Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
2 Февраль , 16:10

Башҡортостанда 2024 йылда буласаҡ биш төп ваҡиға

Быйыл республикала ниндәй саралар ойошторола һәм ни өсөн уларҙан ситтә ҡалмау мөһим.

Башҡортостанда 2024 йылда  буласаҡ биш төп ваҡиға
Башҡортостанда 2024 йылда буласаҡ биш төп ваҡиға

1. Рәсәй Президентын һайлау
Ҡасан: 15, 16, 17 мартта
Ни өсөн мөһим: Сөнки ул илдең, шулай уҡ бөтә донъяның киләсәген билдәләйәсәк йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы. Президент һайлауы тәүге тапҡыр өс көн барасаҡ: әгәр һеҙ беренсе көндә тауыш биреп өлгөрмәһәгеҙ, ике запас көн бар. Пандемия ваҡытында уҡ өс көнлөк тауыш биреү системаһын ҡуллана башланылар. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге хәбәр итеүенсә, рәсәйҙәрҙең 74 проценты уның уңайлылығын баһаланы.
Әлеге ваҡытта юғары вазифаға 11 граждан дәғүә итә, барыһы ла рәсми рәүештә Үҙәк һайлау комиссияһында теркәлгән. Уларҙың өсәүһе – партияларҙан кандидаттар, тағы ла һигеҙе – үҙ-үҙен күрһәтеүселәр.
Ил Президенты алты йылға һайлана, йәғни ул 2030 йылға тиклем етәкселек итәсәк. Һайланасаҡ президент инаугурацияһы 2024 йылдың 7 майына билдәләнгән.

2. Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау
Ҡасан: 8 сентябрь
Ни өсөн мөһим: Тағы ла бер мөһим сәйәси ваҡиға, уның һөҙөмтәһенә республикабыҙҙың артабанғы үҫеше бәйле.
Төбәк етәксеһе вазифаһына кемдәр дәғүә итеүе әлегә билдәһеҙ, сәйәси көстәр әлегә үҙ кандидаттарын билдәләй һәм улар тураһында йәйгә табан белербеҙ.

3. Өфөнөң 450 йыллығы
Ҡасан: август аҙағы (аныҡ датаны һуңғараҡ билдәләйәсәктәр).
Ни өсөн мөһим: байрам федераль статусҡа эйә булыуға ҡарамаҫтан (2020 йылдың ноябрендә был хаҡта Указға Рәсәй Президенты ҡул ҡуйҙы), ҡала юбилейы ҡунаҡтар өсөн түгел, ә тәү сиратта республика халҡы өсөн бик кәрәк. Юбилей алды әҙерлегендә насар юлдарҙан, алданған өлөшсөләрҙән алып ҙур спорт һәм мәҙәни үҙәктәр төҙөүгә тиклем бик күп мәсьәләләр хәл ителә. Баш ҡаланың юбилейы өфөлөләр өсөн генә түгел, республика халҡы өсөн дә мөһим, сөнки Өфө төбәктең үҙәге булып тора һәм алдынғы идеялар тап унан тарала.
Баш ҡаланың юбилейына урамдар, парктар һәм скверҙар яңыртыла, мәктәптәр һәм дауаханалар төҙөлә, Өфөләге ҡурсаҡ театры реставрацияланды, Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге һәм башҡа объекттар төҙөлә.

4. Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы
Ҡасан: көҙ (аныҡ датаны һуңғараҡ билдәләйәсәктәр)
Ни өсөн мөһим: Өфөгә ике дәүләттең власть һәм бизнес вәкилдәре киләсәк, бында ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итәсәктәр. Рәсәй Президенты әйтеүенсә, әлеге ваҡытта илдең 76 төбәге Ҡаҙағстан Республикаһының өлкәләре менән тура партнерлыҡ бәйләнештәре булдыр-ған, күрше дәүләт менән тауар әйләнеше 2022 йылда 10 проценттан ашыуға артҡан һәм 28 миллиард долларҙан ашып киткән.
Юбилей форумының Өфөлә уҙасағын эксперттар Башҡортостанға һәм уның етәкселегенә ҙур ышаныс менән бәйләй. Билдәләп үтергә кәрәк, былтыр Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең форумы үтте, һәм республика ҙур халыҡ-ара сараларҙы уңышлы уҙғара алыуын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Ябай ҡала халҡы өсөн Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде: рәсми вәкилдәр мөһим мәсьәләләрҙе тикшергән арала баш ҡалабыҙҙа күргәҙмәләр, йәрминкәләр, күмәк халыҡ ҡатнашҡан саралар ойошторолдо. Быйылғы форумдың да күңелле һәм байрамса буласағы күҙаллана.
– Рәсәй менән Ҡаҙағстандың киләһе Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын Өфөлә үткәрергә ҡарар иткәнегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Был – беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. – Һис шикһеҙ, форум сауҙа-иҡтисади, эшлекле, гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән өлкәләрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙе уртаҡ тарих, мәҙәниәт, тамыр-ҙарыбыҙ берләштерә.

5. «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы
Ҡасан: август (аныҡ датаны һуңғараҡ билдәләйәсәктәр).
Ни өсөн мөһим: Форум – илдең спорт тормошонда төп ваҡиға һәм
Рәсәйҙә физкультураны, профессиональ һәм күмәк спортты үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл иткән иң абруйлы майҙансыҡ. Өфөгә өс меңдән ашыу кеше киләсәк. Улар араһында – Олимпия уйындары чемпиондары, Спорт федерациялары етәкселәре, бизнесмендар, журналистар һәм эксперттар.
Форум Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү менән бер үк ваҡытта уҙасаҡ һәм был ваҡытҡа ҡала кәрәкле инфраструктура менән тәьмин ителәсәк, тип планлаштырыла. Үҙенсәлекле Спорт көрәше үҙәге, Фехтование үҙәге, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы әҙерләнәсәк. Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге, Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәге уңышлы эшләүен дауам итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан спорт ҡоролмалары иҫәбе буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инә. Улар беҙҙә 13 меңдән ашыу. Был күрһәткес буйынса беҙ Мәскәүҙән генә ҡалышабыҙ. Үткән йылда ғына Өфөлә футбол майҙаны, Октябрьскийҙа боҙ һарайы, Шаран, Борай, Хәйбулла райондарында физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, Аҡъяр ауылында бассейн сафҡа индерелде.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор: