Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
18 Март 2025, 09:30

Үҙеңә кредит алыуҙы тыйыу тураһында алты мөһим һорау

1 марттан республикала йәшәүсе һәр граждан банктарға һәм микрофинанс ойошмаларына үҙенә кредит һәм займ биреүҙе тыя ала. Башҡортостандың Финанс үҙәгендәге коллегаларыбыҙ менән берлектә бының ни өсөн кәрәк булыуы, нисек рәсмиләштерергә һәм ҡарарҙы үҙгәртергә мөмкинме-юҡмы икәнлеге хаҡында һөйләйбеҙ.

Үҙеңә кредит алыуҙы тыйыу  тураһында алты мөһим һорау
Үҙеңә кредит алыуҙы тыйыу тураһында алты мөһим һорау

1. Үҙ-үҙеңде тыйыу нимә ул?
Башҡортостан бөгөн илдең кредитланған төбәктәренең береһе булып тора. «РИА Новости» агентлығының тикшеренеү мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала эшләгән һәр кешенең уртаса алғанда ярты миллион һумлыҡ кредиттары бар. Уларҙы ҡап-лауға заемсы үҙенең эш хаҡының 80 процентын тиерлек тотона. Хәҙер кредиттарҙы бик юғары процент менән бирәләр, шуға күрә банктан бурысҡа аҡса алыуға бәйле һәр ҡарар яҡшы уйланылған булырға тейеш. Үҙеңде кредит алыуҙан тыйыу тап ана шул бурысҡа аҡса алырға кәрәкме-юҡмы икәнлекте асыҡларға ярҙам итәсәк. Бәлки, банктарҙың, бигерәк тә микрофинанс ойошмаларының ярҙамынан тыш, мәсьәләне хәл итеп булалыр?
Шулай уҡ үҙеңде кредит алыуҙан тыйыу паспорт күсермәләре, логиндарыбыҙ һәм паролдәребеҙ менән оҫта файҙаланған мутлашыусыларҙан һаҡланырға ярҙам итәсәк. Ҡайһы берҙә беҙ үҙебеҙ мутлашыусыларға эште еңеләйтәбеҙ: таныш булмаған сайттарҙа үҙебеҙ хаҡында мәғлүмәттәр ҡалдырабыҙ, шәхси кабинетҡа инеү мөмкинлеген бирәбеҙ.
Үҙ-үҙеңде кредит алыуҙан тыйыу механизмын индерергә Рәсәй Үҙәк банкы тәҡдим итте. Уның асылы шунда: кеше үҙенә микрозаймдар һәм кредиттар биреүҙе махсус тыя ала. Әлеге алым ипотекаға, автокредитҡа һәм белем биреү өсөн юлланған кредитҡа ҡағылмай. Был өс осраҡта мутлашыу схемаһы төҙөү мөмкин түгел тиерлек, сөнки аҡса шунда уҡ адресатҡа, мәҫәлән, белем биреү ойошмаһына күсә.
Тыйыу яңы кредиттарға ғына ҡағыла. Ғәмәлдәге кредиттарҙы һәм займ-дарҙы график буйынса түләүҙе дауам итәһегеҙ.

2. Был нисек эшләй?
Әйткәндәй, элек тә кредитҡа сикләү ҡуйырға мөмкин ине, ләкин бының өсөн һәр банкка айырым мөрәжәғәт итергә кәрәк булды. Хәҙер бөтә кредит ойошмалары өсөн бер үк тыйыу ғәмәлдә.
– Ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә әҙерләйһегеҙ. Тыйыуығыҙ тураһындағы билдә кредит тарихтарының барлыҡ бюроларына ла эләгә, унда һеҙҙең элекке һәм әлеге кредиттар/займдар тураһында мәғлүмәттәр һаҡлана, – тип аңлатты Башҡортостандың Финанс үҙәге эксперты Светлана Вәлиева. – Банк йәки микрофинанс ойошмаһы һеҙгә яңы кредит/займды хуплағанға тиклем үҙ-үҙеңде тыйыуҙың булыу-булмауын тикшерергә тейеш. Әгәр булһа, сәбәбен күрһәтеп, кредит биреүҙән баш тартырға бурыслы. Тыйыуға ҡарамаҫтан, бурысҡа аҡса бирһәләр, һеҙҙән бурысты ҡайтарыуҙы талап итеү хоҡуғынан мәхрүм ителәсәктәр.

3. Ирекле тыйыуҙы нисек рәсмиләштерергә?
Үҙ-үҙеңде кредит алыуҙан тыйыуға ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша бирергә мөмкин, 2025 йылдың 1 сентябренән күп функциялы үҙәктә лә ошондай мөмкинлек буласаҡ.
«Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге шәхси кабинетҡа инәбеҙ, «Штрафтар һәм һалымдар» бүлеген табабыҙ. Экрандың һул яғында хеҙмәттәр араһынан «Кредит алыуға тыйыу»ҙы һайлайбыҙ. Шулай уҡ робот Максҡа ла яҙырға мөмкин, ул шунда уҡ һеҙгә һылтанма ебәрә. Мәғлүмәт менән танышығыҙ һәм «Башларға» тигән командаға баҫығыҙ. Мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерегеҙ. Артабан ҡайһы ойошмаларға тыйыу ғәмәлдә буласағын һайлағыҙ: кредит (банктар) йәки микрофинанс ойошмалары, йәки икеһе лә. Тыйыу төрөн билдәләгеҙ: шәхсән һәм дистанциялы алымда биреүгә – был осраҡта банкка шәхси мөрәжәғәт иткәндә лә, интернет һәм телефон аша ла кредит ала алмаясаҡһығыҙ; икенсе вариантты һайлаһағыҙ, тыйыу ситтән тороп биреүгә генә ғәмәлдә була. Ғаризаға ҡул ҡуйығыҙ, бының өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә формалашҡан ябай электрон ҡултамға кәрәк.
Ғаризаны ебәрегеҙ һәм уны ҡабул итеү тураһында белдереү ҡағыҙы көтөгөҙ. Тыйыуҙың ваҡыты сикһеҙ, ләкин уны теләгән ваҡытта кире алырға мөмкин.

4. Үҙ-үҙеңде тыйыу бүлеп түләүҙәргә ҡағыламы?
– «Сплит», «Өлөшләтә», «Бүл» һәм һатып алыуҙы бүлеп түләү өсөн фай-ҙаланылған башҡа сервистар ғәмәлдә ҡала. Улар кредит продукты түгел, – ти Светлана Вәлиева. – Әммә был сервистарҙың киңәйтелгән, яҡшыртылған һәм башҡа варианттары – «СуперСплит», «Өлөшләтә Плюс» – банк тарафынан бирелгән бүлеп түләү. Уларҙы алғанда һеҙ кредит килешеүенә ҡул ҡуяһығыҙ. Түләүҙәр һаны арта, арттырып түләү барлыҡҡа килә. Һеҙгә 100 – 200 мең һумға тиклем суммаға алдан ризалыҡ биреүҙәре бар. Әммә улар – кредит продукттары, шуға күрә алыу мөмкин булмаясаҡ (әлеге шарт бығаса бирелгәндәренә ҡағылмай). Был осраҡ банк тарафынан нимәлер һатып алыуға, мәҫәлән, 3-6-12-24 айға бүлеп түләү шарты менән бирелгән белем алыу курстарына ла ҡағыла. Уларҙы ла банк йәки микрофинанс ойошмаһы бирә һәм был мөмкин булмаясаҡ.

5. Тыйыуҙы нисек алырға?
Быны «Дәүләт хеҙмәттәре»нең «Штрафтар һәм һалымдар» бүлегендә «Кредит алыуға тыйыуҙы алыу» хеҙмәтен һайлап, эшләй алаһығыҙ.
Әгәр тыйыуҙы рәсмиләштереү өсөн ябай электрон ҡултамға кәрәк булһа, алыу өсөн көсәйтелгән электрон ҡултамғаның булыуы мотлаҡ. Бының өсөн «Дәүләт асҡысы» («Госключ») ҡушымтаһын күсереп алырға һәм шундай ҡултамға булдырырға кәрәк. Йәки паспорт, ИНН, СНИЛС менән күп функциялы үҙәккә барырға мөмкин. Унда көсәйтелгән ҡултамға эшләткәс, «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә үҙ-үҙеңә тыйыуҙы алыу өсөн ғариза ебәрә алаһығыҙ.
Тыйыу ике көндән ғәмәлдән сығарыла. Был «һыуыныу осоро» тип атала. Ошо ваҡыт эсендә һеҙ барыһын да ҡайтанан уйлай, яңы кредит алыуҙың «ыңғай» һәм «кире» яҡтарын билдәләй алаһығыҙ.

6. Яңы хеҙмәт мутлашыусыларҙы ысынлап ҡотҡарамы?
Мутлашыу схемаларының «сәскә атыуы» киберенәйәтселәрҙең яңы шарттарға тиҙ яраҡлашыуы менән аңлатыла. Үҙ-үҙеңде тыйыу яуыз ниәтлеләрҙең эшмәкәрлеген ҡатмарлаштыра, әммә уларҙан тулыһынса азат итә алмай. Шуға күрә уяу булығыҙ: таныш булмаған телефон һандарына яуап бирмәгеҙ, үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәтте сит кешеләргә әйтмәгеҙ, кредит тарихын даими тикшереп тороғоҙ.

МӨҺИМ!!
«Дәүләт хеҙмәттәре»ндә үҙегеҙ эшләй алмаһағыҙ, берәй яҡын кешегеҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. «Дәүләт хеҙмәттәре», Күп функциялы үҙәктәр йәки банктар исеменән һеҙгә шылтыратып, ярҙам тәҡдим итеүселәр – барыһы ла мутлашыусылар! Бер кемгә лә смс-кодты әйтмәгеҙ! Шунда уҡ бәйләнеште өҙөгөҙ.

Автор: