Нимә булды?
Башҡортостанда 27 апрелдән айырым күрһәтмә булғанға тиклем янғынға ҡаршы режим индерелде. Ғәҙәттә ул көҙ уртаһына тиклем дауам итә. Янғын йәһәтенән иң хәүефле айҙар – июнь һәм июль.
Янғынға ҡаршы айырым режим ғәмәлгә инеү менән усаҡ яғыу, баҡса участкаһында, ихатала былтырғы сүп-сарҙы яндырыу тыйыла. Урман буйында йәки аҡланда усаҡ яғып ултырыу хаҡында бөтөнләй оноторға тура киләсәк. Урманға машина йәки мотоцикл менән инергә, тәмәке төпсөгө ташларға ярамай.
Был осорҙа янғын инспекторҙары, урмансылар, урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре урмандарҙы даими тикшерә, ауылдар, баҡсалар буйлап йөрөп, усаҡ яғыу осраҡтарын асыҡлай.
Ни өсөн ул тиклем ҡәтғи, әлегә эҫелек юҡ бит
Янғын өсөн эҫелек кәрәкмәй. Урман ҡоролоҡтан һәм ҡояш ҡыҙҙырыуҙан яна тигән хәбәр – уйҙырма. Тәбиғи шарттарҙа үлән ут тоҡаныу температураһына йәшен атҡанда ғына етә ала. Был – дөйөм янғындар сәбәбенең икенсе сәбәбе. Иң төп ғәйеп – күптән инде кешенең үҙендә.
Кеше үҙе лә һиҙмәҫтән ҙур урман янғынына сәбәпсе булған осраҡтар бик күп. Күптәр усаҡ яға ла, осҡондары ситкә төшмәүен күҙәтеп тормай, уны тулыһынса һүндермәйенсә ҡайтыу яғын ҡарай, шырпы, тәмәке төпсөктәре ырғыта. Былтырғы ҡоро үләнгә ташланған шырпы йәки тәмәке төпсөгө айырыуса хәүефле. Ерҙә ятҡан шешә йәки быяла киҫәге арҡаһында ла янғын сығыуы ихтимал, сөнки улар ҡояш нурын фокуслап, лупа эффекты бирә.
Бер нисә йыл элек янғын һүндереүселәр ярайһы уҡ оҙаҡ ваҡыт дауамында М5 трассаһы янында үлән яныуға бәйле янғынды һүндерҙе. Уттың автомобиль тәҙрәһе аша ташлап кителгән тәмәке төпсөгөнән сығыуы асыҡланды. Ул саҡта апрель ине. Шуға күрә бындай саралар бик ваҡытлы һәм кәрәкле!
Штрафтар күпме?
Ил күләмендә көслө урман янғындары теркәлгәндән һуң ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн язаны ҡәтғиләштерҙеләр. Ни өсөнмө? Сөнки ғәҙел түгел: кемдәрҙеңдер тәртипһеҙлеге арҡаһында йөҙҙәрсә кеше көн-төн утҡа ҡаршы көрәшә, вертолеттар, башҡа төрлө техника эшләй, ә улар 500 һум штраф түләй. Юҡ, улай үтә еңел ҡотолалар ине. Хәҙер ябай халыҡ өсөн штрафтар – 60 меңгәсә, ә эшҡыуарҙарға ике миллион һумғаса арттырылды. Әгәр уттың фермер хужалығына ҡараған ерҙә башланыуы билдәле булһа, уны дәүләт субсидияларынан мәхрүм итәләр.
Урманда тәмәке тартҡан, машина менән ингән өсөн биш мең һум штраф ҡаралған. Штраф суммалары бер-береһенә ҡушыла. Сикләүҙәр тураһында ентекле мәғлүмәт Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.32-се статьяһында бирелгән.
Урманда янғын башланыуын
күрһәң, нимә эшләргә?
Иң мөһиме – геройлыҡ күрһәтмәҫкә, хәл-торошҡа ҡарап эш итергә. Урмандағы бәләкәй генә булып күренгән ут сығанағы ла тиҙ арала ҡурҡыныс янғынға әйләнеүе ихтимал. Әгәр ҙур булмаған ҡыуаҡ яныуын йәки һүндерелмәгән усаҡ күрһәгеҙ, өҫтөнә һыу ҡойоп йәки тупраҡ ташлап ҡарарға була. Ә инде ут ҙур биләмәне ялмай башлаһа, һеҙ бер нимә лә эшләй алмаясаҡһығыҙ, шуға күрә ут йүнәлешенә перпендикуляр рәүештә елгә ҡаршы яҡҡа ҡасығыҙ. Хәүефһеҙ урынға сығыу менән диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ: +7(347)218-14-14. Шулай уҡ берҙәм федераль номер буйынса хәбәр итергә мөмкин: 8-800-100-94-00. Ике телефон да тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Республика янғынға ҡаршы көрәш буйынса нимәләр эшләй?
Былтыр Башҡортостан биләмәһендә тәбиғәт янғындарына бәйле хәл ҡатмарлы ғына булды: 156 осраҡ теркәлде. Был алдағы йыл менән сағыштырғанда өстән бер өлөшкә күберәк, әммә эҙемтәләре аҙыраҡ, сөнки алдан тейешле саралар күрелде.
Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда 1100 аҫып йөрөтмәле ут һүндергес, 18 берәмек 300, 600 һәм 1000 литрлы күсмә янғын резервуары һатып алынды. Улар барыһы ла Республика янғынға ҡаршы хеҙмәт бүлексәләрендә һаҡлана һәм ихтыяж тыуған осраҡта кәрәкле нөктәгә ебәрелә.
Уҡыу үҙәктәрендә янғын һүндереү программаһы буйынса ике меңдән ашыу ирекмән уҡытылды. Кешеләрҙе тиҙ арала алып барып еткереү өсөн республика ике автобус, бынан тыш, Радий Хәбировтың башланғысы буйынса Ка-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеты һатып алды. Ул тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора, экипаж шунда уҡ ҡайҙа кәрәк, шунда осорға әҙер. Вертолет оператив мәсьәләләрҙе хәл итеүгә – 46 тапҡыр, шул иҫәптән янғын һүндереүгә – 18 тапҡыр, ташҡынды һәм янғынды күҙәтеү өсөн 23 тапҡыр йәлеп ителде. Ҡыҫҡаһы, ул ҙур һорау менән ҡуллана һәм үҙенең юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Вертолетҡа ярҙамға республика дүрт автоцистерна һәм башҡа янғын һүндереү техникаһы һатып алырға планлаштыра, сөнки янғынды һүндереүгә ҡарағанда, уға юл ҡуймау яҡшыраҡ!
БЕЛЕП ҠУЙЫҒЫҘ
Шешлек бешерергә яраймы?
Ярай, әммә бик һаҡ эш итегеҙ. Бының өсөн тейешле саралар күреү мотлаҡ: мангал йорттан һәм башҡа ҡаралтыларҙан кәм тигәндә биш метр алыҫлыҡта булырға тейеш. Шулай уҡ уның эргә-тирәһендәге үләнде ҡаҙып алырға кәрәк, ут һүндергес, берәй биҙрә һыу, көрәк кеүек ҡорамалдың янда булыуы шарт. Әҙер күмер ҡулланығыҙ, утын яғып, күмер әҙерләргә ярамай. Әгәр елдең тиҙлеге секундына биш метрҙан күберәк булһа, был эшкә тотонмағыҙ. Тере күмерле мангалды ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, был эште балаларға ышанып тапшырмағыҙ.
Әйткәндәй, баҡсасылар һәм ауыл ерендә йәшәүселәр үҙ биләмәһендәге сүп-сарҙы ваҡытында йыйып, үләнде сабып торорға тейеш. Кире осраҡта, янғын хәүефе тыуҙырған өсөн 50 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
! Быйыл йәй республикала аномаль эҫе көтөлә.