Мәсетле тормошо
+17 °С
Облачно

Балалы ғаиләләргә яңы түләүҙе нисек алырға

Республикала ғаилә түләүенә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ул – ике һәм унан күберәк балаһы булған эшләүсе ата-әсәләргә яңы социаль ярҙам сараһы. Түләү йылына бер тапҡыр тәғәйенләнә, ғаризаны 1 октябргә тиклем бирергә мөмкин.

Балалы ғаиләләргә яңы  түләүҙе нисек алырғаБалалы ғаиләләргә яңы  түләүҙе нисек алырға
Балалы ғаиләләргә яңы түләүҙе нисек алырға

Ниндәй түләү ул?
Ғаилә һалым түләүе – ул түләнгән килем һалымының бер өлөшөн кире ҡайтарыу, шуға уны йыш ҡына һалым кешбэгы тип атайҙар, йәғни килеме юғары булмаған ғаиләләр өсөн дәүләт физик берәмектәргә тәғәйен һалым ставкаһын 13 проценттан алты процентҡа тиклем кәметә һәм, мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң, ете процент-ҡа тиң айырманы бер тапҡыр бирелә торған түләү менән бюджеттан кире ҡайтара. Түләүҙе Рәсәйҙең Социаль фонды тәғәйенләй.

Кем ярҙамға дәғүә итә ала?
Яңы ярҙам сараһына рәсми эшләгән ата-әсәләр, баланы уллыҡҡа алыусылар, опекундар һәм попечителдәр иҫәп тота ала. Ғаиләлә 18 йәшкә йәки уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә уҡыған 23 йәшкә тиклемге ике бала тәрбиәләнеүе шарт. Түләү һәр ата-әсәгә айырым тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәнең никахта булыу-булмауы мөһим түгел. Иң мөһиме – ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәү һәм алимент буйынса бурыс булмау.
Әгәр 2026 йылда ғариза бирһәгеҙ, 2025 йылға ғаилә килеме лә иҫәпкә алына. Был осорҙа ғаиләнең йән башына уртаса килеме йән башына 1,5 төбәк йәшәү минимумы кимәленән артмаҫҡа тейеш. Былтыр Башҡортостанда йәшәү минимумы 15782 һум булған. Тимәк, йыллыҡ килемде 12 айға һәм һәр ғаилә ағзаһына бүлгәндә һәр кемгә 23673 һумдан артмаҫҡа тейеш.

Милек буйынса шарттар
Түләү шарттары буйынса ғаиләнең һәр төрҙәге бер күсемһеҙ милек объекты – фатиры, йорто, дачаһы, гаражы һәм ер участкаһы булырға мөмкин, майҙаны сикләнмәгән. Әгәр объекттар бер нисәү булһа, түбәндәге лимиттар иҫәпкә алына: фатирҙарҙың дөйөм майҙаны бер ғаиләлә бер кешегә – 24 квадрат метрҙан, йорттарҙың майҙаны бер кешегә – 40 квадрат метрҙан, ер участкаларының дөйөм майҙаны ҡалала – 0,25 гектарҙан, ауылда бер гектарҙан артмаҫҡа тейеш. Бер автомобиль, моторлы кәмә, трактор йәки үҙйөрөшлө техниканың башҡа төрө рөхсәт ителә. Әгәр ғаилә күп балалы булһа, инвалид бала тәрбиәләһә йәки автомобиль социаль ярҙам сараһы сифатында алынһа, бер төрҙәге ике транспорт сараһы булыуы мөмкин.

Түләүҙең күләме күпме була?
Һәр ата-әсә өсөн түләүҙең күләме шәхсән иҫәпләнә, ул физик шәхестәр-ҙең килеменә һалымға бәйле. Шулай уҡ йыллыҡ эш хаҡы, премиялар, баш-ҡа даими түләүҙәр иҫәпкә алына.
Мәҫәлән, былтыр әсә кеше дөйөм алғанда 700 мең һум аҡса эшләгән икән, ти. Уның физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) ставкаһы – 13%, һөҙөмтәлә түләгән һалымы 91 мең һум тәшкил итә. Алты процентлы ставка менән һалым 42 мең һум тәшкил итер ине. Әгәр әсә яңы төр түләүҙе рәсмиләштерһә, 49 мең һум күләмендәге айырма аласаҡ (91000 – 42000 = 49000).
Әйткәндәй, ата-әсәнең йылына нисә ай эшләүе мөһим түгел. Хатта бер ай эшләп, унан һалым тотоп ҡалһалар ҙа, айырманы алып була. Ә бына әсә кеше йыл дауамында декрет ялында булып, физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләмәһә, уның яңы төр түләүҙе алыуға хоҡуғы булмай.

Ғаризаны ҡасан бирергә мөмкин?
Быйыл ғаризалар 1 июндән 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Киләһе йылдан башлап май айынан октябргә тиклем биреп буласаҡ. Шуныһы мөһим: һалым кешбэгын алыуға хоҡуҡты автоматик рәүештә оҙайтмайҙар, уны йыл һайын раҫларға кәрәк.

Түләүҙе нисек юлларға?
Ғариза тапшырыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре, күп функциялы үҙәккә йәки Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Тикшереү ун эш көнө дауам итә, ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа ул 30 көнгә тиклем һуҙылыуы мөмкин. Хупланғандан һуң түләү биш эш көнө дауамында һеҙҙең иҫәпкә күсә.

Һорауҙар ҡалдымы?
- «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һорау бирегеҙ.
- Берҙәм бәйләнеш үҙәгенә шылтыратығыҙ: 8-800-100-00-01. Шылтыратыу бушлай, дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға, йома иртәнге 9-ҙан киске 5 тула 15 минутҡа тиклем эшләй.

Автор: