Был хәлдең сәбәбе нимәлә? Мутлашыусыны ысын полиция йәки банк хеҙмәткәренән нисек айырырға? Төбәк Финанс үҙәгенең финанс грамоталылығы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Вәлиева менән берлектә ошо хаҡта аңлатма бирәбеҙ.
Кем шылтырата?
Күптәр аҡса һорап иркенән мәхрүм ителгән кешеләр шылтырата тип уйлай. Ә ысынбарлыҡта Рәсәй халҡын ойошҡан енәйәти төркөмдәр талай. Улар башлыса сит илдән тороп эш итә, шуға күрә был әҙәмдәрҙе тотоу, урланған аҡсаны кире ҡайтарыу бик ҡатмарлы. Мутлашыусылар өсөн эш сценарийын профессиональ психологтар, манипуляция һәм нейро-лингвистик программалау буйынса белгестәр төҙөй. Һеҙҙең тарафтан әйтелгән һәр дәғүәгә, реакцияға уларҙың яуабы йәки яңы һорауы әҙер. Шуға күрә йыш ҡына яңылыҡтарҙа кешеләрҙең гүйә гипноз тәьҫире аҫтында эш итеүе – кредит юллауы, фатирын һатыуы йәки банкоматҡа барып, мутлыҡ ҡылыусыларға аҡса күсереүе тураһында уҡыйбыҙ, ишетәбеҙ.
Банк йәки ысын полиция хеҙмәткәрҙәренең кешеләрҙе хата аҙым яһауҙан – кредит алыуҙан, йөҙәр мең, ҡайһы берҙә миллион һумлап аҡсаһын енәйәтселәр ҡулына күсереүҙән аралап ҡалыуы тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Бәғзе бер осраҡтарҙа был ярҙам итә, ә ҡайһы саҡта кешеләрҙе ышандырыу, хаталаныуын танытыу ныҡ ауыр, улар быны эш үткәс кенә аңлай.
Мутлашыусылар бер тапҡыр ғына шылтыратмай. Улар кешене яйлап әҙерләй, береһенән икенсеһенә тапшыра, һеҙгә ҡағылышлы дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе һәм адрестарҙы әйтеп һөйләшә (сөнки төрлө алымдар менән мәғлүмәттәр базаһын ҡулға төшөрәләр). Һаҡлыҡ кенәгәһендәге аҡсағыҙҙы урлау, һеҙҙең исемгә кредит юллау йәки фатирығыҙҙы һатыу өсөн мутлыҡ схемаһын аҙналарға һәм айҙарға һуҙалар.
Шуға күрә иң төп ҡағиҙә: таныш түгел номерҙан шылтыратһалар, яуап бирмәгеҙ! Әгәр һөйләшә башлап, һеҙҙе алдарға теләүҙәрен аңлаһағыҙ, шунда уҡ бәйләнеште өҙөгөҙ. Кемделер үпкәләтеп ҡуймайым тип, уңайһыҙланмағыҙ. Ғәҙәттә, мутлашыусылар кешеләргә баҫым яһарға ярата. Ҡотолоу-ҙоң берҙән-бер юлы – һөйләшеүҙе туҡтатыу!
Үҙҙәрен кем тип таныталар?
Ғәҙәттә, һөйләшеү ошолай башлана:
Мин – полиция (Федераль именлек хеҙмәте, прокуратура йәки башҡа ведомство) хеҙмәткәре.
Таныш түгел кеше вазифаһын, жетон һанын әйтә, баҫым яһап һөйләшә.
Һеҙ кем менән һөйләшеүегеҙҙе беләһегеҙме?
Һеҙҙең иҫәптән террорсыларға ярҙамға аҡса күсерелгән, бының өсөн статья ҡаралған!
Һеҙ шул кешене беләһегеҙме (исем-шәриф атала)? Ул – Украина гражданы, ышаныс ҡағыҙы буйынса һеҙҙең иҫәптән аҡса ала. Һеҙ уға ярҙам итәһегеҙ, был дәүләткә хыянат!
Енәйәтсене тотоу өсөн ярҙамығыҙ кәрәк. Ул тап әлеге ваҡытта һеҙҙең исемгә кредит юллай. Мин хәҙер нимә эшләргә кәрәклекте аңлатам. Һуңынан ярҙамығыҙ өсөн бүләкләү ҡаралған!
Нисек тамамлана: ҡурҡыштан ялған полиция хеҙмәткәре әйткәндәрҙең барыһын ла үтәйһегеҙ. Енәйәтсене тотошоуҙа ярҙам итәм, тип уйлайһығыҙ. Кредит юллайһығыҙ йәки һаҡлыҡтағы аҡсағыҙҙы алаһығыҙ, банкомат янында ысын полиция хеҙмәткәрҙәренән ҡасаһығыҙ (сөнки телефон аша шулай тип өйрәтәләр).
Аҡсаны тапшыраһығыҙ һәм “хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре” шунда уҡ юҡҡа сыға. Ә һеҙ аҡсаһыҙ йәки ҙур суммалағы кредит менән тороп ҡалаһығыҙ.
Мин – банк хеҙмәткәре. Шылтыратыусы эш хаҡығыҙ күскән банктың исемен йәки башҡа төрлө финанс ойошмаһын атай.
Әлеге ваҡытта һеҙҙең исемгә кредит юллайҙар, уны юҡҡа сығарыу өсөн яңы кредит алырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, һеҙгә мөмкин булған суммала кредит юллайыҡ, уны тотонмаҫҡа ла мөмкин. Был юрый ғына эшләнә, был хаҡта банк бүлексәһенә барып, хеҙмәткәрҙәргә әйтергә кәрәкмәй, сөнки улар алдан һөйләшеп, ялланған кешеләр булыуы ихтимал. Беҙ банк хеҙмәткәрҙәре араһындағы мутлашыусыларҙы асыҡларға теләйбеҙ. Шулай итеп, башығыҙҙы бутаясаҡтар. Банк бүлексәһендәге хеҙмәткәр нимәләлер шикләнеп, мутлыҡ ҡылыусыларға ҡаршы иҫкәрмәләрҙе уҡырға бирһә, ярай ҙа ул. Бәхеткә күрә, күп кенә зыян күреүселәр ошо этапта тоҙаҡҡа эләгеүен аңлай.
Мутлашыусылар кредит тарихына ҡағылышлы мәғлүмәттәрегеҙгә эйә булған, һуңынан улар һеҙҙең исемгә кредит юллауы ихтимал. Әйҙәгеҙ, килемегеҙ, эш урынығыҙ, ғәмәлдә бул-ған кредиттарығыҙ, айына күпме түләүегеҙҙе тикшерәйек. Ә был ваҡытта һеҙ биргән яуаптарҙы мутлашыусы банктың сайтында кредит юллау заявкаһына тултырып ултырасаҡ.
Хәҙер һеҙгә банктан смс-хәбәр киләсәк. Күрәһегеҙме, ул һеҙҙең банктан килде, мин – ошо ойошма хеҙмәткәре. Кодты әйтегеҙ әле. Мутлашыусыларға банк исеменән код ебәреү ҡыйын түгел, сөнки был ваҡытта ул банктың сайтында һеҙҙең мәғлүмәттәрҙе индереп, шәхси кабинетығыҙға үтергә маташа. Һеҙ смс-хәбәрҙәге кодты әйтәһегеҙ һәм шуның менән вәссәләм! Уға барлыҡ иҫәптәрегеҙгә, кредит заявкаларына юл асыҡ!
Мутлашыусылар смс булып килгән кодҡа ҡағылышлы хәтәр хәйлә уйлап тапҡан: “Унда кодты өсөнсө кешеләргә әйтмәгеҙ, тип яҙылған. Беренсе кеше – һеҙ, икенсеһе – мин, ә өсөнсө кешеләргә – туғандарығыҙға, таныштарығыҙға, таныш булмағандарға кодты әйтергә ярамай!”.
Мин һеҙгә банк телефонынан шылтыратам, күрәһегеҙме. Ысынбарлыҡта, үҙеңдең номерыңды хәҙерге технологиялар ярҙамында икенсегә үҙгәртеү еңел. Әгәр банк номерынан шылтыратып та, ниндәй ҙә булһа хәүеф-хәтәр һиҙһәгеҙ, шунда уҡ бәйләнеште өҙөгөҙ!
Бындай хәлдәргә тарығанда нимә эшләргә? Телефонды һүндерергә! Бәйләнеште өҙөргә!
Әгәр хәүефләнһәгеҙ, полиция хеҙмәтенә – 102-гә шылтыратып, ниндәйҙер хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре шылтыратыуы хаҡында әйтегеҙ.
“Банкир” менән һөйләшеүегеҙгә шикләнһәгеҙ, банктың “ҡыҙыу линия”һына мөрәжәғәт итеп (ул банк картаһында күрһәтелгән), алдағы әңгәмә тураһында хәбәр итегеҙ. Бик тә булмаһа, банк бүлексәһенә барып, ысын хеҙмәткәрҙәргә хәлде аңлатығыҙ.
Әгәр яҡын кешегеҙҙең бәләгә тарыуы тураһында хәбәр итһәләр (аварияға, дауаханаға эләккән, енәйәт ҡылған һ. б.), телефонды һалығыҙ һәм яҡынығыҙға йәки 102-гә шылтыратығыҙ.
Мин – “Дәүләт хеҙмәттәре” йәки Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре. Ғәҙәттә, яғымлы тауышлы ҡатын-ҡыҙ шылтырата.
Һеҙгә заказлы хат килде. Ниндәй адресҡа ебәрергә? Нисек алыу уңайлы – Рәсәй почтаһы аша йәки Күп функциялы үҙәк офисында? Әйҙәгеҙ, мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереп, верификация үтәйек. Хәҙер һеҙгә смс-код киләсәк.
“Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге шәхси кабинетығыҙға инергә, телефон һандарын һәм паролегеҙҙе үҙгәртергә маташалар. Әйҙәгеҙ, һаҡланыу өсөн һеҙҙең мәғлүмәттәрҙе раҫлайыҡ. Смс-кодты әйтегеҙ әле.
Һеҙгә һалым ҡайтармаһы/компенсация/пенсияға өҫтәмә тейеш. Уны алыу өсөн смс-кодты әйтегеҙ.
Ни өсөн мутлашыусыларға смс-код кәрәк? Ул “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә һеҙҙең аккаунтҡа инергә, уны яңы телефон һандарына бәйләргә, һеҙҙең мәғлүмәттәр менән файҙаланырға мөмкинлек бирә. “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә һеҙҙең хаҡта бик күп мәғлүмәт тупланған (адрестар, ИНН, СНИЛС, ОМС, паспорт мәғлүмәттәре, телефондар, милек тураһында яҙмалар). Улар ярҙамында төрлө ведомстволарҙан белешмәләр алырға, банк һәм микрозайм ойошмаларының сайттарында теркәлергә, кредиттар һәм займдар алырға мөмкин.
Һөйләшеүҙән һуң “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге аккаунтығыҙҙы емерһәләр, нимә эшләргә?
Телефон йәки электрон почта аша инеүҙе яйға һалып ҡарарға мөмкин.
Күп функциялы үҙәккә барып, яңынан тергеҙергә.
Шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итеп, “Дәүләт хеҙмәттәре”нә инеү мөмкинлеге урланыуы тураһында ғариза яҙырға, ҡабул итеүҙә булыуығыҙ, ғаризаны теркәүҙәре тураһында талон-белешмә алырға. Шулай итеп мутлыҡ осрағын теркәйәсәкһегеҙ. Әгәр һуңғараҡ мутлашыусылар “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге мәғлүмәттәрегеҙҙе ҡулланып кредит юллаһа, талон ярҙамында быны һеҙ эшләмәүҙе иҫбатлап буласаҡ.
Был осраҡтарҙа иң мөһиме – телефонды һүндереү һәм бәйләнешкә инмәү!
Фото: freepik.com
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.