Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
27 Февраль , 10:25

Уңайлы һәм сифатлы медицина ярҙамы: Башҡортостан дауаханалары нисек үҙгәрә

Бөгөн дәүләт һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ғәйәт ҙур сумма йүнәлтә. Республикала тармаҡты йыллыҡ финанслау күләме 100 миллиард һумдан аша. Был аҡсалар нимәгә тотонола һәм дауаханаларыбыҙ нисек үҙгәрә?

Уңайлы һәм сифатлы медицина ярҙамы:  Башҡортостан дауаханалары нисек үҙгәрә
Уңайлы һәм сифатлы медицина ярҙамы: Башҡортостан дауаханалары нисек үҙгәрә

Алыҫ ауылдарҙа дауаланыу
Бер нисә йыл элек ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының күбеһе мейес яғып йылытылған иҫке биналарҙа урынлашҡан ине. Ә ҡайһы бер төбәктәрҙә ауыл кешеләренә ябай медицина ярҙамы алыу – укол ҡаҙатыу йәки ҡан баҫымын үлсәтеү өсөн тиҫтәләрсә саҡрым юл үтергә тура килә ине. Хәҙер хәлдәр үҙгәрҙе. Республикала 2 меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, улар-ҙың һәр өсөнсөһө тулыһынса яңыртылған. Иҫке биналар урынына яңы модулле комплекстар төҙөлдө, унда процедура, ҡарау кабинеттары, фельдшерҙар өсөн уңайлы эш урындары бар. Һәр фельдшер-акушерлыҡ пункты интернетҡа тоташҡан, уларҙа электрон рәүештә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары тултыралар, республика һәм федераль медицина үҙәктәре белгестәре менән телемедицина консультациялары үткәрәләр.
Былтыр «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» төбәк программаһы буйынса республиканың дүрт ауылында – Малаяҙҙа, Аҡъярҙа, Ҡариҙелдә һәм Иҫке Балтаста тиҙ арала төҙөлгән модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары сафҡа индерелде. Белгестәр кабинетынан тыш, унда көндөҙгө стационар, психологик һәм медик-социаль ярҙам кабинеттары, әсә һәм бала бүлмәһе, уйын зонаһы бар.
Бәләкәй генә алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә (башлыса район дауаханаларына барып етеү ауыр булған оло йәштәге кешеләр) иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Улар өсөн график буйынса эшләгән махсус күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары ойошторола. Был осраҡта табиптар урындағы халыҡҡа үҙҙәре сыға: анализдар ҡабул итә, ҡан баҫымын тикшерә, консультациялар үткәрә.

Ауыл өсөн кадрҙар
Заманса ҡорамалдар, уңайлы хеҙмәт шарттары булған яңы медицина пункттарына белгестәр теләп эшкә килә. Шул иҫәптән, тыуған ауылында йәш кешеләр эшләргә ҡала. Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» программалары эшләй. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо программалар ярҙамында 2012 йылдан алып ауылдарға 2,5 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре эшкә ҡайтҡан, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 2,5 миллиард һум самаһы тәшкил иткән.
Кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн Башҡортостанда Өфө медицина колледжы филиалдары селтәре киңәйтелде. Буласаҡ медиктарҙы хәҙер Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Учалыла, Аҡъярҙа һәм Мәсәғүттә уҡыталар. Бөтә студенттар ҙа эшкә урынлашыу тураһында килешеүҙәр төҙөй һәм буласаҡ хеҙмәт урынында практика үтә.

«Сәләмәтлек поездары»
Башҡортостанда әҙерләнгән проектты Рәсәйҙә алдынғы тип атанылар, хәҙер уны илдең күп кенә төбәктәре ҡуллана. Эш шунда: заманса техника менән йыһазландырылған күсмә комплекстар – «Сәләмәтлек поездары», шул иҫәптән маммографтар, флюорографтар һәм башҡа белгестәр ауылдарға сыға. Шулай итеп, ауыл халҡына бушлай тикшеренеү үтеү һәм тәжрибәле табиптарға, тар йүнәлешле белгестәргә күренеү мөмкинлеге булдырыла. Йыл һайын «Сәләмәтлек поездары» ярҙамында меңдәрсә кешенең ғүмере ҡотҡарыла: хәүефле сирҙәрҙең билдәләре, шул иҫәптән онкология осраҡтары ваҡытында асыҡлана, өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрелә һәм үҙ мәлендә башҡарылған дауалау һөҙөмтәһендә кеше сирҙе еңеп сыға. Һаулығыңа яуаплы ҡарау, үҙ аллы дауаланыу менән шөғөлләнмәү, табиптарға ваҡытында мөрәжәғәт итеү бик мөһим.

Поликлиникаларҙы йыһазландырыу, төҙөү һәм ремонтлау
Фельдшер-акушерлыҡ пункттары ғына түгел, район дауаханалары ла үҙгәрә. Капиталь ремонтҡа, ҡорамалдарҙы алмаштырыуға, автопаркты яңыртыуға аҡса бүленә. Мәҫәлән, былтыр Малаяҙ дауаханаһында заманса маммограф ҡуйылды, ошоғаса унда ике меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ тикшереү үткән. Яңы скрининг маммографын Бөрйән үҙәк район дауаханаһында файҙаланалар, Аҡъярҙағы дауахана күсмә рентген аппараты менән тулыланды. Ошо көндәрҙә Яңауыл дауаханаһына кольпоскоп килде. Ул – гинекологияла операциялар яһау өсөн өр-яңы заманса медицина ҡорамалы. Шулай уҡ Яңауылда балалар поликлиникаһының яңы бинаһы – сменаһына 150 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән ике ҡатлы корпус асылды. Дауахана беренсел звеноны яңыртыу президент программаһы, «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса төҙөлдө.
– Федераль үҙәк ярҙамы менән былтыр республикала бер юлы бер нисә поликлиника төҙөнөк, – тип һөйләне Яңауыл дауаханаһын асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров. – Асҡын районында медицина учреждениеһы асылды, Учалы, Баҡалы, Әбйәлил райондарында пациенттарҙы ҡабул итергә әҙерҙәр тиерлек. Бер үк ваҡытта үҙ көсөбөҙ менән Өфөләге поликлиникаларҙы яңырта башланыҡ. Халыҡтың һаулығын хәстәрләү тап беренсел звенонан башланыуын аңлайбыҙ. Шуға күрә был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ.
Өфө поликлиникаларын яңыртыу-ға республика йыл һайын 1,5 миллиард һум аҡса бүлә. 2 февралдә Өфөлә капиталь ремонттан һуң яңыртылған ашығыс ярҙам дауаханаһы поликлиникаһы асылды. Унда фасадтан алып офис ҡорамалдарына тиклем бөтә нәмә алмаштырылды.
– Һеҙҙәге медицина учреждениеларының тышҡы йөҙө шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Тәү ҡарамаҡҡа уларҙы һаулыҡ һаҡлау объекттары тип түгел, ә бараһы, эсендә нимәләр бар икәнен күрәһе килгән урындар тип ҡабул итәһең. Ошо йәһәттән Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ярайһы уҡ үҙгәреш кисерҙе, – тине Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова Башҡортостанға эш сәфәре барышында.

ЦИТАТА

Халҡыбыҙҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күреү тап һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһынан башлана ла инде. Поликлиникаларҙағы шарттарға, уларҙы йыһазландырыуға, унда эшләгән табиптарға күп нәмә бәйле. Һуңғы йылдарҙа беҙ беренсел звеноның ландшафтын етди үҙгәртә, ошо маҡсатҡа федераль финанслау йәлеп итә алдыҡ. Был эште дауам итәбеҙ. Кешеләрҙең һаулығын һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу, һис шикһеҙ, өҫтөнлөклө бурыс булып ҡала.

Радий Хәбиров,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы.

Автор: