Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
18 Октябрь , 11:55

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларға нимәләр тейеш

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тәғәйен тиҫтәләрсә ярҙам сараһы булдырылған, уларға әленән-әле яңылары өҫтәлеп тора. Уларҙың барыһын да бергә туплап, һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларға нимәләр тейеш
Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларға нимәләр тейеш

Балаларға тәғәйен льготалар
Йөклө ҡатындарға, сабый имеҙгән әсәләргә, өс йәшкә тиклемге балаларға һөт кухняһынан бушлай аҙыҡ-түлек бирелә. Теркәлеү өсөн яҡындағы бүлеү пунктына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бер йәш ярымдан ҙурыраҡ балаларын үҙҙәре өсөн уңайлы балалар баҡсаһына урынлаштыра йәки күсерә ала. Әйткәндәй, мәктәпкәсә учреждение улар өсөн тулыһынса бушлай. Район йәки ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Баланы үҙегеҙ теләгән мәктәпкә урынлаштырырға йәки күсерергә мөмкин. Оҙайтылған көн төркөмөндә шөғөлләнеү һәм туҡланыу ҙа бушлай буласаҡ (был колледж студенттарына ла ҡағыла). Уҡыу йортона мөрәжәғәт итегеҙ.
Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына дәүләт һәм муниципаль түңәрәктәр, йәйге ял лагерҙары бушлай, улар спорт секцияларына яҙылыуҙа өҫтөнлөк һәм автобустарҙа айына 60 тапҡыр бушлай йөрөү хоҡуғы менән файҙалана.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын колледждарға һәм башҡа уҡыу йорттарына аттестаттың уртаса балын иҫәпкә алмайынса ҡабул итәләр, һәм улар бушлай уҡый. Әгәр бала коммерция нигеҙендә уҡырға ингән булһа, уны бушлай уҡыуға күсерәләр. Әгәр белгеслек буйынса бюджет урындары булмаһа, уҡыуҙы түләү өсөн сертификат бирелә. Урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн ятаҡ та бушлай тейеш. Уҡыу йортоноң етәкселегенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Ғаилә өсөн льготалар
Ирекмәндәр МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә: утын яра, ихатаны ҡарҙан таҙарта, кешенең һорауы буйынса дарыухананан дарыуҙар йәки кибеттән аҙыҡ-түлек алып килә ала (сығымды хужа үҙе түләй). Шайморатов исемендәге штабтың телефоны: +7 (800) 201-89-03, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының штабы: +7 (927) 311-23-55. Эш ваҡыты: 9.00 – 18.00 арауығында.
«Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре социаль түләүҙәргә документтар тултырыу эшендә бушлай ярҙам итә, алимент юллау, мираҫҡа ҡалған милекте билдәләү, балаларға һәм көнкүрешкә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә булышлыҡ күрһәтә. Үҙәк офистың телефоны: +7 (347) 246-02-80.
МХО ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзалары Башҡортостан шифаханаларына бер тапҡыр 14 көнгә иҫәпләнгән юллама алыу хоҡуғына эйә. Уны һәр кем үҙе генә лә йәки яҡын туғаны менән етешәр көндән бүлешеп ҡуллана ала. МХО ҡатнашыусыларының балаларына шифаханаға бушлай юллама тейеш (балалар поликлиникаһы аша медицина күрһәтмәләренә ярашлы бирелә). Шифахананың үҙенә мөрәжәғәт итергә.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бер автомобилгә транспорт һалымы түләүҙән азат ителә. Ғариза яҙырға кәрәкмәй, льгота автоматик рәүештә билдәләнә.
МХО-ла ҡатнашыусы, уның ҡатыны (ире), балиғ булған балалары колледжда йәки автомәктәптә уҡыу өсөн сертификат алыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ үткән йылдар өсөн компенсация түләүҙәре алырға мөмкин.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың пенсия йәшендәге йәки инвалидлыҡ төркөмөнә эйә ғаилә ағзалары шулай уҡ балиғ булмаған бала тәрбиәләгән әсәләр өйҙә йәки ярымстационар алымда күрһәтелгән социаль хеҙмәттәр менән файҙалана, йорт-интернаттарға сираттан тыш урынлаша ала. Ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-775-00-14. Был ярҙам төрөн “Дәүләт хеҙмәттәре” аша ла юлларға мөмкин.
Үҙ аллы әҙерләгән осраҡта утын хаҡының 10 процентын ғына түләп алыу мөмкинлеге бар. Урындағы урман хужалығына мөрәжәғәт итергә.
Тиҙҙән тағы бер льгота – Өфөләге «Көнсығыш сығыу юлы»нан бушлай йөрөү ғәмәлгә инәсәк. Был ташлама менән МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары ла ҡуллана ала. Уны юллау ҡағиҙәләре менән һуңғараҡ таныштырасаҡтар.
Мәскәүгә йәки ошо өлкәгә яралы яугирҙы ҡарау өсөн килгән ғаилә ағзалары Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағындағы ҡунаҡханала бушлай йәшәй ала. +7 (495) 621-40-30 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙе кисектергән өсөн пеня түләмәй. Бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, хакимиәттәр был ҡағиҙәне үтәү өсөн исемлектәрҙе идара итеүсе компанияларға үҙҙәре тапшыра. Шулай уҡ бындай ғаиләләр сүп-сар сығарыу өсөн түләмәй. Үҙегеҙҙең төбәк операторына мөрәжәғәт итегеҙ.
Эш эҙләүселәргә эшкә урынлашыуҙа шәхси ярҙам күрһәтелә. Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә юридик ярҙам да бушлай бирелә.
МХО-ла ҡатнашыусы һәм ғаилә ағзалары үҙ йортона газ үткәреү өсөн сертификат алырға хоҡуҡлы. Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.
Дәүләт музейҙарында, театрҙарында, филармонияларында һ. б. урындарҙа 50-100% ташламалар ҡаралған. Мәғлүмәтте учреждение кассаһында аныҡларға һәм льгота буйынса билеттар һатып алырға мөмкин.
Яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә бушлай психологик һәм психотерапевтик ярҙам күрһәтеү программаһы булдырылған. Мөрәжәғәт итергә: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге +7 (347)241-62-85; Республика клиник психиатрия дауаханаһының ышаныс телефоны +7 (347) 295-02-36 (тәүлек әйләнәһенә); Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ышаныс телефоны: 8-800-2000-122 (тәүлек әйләнәһенә, бушлай, аноним рәүештә эшләй).

Шәхси финанстар
МХО ҡатнашыусыһы һәм уның ғаилә ағзалары кредит йәки займ буйынса түләүҙәрҙе ваҡытлыса туҡтатырға, «каникулдар» алырға хоҡуҡлы, әммә һуңынан сумманы түләргә тура киләсәк. Банкка йәки микрофинанс ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
«Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды»нан баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа фатир һатып алырға мөмкин. Ҡағиҙәләр һылтанма буйынса: zhilprog. bashkortostan.ru/documents/active/298309/, телефон: +7 (347) 218-17-46.
Дәүләттән грант алған, әммә 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация буйынса МХО-ға киткән Баш-ҡортостан граждандары грант шарттарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат ителә. Грант алған ведомствоға мөрәжәғәт итергә.
Республика ғәмәлдә булған «балалар» пособиеларын иҫәпләгәндә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың килеме иҫәпкә алынмай (йәғни ата-әсәнең эш хаҡы юғары булыуға ҡарамаҫтан, ғаилә пособиеға хоҡуғын һаҡлап ҡала). Федераль ярҙам сараларын иҫәпләгәндә Социаль фонд мобилизацияланған-дарҙың килемен иҫәпкә алмай.
Торлаҡ йорт, төкәтмә төҙөүгә, элек башланған торлаҡ йорт төҙөлөшөн тамамлауға йәки ауыл ерендә торлаҡ һатып алыуға социаль түләү алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡ булдырылған. Бының өсөн ауыл еренә күсенеү буйынса дәүләт программаһында ҡатнашырға кәрәк.
Фатирға аҡса туплау программаһында ҡатнашыусы МХО яугирҙары бюджет премияһы менән бөтә аҡсаны алдан алырға йәки программала ҡатнашыуҙы бер ниндәй ҙә штраф санкцияларыһыҙ «туңдырырға» һәм ҡайтҡас яңынан башларға хоҡуҡлы. Ҡыҙыу линия телефоны +7 (347) 285-00-97.

Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
PСитуация үҙәгенә телефон аша шылтыратығыҙ:
122, өҫтәмә һан 1 +7 (347) 218-19-19 (көн һайын 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем).

МӨҺИМ
Бөтә льготаларҙы алыу өсөн төп документ – хәрби мобилизация буйынса саҡырылған граждандың йәки контрактсының белешмәһе. Уны ғаилә ағзалары йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатта ала.

Фото: Валерий Шахов

Автор: