Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һыу инеү миҙгеленең биш ҡағиҙәһе. Йылға-күл буйында нимә эшләргә ярамай

Һыу инеү миҙгеле асылыуға бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Статистикаға ярашлы, йәйге ял ваҡытындағы күңелһеҙ хәлдәрҙең күбеһе кешеләрҙең һыуҙа һәләк булыуына бәйле, шуға күрә хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрәбеҙ.

Һыу инеү миҙгеленең биш ҡағиҙәһе. Йылға-күл буйында нимә эшләргә ярамай
Һыу инеү миҙгеленең биш ҡағиҙәһе. Йылға-күл буйында нимә эшләргә ярамай

1. Тыйылған урындарҙа һыу инмәгеҙ
Һыу яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Бер ҡасан да, бер ниндәй шарттарҙа ла һыу инеү тыйылған урындарҙа пляж һайламағыҙ, айырыуса балаларҙы унда алып бармағыҙ. «Һыу инеү тыйыла» тигән яҙыуҙы кеше өсөн хәүефле урында ғына ҡуялар. Көслө ағым, өйрөлтмәләр, һыу төбөн ныҡлы баҫып алған ылымыҡ, яр буйындағы ҡомда табылған паразиттар – былар барыһы ла пляжды ябыу өсөн етди сәбәп.
Республикала хәҙер тыйыу иғландарын аҙыраҡ ҡуйырға, ә төҙөкләндерелгән ял итеү урындарын күберәк булдырырға тырышалар. Башҡортостан – асыҡ пляждар һаны буйынса Волга буйы федераль округында лидер: биш йыл эсендә уларҙың һаны 68-ҙән 150-гә тиклем артҡан, ә быйыл 200 пляж асырға ниәтләйҙәр.
Тәү сиратта халыҡ күпләп ял иткән урындарҙы йыһазландыралар: ярҙарҙы һәм һыуға инеү юлдарын таҙарталар, пляждарҙы киңәйтәләр, ҡотҡарыусыларҙың дежурлығын тәьмин итәләр. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында махсус интерактив карта бар, унда үҙегеҙгә яҡын йыһазландырылған пляжды табырға мөмкин: portal.introgis.com. Йәшел төҫ менән билдәләнгән ял итеү урындары халыҡты ҡабул итергә әҙер. Ошонда уҡ һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, әгәр ҡапыл һыуға батып барыусыны ҡотҡарырға тура килһә, быны нисек эшләргә кәрәклеге тураһында ентекле инструкция бар.

2. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ
Балағыҙ менән пляжға барһағыҙ, уны бер секундҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамағанын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Ата-әсә балаларын һыу инеү ваҡытында даими күрергә тейеш, ә иң яҡшыһы – өлкәндәрҙең улар янында һыуҙа булыуы. Ял итеү өсөн һөҙәк, ҡомло ярлы, төбө таҙа булған пляж һайлағыҙ. Йөҙә белмәгән балалар өлкәндәрҙән алыҫ китмәҫкә тейеш. Һыуҙа бик ипле булырға кәрәклеген, бер-береңде батырып уйнарға, шаярып «ярҙамға саҡырырға» ярамағанлығын аңлатырға кәрәк. Был ғүмер өсөн хәүефле!
Кеше, шул иҫәптән балалар, һыуға бата башлағанда, ныҡ итеп ҡысҡыра, ярҙам һорай, тип уйлай күптәр. Ысынында иһә, ҡотҡарыусылар раҫлауынса, һыуға батыусы йыш ҡына бер ниндәй ҙә тауыш сығармай, был хәл тиҙ һәм шым була, сөнки бөтә көс ҡысҡырыуға түгел, ә тын алыуға китә. Кеше ҡулы менән һыу өҫтөндә һелтәнмәй, батмаҫ өсөн һыуҙан этенеп, йөҙөргә тырыша. Ситтән ҡарағанда, был уйын кеүек тойолоуы ихтимал.
Шуға күрә һыу өҫтөндә килеш ауыҙын асҡан, башын артҡа ташлаған, битенә төшкән сәстәрен рәтләмәһә, «быяла» ҡарашлы баланы күрһәгеҙ, шунда уҡ ярҙамға ташланығыҙ. Бәлки, ул ысынлап та уйнайҙыр, әммә хәлде аныҡлау зыян итмәҫ.

3. Өрөп тултырмалы матрастар ҡулланмағыҙ
Өрҙөрөлгән матраста ятып, һут эсеп, рәхәтләнеп йылға-күл өҫтөндә йөҙгән кадрҙар кинола ғына матур күренеш булыуы ихтимал, ә тормошта, асыҡ һыу ятҡылыҡтарында улай итеп йөрөргә һис кенә лә ярамай. Матрасты яр буйында ҡояшта ҡыҙыныр өсөн файҙаланырға мөмкин. Ул ҡапыл тишелеүе, шартлауы, унан да бигерәк, саҡ ҡына ел иҫһә, елкән кеүек бөгөлөп, һыу эсендә әйләнеүе бар. Матрастағы йәки резина ҡулсалағы кеше ярҙан алыҫҡа йөҙөп, туғандары ярҙамға ташланып, уны ҡыуып етә алмай, хәлдәре бөткән, шул арҡала бер нисә кешенең ғүмере хәүеф аҫтында ҡалған осраҡтар ҙа булып тора. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

4. Пляжда иҫерткес эсемлектәр эсмәгеҙ
Пляжда эскән кеше – тирә-йүндәгеләр өсөн бер бәлә. Йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр эскән өсөн 500-ҙән 1,5 мең һумға тиклем штраф янай (Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.20-се статьяһы). Хәүефһеҙлек тураһында һөйләгәндә, эҫелә иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуҙан бөтөнләй баш тартыу яҡшыраҡ: йылылыҡты көйләү боҙола, организмға көсөргәнеш арта. Ә һыу инергә уйлаһаң, эҫенән һыуыҡҡа ҡапыл төшөү хәүефте тағы ла арттыра, сөнки бындай хәлдә йөрәк һәм ҡан тамырҙары былай ҙа көсөргәнешле эшләй. Эҫелә иң яҡшы эсемлек – ул үлән сәйе, емеш-еләк морсы йәки таҙа һыу. Эҫе ҡабыуға юл ҡуймау өсөн пляжға иртәнсәк йәки кисен килегеҙ. Баш кейемегеҙҙе онотмағыҙ.

5. Пляж биләмәһен ҡыйламағыҙ
Һыу инеү миҙгеле башланыр алдынан пляждарҙа ял итеүселәрҙе ҡабул итергә ныҡлы әҙерлек эштәре алып барыла: водолаздар һыу төбөн быяла, ағас төпһәләре, пластик кеүек хәүефле предметтарҙан таҙарта; санитар табиптар яр буйын ҡарай, һыуҙы һәм ҡомдо тикшерә. Миҙгел тамамланғанға тиклем пляж ошо торошта ҡалырға тейеш. Быға үҙебеҙ ҙә булышлыҡ итәйек. Пластик һауыт-һабаны һәм быяла шешәләрҙе ташлап китмәү, сүп-сарҙы ҡыуаҡ аҫтына түгел, ә яҡындағы бакка алып барып ҡалдырыу – былар барыһы ла пляждың таҙалығын һаҡлаған һәм уны хәүефһеҙ иткән ябай ғына ҡағиҙәләр.

2023 йылдың 1 июненән 31 авгусына тиклем Башҡортостанда 86 кеше һыуҙа батып үлгән, уларҙың 9-ы – балалар. Йыш ҡына кешеләр һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған урындарҙа һәм эскән килеш ҡазаға тарый.

Фото: Ксения Калинина

Автор: