2 меңгә яҡын һаҡлау ҡоролмалары иҫәпләнә. Уларҙың бер өлөшө файҙаланыуға яраҡһыҙ. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, уларҙы файҙаланыуға яраҡлы итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Улар-ҙы үҙ балансында тотҡан ойошмалар ваҡытында техник хеҙмәтләндереү һәм ремонт эшләргә тырыша. 2016 йылда һаҡлау ҡоролмалары һанын оптималләштереү уҙғарылды. Һаҡлау һәләтен юғалтҡан объекттар иҫәптән алынды. Улар урынына икенселәре булдырылды. Халыҡты коллектив һаҡлау саралары менән тәьмин итеү контролдә тотола. Граждандар оборонаһы айлығы тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре төрлө тәбиғи һәм техноген характерҙағы хәүефтәрҙән һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр-ҙән халыҡты һаҡлау мәсьәләләренә төбәк халҡының иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында октябрь-ноябрҙә төрлө саралар уҙғарасаҡ. Граждандар оборонаһы айлығы сиктәрендә мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн дәрестәр, осрашыуҙар, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының подразделениеларына экскурсиялар, күнекмәләр, ярыштар, күргәҙмәләр уҙғарыла. Бынан тыш тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса асыҡ дәрестәр ойоштороласаҡ, уларҙа уҡыусыларға ГО тарихы, көнкүрештә, урамда, ауылдан ситтә экстремаль хәлдәрҙә үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеге тураһында һөйләйәсәктәр. ГО айлығы ваҡытында был мәсьәләләрҙе киң яҡтыртыу, халыҡтың иғтибарын төрлө хәүефтәрҙән һаҡланыу ысулдарына әҙер булыуҙың мөһимлегенә йүнәлтеү планлаштырыла. Бының өсөн халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа уҡыу күнекмәләренән тыш техника һәм ҡорамалдар күргәҙмәһе буласаҡ, заманса ҡотҡарыу саралары күрһәтеләсәк. Беҙҙең тәү бурыс – мөмкин тиклем күберәк халыҡты йәлеп итеү. Граждандар оборонаһы тураһында һәр кем белһен өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге.