МХО-ла ҡатнашыусыларҙы хәстәрләү тураһында
Республикабыҙ – фронттың ышаныслы терәге. Предприятиеларыбыҙ оборона заказын үтәү күләмдәрен арттыра, беҙ пилотһыҙ осоу аппараттары етештерәбеҙ һәм йыябыҙ, операторҙарҙы өйрәтәбеҙ.
Башҡортостан фронтҡа, яңы төбәктәргә, Курск һәм Белгород өлкәләренә 139 гуманитар ярҙам колоннаһы оҙатты. Медицина хеҙмәткәр-ҙәре, төҙөүселәр, юл һәм коммуналь ойошмалар эшселәре унда тыныс тормошто тергеҙергә ярҙам итә.
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төбәк ярҙамы саралары булдырылған, исемлекте киңәйтәсәкбеҙ. Хәрби хәрәкәт ветерандарын ҡайтанан һөнәри әҙерләү, реабилитациялау һәм уларҙы артабан эшкә урынлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнеү бурысы тора. Ветерандар менән эшләгәндә, документтар, льготалар тултырғанда кире ҡараш, формаллек һәм бюрократия булырға тейеш түгел. Киләһе йылда физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә социаль заказға инвалидлыҡҡа эйә махсус хәрби операция ветерандары индереләсәк. Уларға спорт залдарына һәм секцияларға бушлай йөрөү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыласаҡ.
Юлдарҙы ремонтлау тураһында
Ике йыл эсендә «фонлы» юлдарҙы ремонтлау буйынса проектты тормошҡа ашырыу барышында 230 км юл ремонтланған, киләһе йылда тағы 180 км юл төҙөкләндереләсәк. Әлеге ваҡытта «Фонлы» юлдар фонды – 4,5 миллиард һум, уны йыл һайын 1 миллиард һумға арттыра барып, 2030 йылға 9,5 миллиард һумға тиклем еткереү бурысы тора. Һәм был аҡса халыҡ өсөн көнүҙәк булған транспорт проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелә.
Ауыл хужалығына ярҙам тураһында
Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре мул уңыш йыя, быйылғы кеүек рекордтар ҡуя – 2,6 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 700 мең тоннанан ашыу майлы культуралар. Һөт етештереү һәм һыйыр малы һаны буйынса ла күрһәткестәр яҡшы.
Республика уларға техника йәһәтенән булышлыҡ итә, дәүләт ярҙамы менән аграрийҙарыбыҙ 11 миллиард һумға яҡын суммаға 2,4 мең берәмек техника һатып алды.
Шул уҡ ваҡытта етештереү һәм тулайым күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә. Ауыл хужалығы министрлығына тармаҡ менән идара итеүҙең һөҙөмтәлерәк ысулдарына күсергә, уның инвестиция йәлеп итеүсәнлеген күтәрергә кәрәк.
Иҡтисадҡа иғтибар тураһында
Бөгөн иҡтисади фронт – махсус хәрби операция өсөн уңыш нигеҙе, милли маҡсаттарға өлгәшеү өсөн төп талаптарҙың береһе. Ябай булмаған шарттарҙа иҡтисадты нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Беҙҙең бурыс – 2030 йылға тулайым төбәк продукты күләмен 4 триллион һумға (төбәктә етештерелгән барлыҡ тауар һәм хеҙмәттәрҙең хаҡы – ред.), инвестициялар күләмен 1,25 триллион һумға еткереү.
Бизнесҡа дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү тәртибен ябайлаштыр-ҙыҡ һәм ер участкаларын сауҙалашыуһыҙ биреү ваҡытын ҡыҫҡарттыҡ. Ер буш тормаҫҡа тейеш, уның ышаныслы инвесторҙарға, иҡтисадҡа һәм ахыр сиктә республикабыҙға һөҙөмтәле эшләүе шарт.
Медицина тураһында
Көтөлгән ғүмер оҙайлығының 73,13 йәшкә тиклем артыуы һаулыҡ һаҡлау үҫешенең төп ҡаҙанышы булды. Шулай уҡ сабыйҙар үлемен, төп сәбәптәрҙән үлем осраҡтарын кәметеүгә өлгәштек.
Район һәм ҡалаларҙа табиптарға ҡағылышлы кадрҙар мәсьәләһе яйлап хәл ителә. «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары буйынса 162 медицина хеҙмәткәре 500 меңдән 1,5 миллион һумға тиклем түләү алды, тағы 49 табипҡа «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программаһы буйынса миллион һум тапшырылды. Табиптар эшкә килһен өсөн район башлыҡтарына тейешле шарттар булдырыуҙы йөкмәттек.
Мәғариф тураһында
Киләһе йылдан мәктәптәрҙең йәш директорҙары өсөн 50 грант индерелә.
Йыл һайын меңгә яҡын уҡытыусы республика шифаханаларында дауаланыуға сертификат аласаҡ.
Биш йыл эсендә Башҡортостанда 31 мең урынлыҡ 44 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы төҙөлдө, быйыл – тағы ла дүрт мәктәп. Ундан ашыуы – төҙөлөү өҫтөндә. Капиталь ремонт федераль программаһы буйынса 146 мәктәп бинаһы ремонтланған. Президенттың булышлығы менән балалар баҡсаларын һәм колледждарҙы ремонтлау программаһы старт алды. Уға 16 балалар баҡсаһы һәм ете колледж инде.
Өфөлә һәләтле балалар өсөн математика лицей-интернаты төҙөлә башлай. Радий Хәбиров ошо һорау менән ил Президентына мөрәжәғәт итте һәм хуплау тапты, шуға күрә төҙөлөш өсөн аҡсаны федераль бюджеттан бирәләр. Был уникаль мәктәп буласаҡ, уны тамамлаусылар менән илебеҙ ғорурланасаҡ.
Фән тураһында
Хөкүмәт составында Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырыла, ул 2025 йылдың 1 февраленән эш башлай.
Киләһе йылдан Башҡортостанда «Йылдың йәш ғалимы» исеме – 150-шәр мең һумлыҡ ете исемле премия булдырыла.
Февралдә ил Президенты ҡатнашлығында Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусының беренсе сираты асылды. Бөгөн бында 18 лаборатория эшләй. Тиҙҙән Геном үҙәге төҙөлөп бөтәсәк. Бында шулай уҡ Биоинформатика үҙәге һәм Һаҡлыҡ банкының IT-белгестәр әҙерләү буйынса илдәге иң ҙур «21-се мәктәбе» эшләйәсәк. Әлеге ваҡытта кампустың төп өлөшөн – дөйөм майҙаны 120 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән ете башняны төҙөү башлана.
Яңы мәсет һәм сиркәү тураһында
Йәмиғ мәсетен төҙөү буйынса эштәр дауам итә. Был тиҙ процесс түгел, эш күләме бик ҙур. Әммә беҙ уны башланыҡ һәм аҙағынаса еткерәсәкбеҙ.
Шулай уҡ яҡташыбыҙ Геннадий Иванович Букаевтың әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Өфөлә Христос Терелеүе соборын төҙөү тергеҙелә. Уның хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереүгә, изге урындарҙы тергеҙеүгә күп көс һалыуын беләбеҙ.
Өфөнө үҫтереү тураһында
Өфөнөң Урмансылар паркында ғәмәлдәге вольерҙар урынында заманса зоопарк булдырыла. Унда матур буласаҡ, иң мөһиме – хайуандар яҡшы шарттарҙа аҫраласаҡ.
Шулай уҡ Өфөлә йәйәүлеләр өсөн яңы биләмә – Театр урамы барлыҡҡа киләсәк. Ул Башҡорт дәүләт драма театрынан Опера һәм балет театрына тиклем һуҙыласаҡ. Ул беҙҙең студенттар, йәйәүлеләр Арбаты була, унан яйлап башҡа туристик йүнәлештәргә күсергә мөмкин.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен тиҙ арала ремонтлай башларға кәрәк. Бында көсһөҙлөк һәм яуапһыҙлыҡ күрһәтергә ярамай. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса һәйкәлдең бөтөнлөгөнә хәүеф менән янаған етди проблемаларҙы күрәбеҙ. Шуға күрә кисекмәҫтән эшкә тотонор-ға кәрәк. Ошоға ҡағылышлы алыпһатарлыҡ ҡылыуҙарға юл ҡуйырға ярамай тип иҫәпләйем. Республика символын киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Еңеү көнөн билдәләү тураһында
Киләһе йылда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын тантаналы билдәләйбеҙ. Был байрам беҙҙе ҡыйыулыҡҡа һәм батырлыҡҡа, тотороҡлолоҡҡа һәм өлкән быуындар рухының ҡаҡшамаҫ көсөнә тиңләшергә саҡыра. Был залда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Ҡәҙерле яугирҙар, һеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән Башҡортостандың геройҙар төйәге һәм Ватаныбыҙҙың ныҡлы терәге булыуын раҫлайһығыҙ.
Беҙ йәштәребеҙҙе Тыуған ил һаҡсыларының барлыҡ быуын вәкилдәре ҡаһарманлыҡтары өлгөһөндә ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләйбеҙ. Алда – еңел булмаған һынауҙар. Бергәләп барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы үтербеҙ, тыуған республикабыҙҙы һәм бөйөк Рәсәйҙе сәскә аттырыу өсөн барыһын да эшләрбеҙ, тип ышанам. Шуны беләбеҙ: еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!