Халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивале төбәк Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы үткәрелә. Байрам йылҡысылыҡты, ҡымыҙсылыҡты, халыҡ кәсептәрен үҫтереүҙе, уларға ҡағылышлы йолаларҙы һаҡлауҙы, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыуҙы һәм киңерәк танытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Төп бүләк – автомобиль!
Беренсе көндә – 11 августа (йома) ат спорты ярыштарының һайлап алыу туры үтә. 12 август (шәмбе) – фестивалдең төп көнө. Был көндә ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы саралар ҡаралған, уларҙың барыһында ла иғтибар үҙәгендә башҡорт аты буласаҡ. Аныҡлап әйткәндә:
Ат сабышы. Еңеүсегә тәғәйен төп бүләк – автомобиль.
Милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар: “Ауҙарыш” (ат өҫтөндәге көрәш), “Ылаҡ” (командалар уйыны, һыбай килеш ҡаршы яҡтың ҡаҙанына “гол” индереү, төп бүләк – миллион һум), “Тай-тулаҡ” (ат өйрәтеүселәр ярышы), йәйәү һәм һыбай килеш уҡ атыу.
Тоҡомло аттар күргәҙмәһе.
“Ҡымыҙфест”. Уның барышында республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған ҡымыҙ етештереүселәр үҙ-ара оҫталыҡта көс һынаша, ә байрам ҡунаҡтары шифалы эсемлекте тәмләп ҡарай ала.
Ғилми программа – Бөтә Рәсәй “Тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияларын етештереү өлкәһендәге проблемалар” ғилми-ғәмәли конференцияһы. Спикер булараҡ Дағстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Азербайжан, Ҡырым, Ҡырғыҙстан, Чечня республикалары һәм башҡа төбәк вәкилдәре сығыш яһай.
11 һәм 12 августа фестиваль ҡунаҡтарын башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы мәҙәни программа көтә. Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров, Артур Ҡәйепҡолов, Вилдан Яруллин, Рәсүл Ҡарабулатов, “Карауанһарай”, “Башстайл” төркөмдәре һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.
Тулы программа менән фестивалдең рәсми сайтында таныша алаһығыҙ: bashkort-aty.ru/.
Фестиваль майҙанында сауҙа рәттәре, йәмәғәт туҡланыуы нөктәләре эшләйәсәк, бушлай туҡталҡа ҡарал-ған.
Ат сабышында нисек ҡатнашырға?
Ат сабышында һәм башҡа спорт ярыштарында ҡатнашыу өсөн фестивалдең сайтында (www.bashkort-aty.ru) “Теркәү” бүлегендә теркәлергә кәрәк.
Балалар өсөн нимәләр ҡаралған?
Балалар интерактив һәм милли уйындарҙа, спорт ярыштарында ҡатнаша ала. “Суҡмар ырғытыу”, “Таш күтәреү”, “Тартыш”, “Таяҡ тартыу”, “Тарт-эт” уйындары, көрәш, йүгереү буйынса “Ҡымыҙ юлы” ярышы бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектакль күрһәтәсәк. Шулай итеп, бер кемгә лә күңелһеҙ булмаясаҡ!
Нисек барып етергә һәм торлаҡ табырға?
Машина менән түбәндәге трассалар буйынса барырға мөмкин:
Сермән – Баймаҡ: Темәс ауылы аша – Түбә – Иҫән – Граф күле йәки Баймаҡ ҡалаһы – Граф күле;
Ира – Магнитогорск: Юлдыбай аша – Баймаҡ – Граф күле;
Магнитогорск – Ира: Сибай аша – Баймаҡ – Граф күле.
Фестивалде үткәреү урынының GPS-координаталары: 52.6493197, 58.3256030, Өфөгә тиклем 410 километр. Маршрут буйынса күрһәтеү билдәләре ҡуйыласаҡ.
Әгәр йәмәғәт транспортында барһағыҙ, Баймаҡ ҡалаһына барып етәһегеҙ, унан фестиваль үткәрелгән урынға тиклем маршрут автобустары йөрөйәсәк (ара ни бары өс километр).
Баймаҡ, Сибай, Белорет ҡалаларындағы, Баймаҡ, Белорет, Әбйәлил райондарындағы ҡунаҡханаларҙа туҡталырға мөмкин. Урындар тураһында алдан үҙ аллы һөйләшеп ҡуйырға кәрәк.
Фестивалгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса Республика ситуация үҙәгенә шылтыратырға мөмкин, телефон: 122, өҫтәмә һан – 4.
Тоҡомло башҡорт атының үҙенсәлеге нимәлә?
Артыҡ бейек булмаған тоҡомло башҡорт аты матурлығы менән әллә ни алдырмай. Әммә ул иҫ киткес көслө һәм сыҙам. Элек-электән ауыл хужалығы эштәрендә, кәрәк саҡта хәрби маҡсаттарҙа ҡулланылған.
Был хайуандар быуаттар дауамында ошо ерлеккә өйрәнгән һәм ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йәшәүгә күнеккән. Башҡорт атын тоҡомсолоҡ йәһәтенән яҡшыртырға тырышмағандар, улар тәбиғи һайлап алыу юлы менән үрсегән һәм йыл әйләнәһенә иректә йөрөгән. Йорт хайуанына әйләнһә лә, башҡорт аттары бөгөн дә тәбиғи йәшәү рәүешен һаҡлап ҡалған. Улар ҡышҡыһын да тәрән көрт кисеп, тояҡтары менән тибенеп, үҙенә аҙыҡ табыуға һәләтле.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Быйыл фестиваль икенсе тапҡыр үткәрелә. Тәүге “Башҡорт аты” былтыр уҙҙы. Ул саҡта сараға биш меңдән ашыу кеше килде. Ҡунаҡтар араһында Ҡалмыҡстандан республика башлығы Бату Хасиков етәкселегендәге ҙур делегация ла булды. Баймаҡ ере шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм илебеҙҙең Мәскәүҙән алып Яҡутстанға тиклем арауыҡтағы 20 төбәгенән ҡунаҡтар ҡабул итте.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.