Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
21 Ғинуар 2025, 09:30

Илгә – еңеү! Ғаиләгә – хәстәрлек!

2025 йылда Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына нимәләр тейеш?

Илгә – еңеү! Ғаиләгә – хәстәрлек!
Илгә – еңеү! Ғаиләгә – хәстәрлек!

Йылына – 4520000 һум
2025 йылдың 1 ғинуарынан республика Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән ир-егеттәргә түләүҙәрҙе ярайһы уҡ арттырҙы. Хәҙер улар бер тапҡыр ике миллион һум аласаҡ, ә часҡа барғас, ай һайын кәмендә 210 мең һум эш хаҡы аласаҡ – аныҡ күләме званиеға һәм вазифаға бәйле. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында ғына контракт буйынса хеҙмәт итеүсе кәмендә 4520000 һум аласаҡ. Шулай уҡ яугирҙарға айырым ҡаҙаныштар – дошман техникаһын баҫып алған һәм юҡ иткән өсөн дәртләндереү саралары ҡаралған. Leopard, Abrams йәки Challenger танкыларын юҡ иткән өсөн 500 мең һум түләнә, әгәр уны ҡулға төшөрһә – миллион һум.

40-тан ашыу льгота һәм өҫтөнлөк
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төрлө льгота ҡаралған. Улар иҫәбендә; шифаханаларға бушлай юлламалар, фатир алыуға 500 мең һумлыҡ ташлама, балалар өсөн бушлай белем алыу һәм туҡланыу мөмкинлеге, транспорт һалымынан азат ителеү, социаль хеҙмәткәрҙәр тарафынан бушлай ярҙам, утын алыуға ташлама, Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағындағы ҡунаҡханала бушлай йәшәү, бушлай юридик һәм психологик ярҙам алыу.

Бер көн эсендә рәсмиләштереү
Запаста торған, шулай уҡ хәрби хеҙмәт үтмәгән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр (һирәк һөнәрҙәр һәм айырым осраҡтар өсөн – 65 йәшкә тиклем) хәрби контракт төҙөй ала. Рядовойҙан сержант составына тиклем контракт ваҡыты – бер йылдан күберәк, прапорщиктан офицерға тиклем – өс йылдан күберәк.
Бының өсөн хәрби комиссариатҡа йәки «Һаҡлаусы» үҙәгенә (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2 йәки Элеватор урамы, 15) мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙең менән паспорт, хәрби билет (әгәр булһа), тыуыу тураһында таныҡлыҡ (шулай уҡ балаларға), белем, никах йәки уны өҙөү тураһында документтар, ИНН, СНИЛС, банк картаһы реквизиттары (мотлаҡ «МИР» түләү системаһы) булырға тейеш. «Һаҡлаусы»
үҙәгендә медицина комиссияһы үтергә һәм бөтә документтарға тәүлек дауамында «берҙәм тәҙрә» режимында ҡул ҡуйҙырырға мөмкин. Шунда уҡ банк картаһы алырға, документтарҙы тергеҙергә ярҙам итәсәктәр, бушлай йоҡо урыны һәм өс тапҡыр туҡланыу ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәт защитник-рб.рф сайтында йәки 7 (800) 550-55-25 телефоны буйынса.

МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН
Кем МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһы булып иҫәпләнә
1. Рәсми ҡатыны йәки ире (мәҫәлән, ҡатын шәфҡәт туташы булараҡ махсус хәрби операцияға кит- һә).
2. Эшкә һәләтһеҙ йәштәге ата-әсә йәки уллыҡҡа алыусылар (инвалидтар һәм пенсионерҙар).
3. Ата-әсәһе булмау сәбәпле баланы өс йылдан ашыу тәрбиәләгән өләсәһе менән олатаһы.
4. Кәмендә биш йыл тәрбиәләгән һәм аҫраған эшкә һәләтһеҙ йәштәге үгәй атай һәм үгәй әсәй.
5. Балиғ булмаған балалар һәм 23 йәшкә тиклемге студенттар.
6. 18 йәшкә тиклем осорҙа инвалид булған балиғ балалар.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ниндәй льготалар ҡаралған?
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла федераль льготаларға хоҡуҡ биргән хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын ала. Иң мөһиме:
- пенсияға өҫтәмә (йыл һайын индексациялана, хәҙер 4 мең һум самаһы);
- йортто ҡарау һәм капиталь ремонт өсөн түләүҙең яртыһын компенсациялау, шулай уҡ социаль торлаҡты ҡуртымға алыу;
- милеккә – фатирға, йортҡа, гаражға һалым түләргә кәрәкмәй. Льгота һәр төрҙәге бер объектҡа – бер фатирға, бер йортҡа һәм бер гаражға бирелә;
- алты сутыйға тиклем ергә һалым түләргә кәрәкмәй. Һалым ошо майҙандан артҡан осраҡта ғына иҫәпләнә;
- пенсияға сыҡҡандан һуң ветерандар хәрби хеҙмәт осоронда беркетелгән ведомство поликлиникаларында һәм дауаханаларҙа хеҙмәтләндерелә ала;
- хәрби хәрәкәттәр ветерандары үҙҙәренә уңайлы ваҡытта отпуск алыу хоҡуғына эйә. Тағы ла уларҙың 35 көнгә тиклем эш хаҡы һаҡланмаған отпуск алыу хоҡуғы бар;
- хәрби хәрәкәттәр ветерандары эш биреүсе иҫәбенә һөнәри һәм өҫтәмә белем алыу мөмкинлегенә эйә.

Ә БЫЛ МӘЛДӘ
МХО-ла ҡатнашыусыларға банк кредиттарын “ғәфү итәләр”
Рәсәй Хөкүмәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам саралары әҙерләне. Премьер-министр Михаил Мишустин әйтеүенсә, банк һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр, уның ҡатыны араһында кредит килешеүе буйынса бурыстарҙы бөтөрөү өсөн нигеҙле сәбәптәр исемлеге киңәйтелә. Хәрби бурысын үтәгәндә дәүләт наградаларына лайыҡ булған йәки хеҙмәттән бушатылған МХО ҡатнашыусылары үҙ бурыстарын ҡаплай ала. Шулай уҡ улар һыу, йылылыҡ, газ менән тәьмин итеү, электр энергияһы өсөн ваҡытында түләнмәгән түләүҙәр һәм ошондай эштәр буйынса башҡарыу йыйымынан азат ителә.
«Хөкүмәт тарафынан закон проекты әҙерләнде. Уны Дәүләт Думаһындағы коллегаларыбыҙҙың тиҙ арала ҡарай алырына иҫәп тотабыҙ», – ти Михаил Мишустин.
Хәбәр итеүебеҙсә, 2024 йылдың 1 декабрендә Рәсәйҙә яңы закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, кәмендә бер йылға контракт төҙөлгән осраҡта, кредиттар буйынса 10 миллион һумға тиклем бурыстарын юҡҡа сығарыу хоҡуғына эйә. Шарттары – бурысты түләттереү тураһында суд актының үҙ көсөнә инеүе, кредит ойошмаһының башҡарма документ биреүе йәки финанс компанияһының ғаризаһы буйынса 2024 йылдың 1 декабренә тиклем башҡарма эш ҡуҙғатылыуы. Тәүге айҙа уҡ был мөмкинлек менән Башҡортостандан бер нисә кеше фай-ҙаланды, уларға ҡарата башҡарыу эше туҡтатыла, – тип хәбәр итте Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡарыу производствоһын туҡтатыу тураһында ғаризаны үҙең килтерергә йәки туғандарың аша тапшырырға, электрон почта менән ебәрергә, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ғариза ҡалдырырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон 7 (347) 272-16-46.

Автор: