Балаларығыҙҙы төндә йөрөтмәгеҙ
Кистәрен һәм төндәрен урамда ололарҙан башҡа йөрөп, балалар-ҙың һәм үҫмерҙәрҙең үҙҙәрен ҡур-ҡыныс аҫтына ҡуйыуы, йә булмаһа үҙҙәренең енәйәт ҡылыуы барыһына ла билдәле. Үҫмерҙәрҙе енәйәт мөхитенең кире йоғонтоһонан ҡурсалау өсөн “комендант сәғәте тураһында” закон ҡабул ителгәйне. Уның хаҡында тулыраҡ беҙҙең гәзиткә баш белгес – балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секре-тары Регина Ғилманова һөйләне. – Регина Рәлис ҡыҙы, “комендант сәғәтенең” ваҡыт сиктәре тураһында һөйләгеҙ әле. – Балиғ булмағандарҙың проб-лемаларын реаль хәл итеү өсөн үҫеп килеүсе быуыныбыҙҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өҫтөнлөгөнән сығып эш итергә, балаларыбыҙҙың яҙмышы хаҡында уйларға кәрәк. Туҡталҡалар, гараждар, урамдарҙың яҡтыртылмаған өлөштәре – хәүефтең балиғ булмағандарҙы теләһә ҡайһы урында һағалап тороуы ихтимал. Балалар – төнгө енәйәттәр ҡорбандары – был ҡурҡыныс. Әммә балиғ булмаған енәйәтселәр ҙә кәм ҡурҡытмай. Федераль закон төн 22.00 сәғәттән башлана, тип билдәләй. Төбәк законы редакцияһында йәйге сикләүҙәрҙең 24.00 сәғәттән (1 майҙан 30 сентябргә ҡәҙәр) башланыуы ҡаралған. Әйткәндәй, республика законы йомшағыраҡ: төбәк депутаттары төндә йөрөүгә 17 йәшкә тиклемге балаларға сик билдәләгән. Закондың федераль редакцияһында ул 18 йәштән башлана. – Ә законды үтәмәгән өсөн ни була? – Закон талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡ балиғ булмағандарҙың ата-әсәләренә йәки законлы вәкилдәренә йөкмәтелә. Үҙ бурыстарын үтәмәгән өсөн ата-әсәләр һәм уларҙы алмаштырыусы шәхестәр РФ КоАП-ының 5.35-се статьяһы буйынса административ эҙәрлекләүгә дусар ителә, уға ярашлы улар-ға киҫәтеү йәки 100-ҙән 500 һумға тиклем штраф һалынырға мөмкин. – Төнгө урамдарҙа рейдтарҙы кемдәр уҙғара? – Төнгө ваҡытта балалар һәм үҫмерҙәргә ҡарата хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау маҡсатында муниципаль район Хакимиәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия тарафынан балиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәттәрҙе туҡтатыу буйынса эш төркөмөнөң дежур итеү графигы төҙөлгән, уның нигеҙендә аҙна һайын рейд уҙғарыла. Профилактик эш үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Балиғ булыу йәшенә етеп килгән балалар һуңға тиклем йөрөй. Профилактик әңгәмә (эш төркөмө ағзалары төндә урамда йөрөүҙең мөмкин булған эҙемтәләре тураһында һөйләй) уҙғарғандан һуң балалар ғәҙәттә өйҙәренә таралыша. – Һеҙҙең рейдтар гел шулай шыма ғына үтәме? – Юҡ, әлбиттә. Төн уртаһы ауыш-ҡандан һуң да араларында балиғ булмағандар ҙа йөрөгән тотош йәштәр төркөмдәренең спиртлы эсемлектәр ҡулланыу осраҡтары бул- ғыланы. Ундай хәлдәрҙә административ протокол тултырыу, ә артабан инде балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ултырышында тикшереүҙәр ҡотолғоһоҙ. Был хәл ата-әсәләр тарафынан балиғ булмағандарҙың тәртибенә контроль юҡлығы хаҡында һөйләй. Ата-әсәләргә, өләсәй-олатайҙарға административ протоколға ҡарағанда күпкә етдиерәк инцидентҡа үкенгәнсе, балалары һәм ейәндәренә ҡарата талапсанлыҡ артыҡ булмаҫ, моғайын. Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.