Улар тормошто яҡшыраҡ һәм матурыраҡ итеү өсөн тырыша. Аҡсаны бүлеү менән Президент гранттары фонды шөғөлләнә. Быйыл Фонд 2,2 миллиард һумға торошло проекттарға ярҙам күрһәтәсәк, был, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 10 процентҡа күберәк. Бынан тыш, һәр төбәк үҙ бюджетынан өҫтәмә аҡса бүлә.
Алдынғылар рәтендәбеҙ
Беҙҙең республика өсөнсө йыл рәттән федераль үҙәктән иң ҙур финанс ярҙамы ала. 2025 йылда Башҡортостан төбәк конкурстарын берлектә финанслауға Президент гранттары фондынан 107,4 миллион һум аҡса йәлеп итте. Шулай итеп, 2021 йылдан, республика конкурстарҙа ҡатнаша башлаған осорҙан, ярҙам суммаһы 472,2 миллион һум тәшкил итте.
Эксперттар аңлатыуынса, федераль кимәлдәге алдынғылыҡ, юғары күрһәткестәргә өлгәшеү – коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡаҙанышы, уларҙың әүҙемлеге билдәһе, шулай уҡ төбәк грант операторы – Башҡортостан Башлығы гранттары фондының яйға һалынған эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе.
– Президент гранттары фондының төбәк конкурстарын берлектә финанслау программаһы арҡаһында беҙ, төбәк грант операторы булараҡ, кешеләргә ярҙам иткән тағы ла күберәк һәм кәрәклерәк проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә алабыҙ, – ти Башҡортостан Башлығы гранттары фондының генераль директоры Люциә Сәйфуллина.
Һуңғы биш йылда республикала 20 конкурс ойошторолған, уларға дүрт меңдән ашыу ғариза килгән. 835 социаль проект ярҙам алған, республиканың 54 районы вәкилдәре еңеүсе булған. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, шуның 970 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан, 364,86 миллион һумы – Президент гранттары фондынан.
Ниндәй проекттар еңеү яулай?
Быйыл 9,4 миллион һум күләмендәге президент гранты ярҙамында «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды «Алға атлайым» проектын тормошҡа ашыра башлай. Ул бер юлы дүрт ҡалала – Өфөлә, Бөрөлә, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта – ғәмәлгә ашырыласаҡ. Проект өс – һигеҙ йәш арауығындағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 120 балаға йәшәү сифатын яҡшыртырға, һәләттәрен үҫтерергә, йәмғиәттә үҙ урынын табырға ярҙам итәсәк.
– Бөгөн һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр бер нисә проблема менән осраша: нисек, ниндәй ярҙам алыу тураһында тейешле мәғлүмәттең аҙлығы, балалар менән эшләгән белгестәрҙең етерлек социаль компетентлыҡҡа эйә булмауы һәм баланы социаль реабилитациялауға түгел, ә медицина дауалауына баҫым яһау. Күренеүенсә, мәктәп алды йәшендәге балалар өсөн саралар етмәй, – ти проект авторҙары.
Дүрт үҙәктең һәр береһендә балалар менән психологтар, логопедтар, уҡытыусылар эшләйәсәк, ата-әсәләр өсөн мөһим һәм кәрәкле ғаилә психологтары ла буласаҡ.
Конкурста 8,8 миллион һум күләмендә грант отҡан тағы ла бер еңеүсе – «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәһе. Ул һәләк булған Ватан һаҡсыларының хәтерен мәңгеләштереү менән шөғөлләнә. Әүҙемселәр үҙҙәренең проектын «Болот аръяғы фронты» тип атаған һәм уны Еңеүҙең 80 йыллығына арнаған. Төп бурыс – йәштәрҙе тарихи хәтерҙе һаҡлауға йәлеп итеү. Эҙәрмәндәр эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше Кавказ буласаҡ. Унда экспедициялар ойоштороу ҡатмарлы һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихына ҡағылышлы тағы әллә күпме «аҡ таптар» һаҡлана. Авторҙар биш төбәккә барырға йыйыныуҙары хаҡында һөйләне: әҙерлек этабы Башҡортостанда һәм Силәбелә Ирәмәл тауында уҙасаҡ, унан һуң экспедиция Краснодар крайына, Ҡарасай-Черкес Республикаһына һәм Ҡабарҙа-Балҡарға юлланасаҡ.
«Ыңғай мөхит» төбәк йәмәғәт ойошмаһы 5 миллион һумға яҡын аҡса аласаҡ, ул ВИЧ-инфекциялы кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында эшләй. «Ыңғай әсәләр» проекты ВИЧ-инфекциялы йөклө ҡатындарға һәм йәш ярымға тиклемге балалары булған әсәләргә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
– Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала ВИЧ-инфекциялы 10 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Йыл һайын 18 йәштән өлкән 390 самаһы йөклө ҡатын иҫәпкә ҡуйыла, шулай уҡ СПИД үҙәгендә йәш ярымға тиклемге бала тәрбиәләүсе 1980 самаһы ҡатын иҫәптә тора. Пациенттарҙың 80 проценты төбәктең ҙур ҡалалары Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта йәшәй, – тип күрһәткестәр менән таныштырҙы проект авторҙары.
Бындай ҡатын-ҡыҙҙар ҡайһы саҡта инфекционисҡа бара алмай, сөнки баланы ҡалдырып китеп булмай. Кемдер ҡатмарлы финанс хәлендә көн күрә, кемдер наркотиктарға бәйлелеген еңә алмай. «Ыңғай мөхит»тә ҡатын-ҡыҙҙарға комплекслы ярҙам күрһәтергә тәҡдим итәләр. Уларға табиптар, психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамлашасаҡ.
2024 йылда бөтәһе 224 проект грант конкурсында еңеүсе булған.
Киләһе конкурс ҡасан була?
Сираттағы президент гранттары конкурсы 3 февралдә башлана, ғаризаны 17 мартҡа тиклем президентскиегранты.рф сайты аша бирергә мөмкин.
Конкурста түбәндәге ойошмалар ҡатнаша ала:
коммерцияға һәм хөкүмәткә ҡарамаған;
Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә теркәлгән;
конкурсҡа ғаризалар тапшырыу ваҡыты тамамланғанға тиклем кәмендә алты ай алдан теркәлгән.
2025 йылда Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың төбәк конкурстарын берлектә
финанслауға 107 425 554 һум алды
Белгес фекере
Данияр Абдрахманов, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе:
– Башҡортостан ғәҙәттәгесә берлектә финанслау күләме буйынса төбәктәр араһында беренсе урындарҙы биләй. Республикабыҙға ҡарата бындай ышаныс тормошҡа ашырылған проекттарҙы баһалауға һәм уларҙың социаль һөҙөмтәлелегенә нигеҙләнгән. Еңеүсе проекттар көнүҙәк социаль проблемаларҙы хәл итеүгә һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Улар мәғариф, мәҙәниәт, спорт, экология, йәштәр эштәре, патриотик тәрбиә биреү кеүек мөһим өлкәләрҙе үҙ эсенә ала.