Балаларға ярҙам
Атайҙар хәрби бурысын үтәгән мәлдә уларҙың балаларына республика ярҙам итә. Льготаларҙың иң ҙур исемлеге тап балаларға тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, өс йәшкәсә сабыйҙарға «Һөт кухняһы»нан бушлай аҙыҡ-түлек бирелә, йөклө һәм имеҙеүсе ҡатындар ҙа ошо уҡ хоҡуҡ менән файҙалана. Аҙыҡ-түлекте «Һөт кухняһы»ның яҡындағы таратыу пунктында алырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте milkrb.ru рәсми сайтында таба алаһығыҙ. Баланы йәш ярымдан мәктәпкәсә учреждениеға урынлаштырыуҙа бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар юҡ: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн урындар сиратһыҙ бирелә, һәм улар балалар баҡсаһына түләүһеҙ йөрөй.
Быйылдан тағы бер ҡағиҙә ғәмәлдә: МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре баланы яҡындағы балалар баҡсаһына күсерә ала.
Уҡыусыларға – төшкө аш һәм оҙайтылған көн төркөмө
Мәктәп уҡыусылары һәм колледж-дарҙың көндөҙгө бүлек студенттары бушлай йылы аш менән тәьмин ителә. Шулай уҡ улар ҡала һәм ҡала яны автобустарында түләүһеҙ йөрөй ала, айына 60 льготалы юл йөрөү мөмкинлеге ҡаралған. Ата-әсә балаһын уңайлы мәктәпкә күсереү хоҡуғына эйә. Колледж студенттарына аҡсалата компенсация ҡаралған. Уның күләме бер семестрға – 30 мең һум йәки уҡыу йылына 60 мең һум тәшкил итә. 2022/2023 уҡыу йылы өсөн компенсацияға ғаризаны 2024 йылдың 1 июненә тиклем бирергә кәрәк.
Дәүләт йәштәрҙең ялын ойоштороу тураһында ла хәстәрлек күрә. Уҡыу-сыларға бушлай оҙайтылған көн төркөмө ойошторола, әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, мәктәптәр махсус төркөмдәр булдыра ала. Шулай уҡ балалар дәүләт ҡарамағындағы түңәрәктәргә һәм секцияларға бушлай йөрөй, уларға йәйге лагерға түләүһеҙ юлламалар бирелә.
Көнкүреш мәсьәләләрендә ярҙам итәләр
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһендә көнкүрешкә ҡағылышлы килеп тыуған һәр мәсьәлә тиҙ арала хәл ителергә тейеш. Был – республика Башлығы Радий Хәбировтың талабы һәм уны барлыҡ ҡала-район етәкселәре үтәргә тейеш. Әгәр һорау менән кемгә мөрәжәғәт итергә белмәһәгеҙ, 8-800-201-89-03 телефоны буйынса Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына шылтырата алаһығыҙ. Штаб көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Ирекмәндәр йорт, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә, утын яра. Әйткәндәй, хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре утын һатып алғанда, хаҡтың 10 процентын ғына түләй, ташламаны урындағы урман хужалығы яһай. Хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһе көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса урындағы төбәк операторына мөрәжәғәт итеп, сүп-сар сығарған өсөн түләүҙән азат ителә ала.
Ауыл ерендә йәшәгән ғаиләләргә тағы бер мөһим ташлама – йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат ҡаралған. Уны алыу өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шулай уҡ хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыу, ә ололар һәм инвалидтар сиратһыҙ йорт-интернаттарға урынлашыу хоҡуғына эйә. Был мәсьәләгә бәйле 8-800-775- 00-14 телефоны буйынса Ҡыҙыу линия эшләй.
Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Был мәҡәләлә бөтә льготаларҙы ла һанаманыҡ, сөнки бөгөн Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Һорауҙарығыҙ булһа, 122 (өҫтәмә һан – 1), 7 (347) 218-19-19 (көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем) телефондары буйынса ситуация үҙәгенә шылтыратығыҙ йәки Республикаға идара итеү үҙәгенең телеграмдағы чат-ботына яҙығыҙ.
Контракт өсөн 400 мең һум
Башҡортостанда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән өсөн түләүҙе ике тапҡырҙан ашыуға арттырҙылар. Хәрби хеҙмәткәр бер тапҡыр 400 мең һум (төбәктән һәм Оборона министрлығынан) аҡса ала, быға өҫтәп райондан өҫтәмә аҡса түләнә. Һуңынан уға ай һайын 210 мең һумдан башланған хеҙмәт хаҡы тәғәйенләнә.
Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләгәндәр хәрби ведомствоның 117, 122 йәки 7 (347) 218-19-19 телефондары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итә ала. Һайлап алыу пунктының телефоны: 7 (347) 248-29-31.
Махсус хәрби операция биләмәһендә контракт хеҙмәте, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында һорауҙарға башбат.рф сайтында, телеграммдағы чат-боттарҙа бөтә яуаптар бар: t.me/contractRBBot.
Льготалар менән файҙаланыу өсөн хәрби мобилизация буйынса саҡырылған йәки хәрби контракт төҙөгән граждандың белешмәһе кәрәк. Уны йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта алырға мөмкин.