Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан халҡына ижади, файҙалы проекттар өсөн нисек грант алырға

Илебеҙҙә Президент гранттары фондының 2026 йылдағы икенсе конкурсына проекттар ҡабул итеү башланды. Унда кемдәр һәм ни өсөн ҡатнаша алыуы хаҡында Йәмәғәт проекттарының ресурс үҙәге етәксеһе Гүзәл Тоймурзина һөйләй.

Башҡортостан халҡына ижади, файҙалы проекттар өсөн нисек грант алырға
Башҡортостан халҡына ижади, файҙалы проекттар өсөн нисек грант алырға

1. Президент гранттары конкурсы нимә ул?
Йылына ике тапҡыр дәүләт коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге ойошмаларға (НКО), йәғни иң инициативалы һәм әүҙем берләшмәләргә, финанс ярҙамы бүлә. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар был аҡсаға үҙ проекттарын тормошҡа ашыра. Улар тормошто яҡшыраҡ, сағыуыраҡ һәм изгерәк итеү маҡсатында шәхси башланғыстарын тотош ҡала йәки республика өсөн файҙалы ҙур проектҡа әүерелдерә.
Аҡса бүлеү, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында конкурс-тар ойоштороу менән Президент гранттары фонды шөғөлләнә. Ғәҙәттәгесә, халыҡтың әүҙемлеге юғары булыу арҡаһында Башҡортостан федераль үҙәктән ҙур финанс ярҙамы ала. Беҙҙең төбәк йыл һайын Президент гранттары фондының заявкалар биреү әүҙемлеге буйынса конкурс рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инә.
2026 йылдың тәүге конкурсы барышында республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларынан 636 проект тәҡдим ителгән. Башҡортостан еңеүсе башланғыстар һаны буйынса (Мәскәүҙән тыш) Рәсәйҙең өс төбәге иҫәбенә инде – 54 проект ярҙам алды. Финанслауҙың дөйөм күләме 96,8 миллион һум тәшкил итте. Һөҙөмтәлә республикабыҙ илдең 89 субъекты араһында – тәүге унау, Волга буйы федераль округында тәүге бишәү араһында билдәләнде.

2. Кем ҡатнаша ала?
Конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ғына ҡатнаша ала. Әгәр һеҙҙең инициативалы төркөм юридик берәмек булараҡ теркәлмәһә, һеҙ әле эшләп килгән коммерцияға ҡарамаған ойошманың партнеры булып сығыш яһай йәки үҙегеҙҙекен булдыра алаһығыҙ. Ойошма 6 айҙан күберәк ваҡыт эшләргә һәм уның һалымдар буйынса бурысы булмаҫҡа тейеш. Әгәр ғариза тапшырған мәлгә ойошма 6 ай эшмәкәрлек иткән булһа, 1миллион һумға тиклем грантҡа дәғүә итә ала, әгәр бер йәки унан күберәк йыл эшләп килһә, тағы ла ҙурыраҡ гранттарға дәғүә итеү мөмкинлеге бар.

3. Ниндәй йүнәлештәр йышыраҡ еңә?
Әгәр башланғысығыҙ фонд ҡуйған талаптарға тап киләме, юҡмы тип шикләнһәгеҙ, коллегаларығыҙҙың тәжрибәһенә иғтибар итегеҙ. Быйыл Башҡортостандан еңгән проекттар түбәндәге төп өс йүнәлеш буйынса булды:
  Социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау. Бында ололарға, инвалидтарға, шулай уҡ ауыр хәлдә ҡалғандарға адреслы ярҙам проекттары ҡарай.
Миҫал: «Таң» – «СоциоЛаб» аутистик спектры боҙолған балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам күрһәтеү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының проекты 2,7 миллион һум грант ярҙамын алды. Уның маҡсаты – әлеге диагнозлы үҫмерҙәргә һәм өлкәндәргә киләсәктә үҙ аллы тормош өсөн кәрәкле һәләттәрҙе арттырыу.
«Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды «Флай» онко-гематология сирҙәре үткәргән балаларҙы реабилитациялау программаһына 1,8 миллион һум күләмендә грант отто.
  Фән һәм мәғариф өлкәһендәге проекттарға ярҙам. Ул – лекторий-ҙар, балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәмә белем биреү майҙансыҡтары булдырыу, фәнни белемде популярлаштырыу.
Мәҫәлән: «Ракурс-М» ғилми-тикшеренеү мәғлүмәт-аналитика үҙәге Йәш этнополитолог мәктәбе өсөн 7,8 миллион һум күләмендә грант алыуға өлгәште.
«Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр йортоноң «Беренсе асыусылар» интерактив күргәҙмәһе» проекты 4,2 миллион һум алды. Уның маҡсаты – Рәсәй һәм совет инженерҙарының, ғалимдарының һәм уйлап табыусыларының донъя фәнен үҫтереүгә индергән өлөшө хаҡында белемде популярлаштырыу һәм һаҡлау.
  Ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, йәш ата-әсәләргә ярҙам итеүгә һәм балалар ялын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар.
Миҫал: «Өмөт» үҫеш үҙәге «Таҙа ауыл» проектын тәҡдим иткән һәм 920 мең һумлыҡ грант алған. Проекттың маҡсаты – экологик саралар ярҙамында Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауыл биләмәһе советына ҡараған ауылдар халҡын берләштереү.
«Ғаилә» үҫешендә кәмселектәре булған балаларға ярҙам күрһәтеү коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы үҫеше боҙолған, инвалидлыҡ һәм инвалидлыҡ хәүефе булған 0 – 4 йәшлек балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн 4,5 миллион һумлыҡ грант отто.

Конкурстың үҙенсәлектәре: эксперттар нимәләргә иғтибар йүнәлтә?
Яҡташтарыбыҙҙың еңеүе – осраҡлы хәл түгел, ә ғаризаларҙы сифатлы итеп әҙерләү һөҙөмтәһе. Фонд проекттарҙы аныҡ, әммә аңлайышлы критерийҙар буйынса баһалай. Мәҫәлән:
– Социаль әһәмиәт: проект ҡаланың йәки райондың реаль проблемаһын хәл итергә тейеш. Уның көн-үҙәклеген һандар, һорау алыуҙар йәки киң мәғлүмәт сараларында һылтанмалар менән раҫлау мөһим.
– Логика һәм ысынбарлыҡ: маҡсаттар өлгәшерлек, ә бурыстар аныҡ һөҙөмтәләргә килтерерлек булырға тейеш. Проект бюджетының баҙар хаҡтары менән нигеҙләнеүе шарт.
– Финанслауҙа булышлыҡ күрһәтеү: фонд ойошманың үҙ ресурстары (ҡорамалдары, бинаһы йәки ирекмәндәр хеҙмәте) булыуын хуплай. Был башланғыстың тормошсан булыуын күрһәтә.

Нимәнән башларға?
Ғариза биреү процесы президентскиегранты.рф сайтында электрон форматта бара. Шунда уҡ бушлай «Грант проектлау мәктәбе» онлайн курсы эшләй. Ул идеяны нисек фай-ҙалы башланғысҡа әүерелдереү тураһында ентекле өйрәтә.
Республика тәжрибәһе күрһәтеүенсә, грант – ул үҫеш, яҡшы тормош хаҡына эшләргә әҙер булған һәр кем өсөн аныҡ ҡорамал. Бындай эш менән бер ҡасан да шөғөлләнмәһәгеҙ ҙә, фондтың методик материалдары һәм эргә-тирәләгеләрҙең уңышлы өлгөләре яҡшы ярҙам буласаҡ. Грант изге эшегеҙҙе профессиональ кимәлгә сығарырға һәм меңдәрсә кешегә файҙа килтерергә мөмкинлек бирә.

Республика коммерцияға ҡарамаған ойошмалары президент гранттары иҫәбенә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 96,8 миллион һум аҡса йәлеп иткән.

2026 йылдың икенсе конкурсына ғаризалар 2 февралдән 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа ағымдағы йылдың июнендә йомғаҡ яһаласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу 2026 йылдың 1 июленән дә һуңға ҡалмайынса башланып, 2027 йылдың 31 декабренә тиклем тамамланырға тейеш.

БЕЛЕП ҠУЙЫҒЫҘ!
Эксперт ярҙамын нисек алырға
Әгәр бындай башланғысҡа тәүгә тотоноп, конкурста ҡатнашыуға ғариза әҙерләгәндә ярҙам кәрәк булһа, БР Йәмәғәт палатаһы аппараты ҡарамағындағы Ресурс йәмәғәт проекттары үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ресурс үҙәге эксперттары бушлай уҡытыу үткәрә, шулай уҡ әҙерләнгән ғаризаларҙы конкурсҡа ебәрер алдынан ентекле тикшереү тәҡдим итә. Был етешһеҙлектәрҙе ваҡытында билдәләргә, проектты көсәйтергә һәм грант алыуға мөмкинлектәрҙе ярайһы уҡ арттырырға булышлыҡ итә.
Консультацияға 8 (347) 218-12-52 телефоны аша яҙылырға йәки электрон почтаға (nko-rb@mail.ru) хат ебәрергә мөмкин.

Фото nanobanana нейроселтәре ярҙамында эшләнгән

Автор: