Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ни өсөн «Мин – профи» олимпиадаһында ҡатнашырға кәрәк

Дипломанттар илдең алдынғы компанияларында стажировка үтә һәм аҡсалата приздар алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ

Ни өсөн «Мин – профи» олимпиадаһында ҡатнашырға кәрәк
Ни өсөн «Мин – профи» олимпиадаһында ҡатнашырға кәрәк

«Мин – профессионал» олимпиадаһы нимә ул?
Йыш ҡына «олимпиада» төшөнсәһе таланттар араһында белемде тикшереү йәки ярыштар тураһында һүҙ барғанда ҡулланыла. Әммә «Мин – профессионал» олимпиадаһының башҡаларҙан айырмаһы шунда: ул, үҙ белем кимәлеңде аңлау һәм күрһәтеүҙән тыш, иң яҡшы эш биреүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеү, абруйлы юғары уҡыу йортона инеү йәки ҙур компанияла карьера башлау мөмкинлеге бирә. Ул – социаль лифт, яңы эш башлаған белгес өсөн уңышлы карьера башланғысы.
Бөтә Рәсәй «Мин – профессионал» студенттар олимпиадаһы – «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһы проекттарының береһе. Йәштәрҙең үҙ һәләттәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булыуы, Тыуған илендә, Рәсәйҙең хеҙмәт баҙарында үҫешеүе дәүләт өсөн бик мөһим. Олимпиада – ошо йүнәлештәге аҙымдарҙың береһе, йәштәрҙең профессиональ һәм шәхси үҫеше өсөн этәргес.

Еңеүселәр нимә ала?
Олимпиаданың төрлө кимәлдәге дипломанттары – призерҙары, миҙалсылары була. Уларҙың барыһы ла магистратураға, аспирантураға, ординатураға уҡырға ингәндә льготаға эйә. Шулай уҡ Рәсәйҙең ҙур компанияһында стажировка үтеү һәм карьера башлау мөмкинлеге барлыҡҡа килә («Мин – профессионал»дың партнерҙары араһында «Һаҡлыҡ банкы», «Яндекс», «Росатом», Рәсәй тимер юлдары кеүек билдәле компаниялар һәм башҡалар бар). Олимпиада миҙалсылары өсөн 100 – 300 мең һум премиялар ҡаралған. Ризалашығыҙ, стипендияға бик яҡшы өҫтәмә!
Былтыр Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Эмиль Шәрәфетдинов алтын миҙалға лайыҡ булды. Ул «Химия технологияһы» йүнәлеше буйынса 175 балл йыйҙы. Университеттың матбуғат хеҙмәтенә биргән интервьюһында Эмиль еңеүенә ныҡ шатланыуын, әммә ҡатмарлы һәм көтөлмәгән эш булыуын билдәләне.
– СИБУР компанияһы предприятиеһында һыу әҙерләү менән бәйле мәсьәләне хәл итергә кәрәк ине. Әммә кейс форматындағы эштәрҙең әһәмиәте лә шунда: үҙең өсөн бөтөнләй яңы темаға сумырға һәм ҡыҫҡа – ни бары өс көн эсендә ҡарар сығарырға кәрәк. Шулай уҡ үҙ ҡарарыңды яҡлау барышында уны үҙ аллы күрһәтеү мөмкинлеге булыуы шатландыра, был үҙ идеяңды эксперттарға еткерергә һәм кире бәйләнеш алырға мөмкинлек бирә, – тип һөйләне еңеүсе.

Әгәр балдарың тулмаһа...
Студент дипломант була алмаһа ла, ул бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә, фекерҙәштәр менән таныша, билдәле спикерҙар менән осраша, эш биреүселәрҙең талаптарын яҡшыраҡ аңлай.
Олимпиадала әүҙем ҡатнашыусыларға резюме төҙөүҙән алып төркөмләп карьера консультацияларын үтеүгә тиклем навигацияның тулы циклы бирелә. Шулай уҡ улар алдынғы компанияларҙың вакансиялары менән танышыу, уларҙа стажировкалар үтеү, офистарға һәм партнерҙарҙың етештереү урындарына экскурсияларға барыу мөмкинлектәренә эйә була.
– Яңы миҙгелдә беҙ карьера порталы – платформа менән ҡулланыу мөмкинлеген киңәйтергә планлаштырабыҙ, бында һәр ҡатнашыусы, йәшәгән төбәгенә ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡһындырған профиль буйынса вакансия таба ала, – ти ойоштороу-сылар. – Һайлап алыу этабын уңышлы үткәндәрҙең дә уларға ҡушылыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.

Олимпиадала кемдәр ҡатнаша ала?
«Мин – профессионал» – студенттар олимпиадаһы. Тимәк, ул бакалавриат, белгеслек, магистратура, юғары база белеме һәм махсуслаштырылған юғары белем биреү программалары буйынса уҡыған юғары уҡыу йорттарының ғәмәлдәге студенттарына иҫәпләнгән. Йүнәлештәре төрлө: техник, гуманитар, тәбиғи-ғилми, педагогика, аграр тармаҡ һәм медицина. Уҡыу формаһының да төрлөһө мөмкин: көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп, ситтән тороп.
Ә бына кемдәр олимпиадала ҡатнаша алмай, улар – әлеге мәлдә ҡулында дипломы булған мәктәп уҡыу-сылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар, аспиранттар, ординаторҙар, сит ил вуздары студенттары.

Нисек теркәлергә?
Олимпиадала ҡатнашыуға ғаризалар 12 ноябргә тиклем рәсми сайтта ҡабул ителә: yandex.ru/profi. Һайлап алыу этабы – 15 ноябрҙән 1 декабргә, йомғаҡлау этабы иһә 2025 йылдың февраленән апреленә тиклем уҙа. Майҙа конкурсҡа йомғаҡ яһала.

Эштәрҙе кем әҙерләй?
Яңы миҙгелдә олимпиада 70-тән ашыу предмет өлкәһен үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта йүнәлештәр исемлеге йыл һайын хеҙмәт баҙары ихтыяждарына ҡарап яңыртыла. Мәҫәлән, быйыл тәүге тапҡыр «Проект менеджменты» һәм «Һанлы продукт менән идара итеү һәм инноватика» дисциплиналары буйынса конкурстар үтә.
Олимпиада өсөн бөтә эштәрҙе илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары һәм ғилми институттары эксперттары 600-ҙән ашыу партнер-компания белгестәре менән берлектә әҙерләй. Был эштә олимпиаданы ойоштороусыларҙың береһе булған Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары бишенсе тапҡыр ҡатнаша. Улар «Математик модель әҙерләү» йүнәлеше буйынса эштәр әҙерләй.
– Математик модель әҙерләү Өфө вузы өсөн осраҡлы ғына һайланманы, – ти Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Вадим Захаров. – Бында математик модель әҙерләү буйынса көслө ғилми мәктәп ойошторолған, ул Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең алдынғы сәнәғәт компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә. Былтыр был йүнәлеш буйынса вузда 10 мең ҡатнашыусы теркәлгән.
Башҡортостан, ғәҙәттәгесә, «Мин – профессионал» олимпиадаһына теркәүҙәр һаны буйынса тәүге төбәктәр иҫәбенә инә. Уҙған миҙгелдә, математик модель әҙерләүҙән тыш, ҡатнашыусылар «Дауалау эше һәм педиатрия», «Биология» йүнәлештәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Төбәктең 27 юғары уҡыу йорто һәм филиалы студенттарынан йәмғеһе 22 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән.

Автор: