Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
3 Март 2025, 12:00

Башҡортостанда медицинаны нисек халыҡҡа уңайлы, яҡын итәләр

Һуңғы биш йылда төбәктә ғүмер оҙонлоғо тотороҡло арта бара. Әгәр элек был күр-һәткес 70 йәшкә саҡ етһә, хәҙер иһә был һан – 73,2. Ә республиканың үҙ алдына ҡуйған маҡсаты 2030 йылға 78 йыл тәшкил итә.

Башҡортостанда медицинаны нисек халыҡҡа уңайлы, яҡын итәләр
Башҡортостанда медицинаны нисек халыҡҡа уңайлы, яҡын итәләр

Ғүмер оҙонлоғо – һаулыҡ һаҡлау кимәле менән тығыҙ бәйле мөһим күрһәткес. Тап ул тармаҡ эшенең һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Яҡшы үҫешкә өлгәшергә нимә ярҙам итә һуң?

Юғары технологиялы ярҙам алыу мөмкинлеге
Ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә тәүге тапҡыр балаларға елек күсереп ултыртыу буйынса операция яһаған табиптарҙы бүләкләргә ҡушты. Бик ҙур ваҡиға! Элек был үтә ҡатмарлы медицина операцияһын эре федераль үҙәктәрҙә генә эшләй алалар ине. Бөгөн иһә, Республика балалар клиник дауаханаһында Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген асыу арҡаһында, операциялар Өфөлә үткәрелә, балалар йәшәгән урынында медицина ярҙамы ала. Бында онкология сирҙәрен диагностикалауҙа һәм дауалауҙа алдынғы технологиялар ҡулланыла.
– Баланың ауыр сиргә дусар булыуы – ҙур фажиғә. Һәм, әлбиттә, был – беҙҙең өсөн оло яуаплылыҡ. Беҙ бәләкәй пациенттарға иң яҡшы шарттар булдырырға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ауыр сирҙәрҙе дауалау өсөн заманса ҡорамалдарға һәм иң мөһиме – табиптарҙың юғары оҫталыҡ кимәленә эйә булырға кәрәк. Беҙ яңы үҙәкте ошо йәһәттән тәьмин иттек. Бында юғары технологиялы база, тейешле йүнәлештәге алдынғы федераль үҙәктәрҙә өҫтәмә әҙерлек үткән бик көслө белгестәр коллективы тупланды.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 10 йылда республикала юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткән дауаханалар һаны ете тапҡырҙан ашыуға артҡан. Онкологиянан тыш, бындай медицина ярҙамы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауҙа, травматология, ортопедия, офтальмология, нейрохирургия, педиатрия, абдоминаль хирургияла ҡулланыла. Йыл һайын республиканың тиҫтәләгән кешеһе йөрәк, бөйөр, бауыр күсереп ултыртыу һөҙөмтәһендә артабан йәшәү мөмкинлегенә эйә була.

Иҫкәртеү һәм иртә диагностика
Республикала балалар араһында сирҙәрҙе иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәктәптәрҙә 1500-ҙән ашыу медицина кабинеты эшләй, стоматология кабинеттарының һаны арта. Йыл һайын балаларҙың 90 проценттан ашыуы профилактик тикшереү үтә. Тын алыу, күреү һәм аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары менән йыш ауырыған балаларҙың республика шифаханаларында һаулығын нығытыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостанда йәшәгән һәр дүртенсе бала шифахана-курорт дауаһын алған.
Әлеге ваҡытта республикала һигеҙ махсус балалар медицина үҙәге эшләй. Генлы дерматоздар, балалар эндокринологияһы, муковисцидоз, орфан ауырыуҙары үҙәге һәм башҡалар иң ҡатмарлы сирҙәрҙе асыҡлағанда ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ Өфөлә ярты йыл элек «Салют» балалар реабилитация комплексы асылды. Бында һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән балалар медицина ғына түгел, социаль, белем биреү реабилитацияһын да үтә.
Өлкәндәргә ҡағылышлы сирҙәрҙе иртә диагностикалауҙа диспансерлаштырыу һәм «Сәләмәтлек поездары» ҙур роль уйнай, улар табиптарҙы республиканың иң алыҫ мөйөштәренә алып барып еткерә. Был башланғыс сирҙе иртә стадияла асыҡларға һәм ваҡытында дауалана башларға мөмкинлек бирә. Йыл һайын асыҡланған ауырыуҙар араһында тәүге урындарҙы ҡан әйләнеше системаһы, тын алыу органдары ауырыуҙары, шәкәр диабеты, яман шеш биләй.

Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү
Кадрҙар дефициты бөгөн бөтә тармаҡтар, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн дә көнүҙәк. Белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн республикала медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшырталар – дауаханалар төҙөлә һәм ремонтлана, заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла, белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итәләр. Ауыл табиптары 1,5 миллион һумға тиклем түләү ала.
Шулай уҡ 2021 йылдан республикала медицина колледждарына уҡырға инеүселәр өсөн бюджет урындары һаны арттырылды. Башҡа төбәктәрҙән йәштәрҙе йәлеп итеү һәм уларҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу өсөн сик буйындағы райондарҙа уҡыу йорттарының филиалдары асылды.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын үҫтереү
Башҡортостан халҡының өстән бер өлөштән ашыуы ауыл ерендә йәшәгәнгә күрә, республика власы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын әүҙем үҫтереү менән шөғөлләнә.

Радий Хәбиров,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Дүрт миллион халҡы булған республикабыҙ өсөн был тема айырыуса әһәмиәтле. Райондар буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ниндәй генә биналарҙа урынлашмауын күрҙем. Ә улар бөтәһе – 1960. Мәҫәлән, бер фельдшер-акушерлыҡ пункты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби әсирҙәр йәшәгән баракта, икенсеһе XIX быуатта төҙөлгән бинала урынлашҡан ине. Был объекттарға оҙаҡ ваҡыт тейешле иғтибар бирелмәне, шул уҡ ваҡытта тап фельдшер-акушерлыҡ пункттарының торошона ҡарап, ауыл халҡы дөйөм медицина тураһында фекер йөрөтә. Шуға күрә бөтә иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу бурысын ҡуйҙыҡ.
2019–2024 йылдарҙа республикала 480 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Сағыштырыу өсөн: унан алдағы һигеҙ йылда был күрһәткес ни бары 53 тәшкил иткән. Былтыр беренсел звеноны яңыртыу программаһы буйынса ауыл дауаханалары дүрт меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы, 206 санитар автомобиль һатып алды.

Белгес фекере
Рауил Хәлфин,
РФ Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе:
– Республика яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү һәм уларҙы ремонтлау буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. Медицина ярҙамын алыуҙы еңеләйтеү мөһим йүнәлеш булып тора. Бер нисә йыл элек республикала ашығыс ярҙам подстанцияларын ремонтлау кәрәклегенә иғтибар йүнәлттек, был ҙур проблема ине. Беҙҙе ишеттеләр, һәм өс йыл дауамында ремонт эштәре алып барыла. Яңы подстанциялар булдырыу буйынса пландар бар, шул иҫәптән торлаҡ инфраструктураһын үҫтереү ҙә иҫәпкә алына. Быларҙың барыһы ла медицина ярҙамын ваҡытында һәм сифатлы күрһәтеүгә булышлыҡ итә.

 

Автор: