1. Талпан
Апрель әле яңы тамамланды, ә Башҡортостанда талпан ҡаҙалыу сәбәпле 600-ҙән ашыу кеше табипҡа мөрәжәғәт иткән. Йыл һайын төбәктә ун меңгә яҡын кеше ошо бәләкәй генә бөжәктең ҡорбаны була. Улар беҙҙе урман төпкөлөндә лә, ҡояшлы яҡты аҡланда ла, хатта ҡала паркында ла «көтә». Быйыл яҙ иртә килде, «дуҫтарыбыҙ» ҙа иртәрәк уянды. Улар, ғәҙәттә, бейек үлән араһында йәшенә һәм, ҡорбандың яҡынлашыуын тойоу менән, һөжүмгә әҙерләнә.
Ҡаҙалған талпандың хәүефле инфекциялар – энцефалит йәки боррелиоз таратыусымы-юҡмы икәнлеген былай ғына асыҡлап булмай. Быны лабораторияла эшләгән белгестәр генә билдәләй ала. Бөтөн талпандар ҙа үҙҙәрендә инфекция йөрөтмәй, ләкин хәүефһеҙлеккә инаныу яҡшыраҡ. Әгәр бөжәк зарарлы булған икән – ваҡытында дауалана башлау мөһим.
Хәүефле бөжәктәрҙән һаҡланыу өсөн прививка эшләтергә, тәбиғәткә сыҡҡанда репелленттар ҡулланырға һәм тәнде ҡаплап торған кейем кейергә, ваҡыты-ваҡыты менән үҙеңде һәм юлдаштарыңды тикшерергә кәрәк.
2. Сысҡан
Йылы осорҙа һаҡланырға кәрәк булған тағы бер хәүеф – бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк. Ул – сысҡандар таратҡан ауырыу. Көндәр йылыныу менән тиҙерәк тәбиғәткә сыҡҡы, баҡсаға барғы килә, әммә ҡурҡыныс сирҙең тап шунда һағалауы ихтимал. Ул йышыраҡ саң еҫкәгәндә, урманда бәшмәк йыйғанда, тәбиғәттә ял иткәндә, дача һәм өй алды участкаларында эшләгәндә, ауыл хужалығы эштәрен башҡарғанда йоға. Былтыр республикала 800-ҙән ашыу сысҡан биҙгәге менән ауырыу осрағы теркәлгән. Уларҙың күпселеге (63 проценты) – көнкүреш шарттарында, 29 проценты – урманда, 5 проценты дача участкаларында сир йоҡтороуын таныған.
«Сысҡан биҙгәге»нә ҡаршы прививка юҡ, шуға күрә уға ҡаршы көрәштә ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү генә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, оҙайлы ҡыштан һуң участкала эшләгәндә йәки дача йортон йыйыштырғанда битлек кейегеҙ, уны сәғәт ярым-ике сәғәт һайын алмаштырығыҙ. Күҙҙәрегеҙҙе йышыраҡ йыуығыҙ, ҡул менән йөҙөгөҙгә теймәгеҙ, күҙегеҙҙе ышҡымағыҙ. Йыуылмаған һәм кимереүселәр тейгән аҙыҡ-түлекте ашамағыҙ, сүп-сарҙы даими сығарып тороғоҙ.
3. Һыу
Ошо көндәрҙә республиканы ҡот осҡос яңылыҡ тетрәндерҙе: Хәйбулла районының Һаҡмар йылғаһында бер йәшлек бала батып үлгән. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, 24 йәшлек ҡатын, ике бәләкәй балаһын алып, дуҫтары менән ял итергә юлланған. Йылға тулы һыулы, тиҙ ағымлы. Йәш әсә бер нисә генә минутҡа балаларын иғтибарһыҙ ҡалдырыуы була, кесе улы эҙһеҙ юғала ла ҡуя. Тәүҙә йәштәр малайҙы үҙҙәре табырға маташа, әммә эҙләү һөҙөмтә бирмәгәс, ҡотҡарыусыларҙы саҡыралар. Асыҡланыуынса, бала һыуға бик яҡын килгән һәм ҡолаған, уны шунда уҡ ағым ағыҙып алып киткән. Баланың кәүҙәһен ваҡиға урынынан бер саҡрым алыҫлыҡта тапҡандар.
Әлеге ваҡытта ошо бәхетһеҙ осраҡты тәфтишселәр тикшерә. Улар балалары менән йылға-күл буйына ял итергә сыҡҡан ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп, бик һаҡ булырға һәм сабыйҙарын бер минутҡа ла ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.
- Балаларға һыу ятҡылыҡтарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, уларҙы һанға һуҡмау эҙемтәләре тураһында аңлатыу эштәре алып барығыҙ. Кескәйҙәрҙе хәүефһеҙлек сараларын үтәргә өйрәтегеҙ, йыһазландырылмаған урындарҙа һәм өлкәндәр булмағанда һыу инергә рөхсәт итмәгеҙ. Көслө ағым булғанда ныҡ тәрәнгә бармаһындар, – ти тәфтишселәр.
4. Москит селтәрҙәр
23 апрелдә Өфөлә бәләкәй балаға ҡағылышлы тағы бер күңелһеҙ хәл теркәлде. Ике йәшлек ҡыҙыҡай ата-әсәһе менән өйҙә булған. Бер мәл ул, тәҙрә төбөнә килеп, москит селтәргә таяна һәм икенсе ҡаттан ҡолап төшә. Сабыйҙы ашығыс рәүештә дауаханаға алып китәләр. Бәхеткә күрә, бала иҫән, уның хәлен табиптар тотороҡло тип баһалай.
Москит селтәрҙәрҙең хәүефле булыуы тураһында йыш һөйләйбеҙ, ләкин йыл һайын өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында тиҫтәләгән бала зыян күрә. Тәҙрә селтәрҙәре бик бәләкәй баланың ауырлығына ла иҫәпләнмәгән, улар уны ҡолап төшөүҙән ҡотҡара алмай.
Тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырмағыҙ, уларға блокираторҙар йәки асҡыслы тәҙрә тотҡостары ҡуйығыҙ. Сабый хәүефле урынға менә алмаһын өсөн, йыһаздарҙы тәҙрәнән алыҫ ҡуйығыҙ. Аҫылынып торған бауҙары һәм сылбырҙары булған жалюзи һәм рулон рәүешендәге тәҙрә ҡорғандарынан баш тартығыҙ – баланы быуып үлтереү ҡурҡынысы янай.
5. Эҫелек
Быйылғы апрель аномаль йылы булды, термометр бағанаһы 30 градусҡа тиклем күтәрелгән көндәр теркәлде. Эҫе һауа торошо йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланғандар өсөн айырыуса хәүефле. Уларға ҡан баҫымын контролдә тоторға, дарыуҙар ҡабул итергә һәм табиптар кәңәшен тоторға кәрәк. Баш кейеме кейергә һәм кәрәгенсә шыйыҡлыҡ эсергә онотмағыҙ.
Аномаль эҫелек республикалағы тәүге урман янғындарына ла сәбәпсе булды.