Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Банкротлыҡ тураһында ете уйҙырма

“Федресурс” проекты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса физик шәхестәрҙе банкрот итеп иғлан итеү йәһәтенән Башҡортостан илдә дүртенсе урында билдәләнгән.

Банкротлыҡ тураһында ете уйҙырма
Банкротлыҡ тураһында ете уйҙырма

Беҙҙән алда – Краснодар крайы, Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе.
11 меңдән ашыу кешенең мөлкәте бурыс ҡаплау иҫәбенә һатылған. Был 2021 йыл менән сағыштырғанда 48,1 процентҡа күберәк. Эйе, был кешеләрҙең бер өлөшө – ысынлап та ауыр хәлдә ҡалыусылар. Әммә күптәр банкротлыҡты күп итеп кредит алып, бер тин дә түләмәйенсә рәхәт тормошта йәшәү мөмкинлеге тип уйлап яңылыша. Был улай түгел! “БР Финанс үҙәге” белгестәре менән берлектә ошоға бәйле таралған уйҙырмалар тураһында аңлатма бирәбеҙ.

1-се уйҙырма. Әгәр үҙеңде банкрот тип иғлан итһәң, кредиторҙарға бер тин дә түләргә кәрәкмәй
Ысынбарлыҡта: Банкротлыҡ бөтә бурысты тулыһынса юҡҡа сығарыу- ҙы аңлатмай. Суд аша башҡарылған банкротлыҡ осрағында (барлыҡ рекламалар ошо хаҡта), суд һәм финанс идарасыһы кредиторҙарға уларҙың аҡсаһын ҡайтарырға тырыша. Ғәҙәттә, реструктуризация тәҡдим итәләр, йәғни шарттарҙы үҙгәртәләр. Мәҫәлән, һеҙгә түләү уңайлы булһын өсөн ставканы кәметеүҙәре йәки кредит срогын оҙайтыуҙары ихтимал. Шулай уҡ йыш ҡына банкрот булырға теләгән кешенең иҫәбендәге аҡсаны алалар, бурыслының мөлкәтен һатыуға ҡуялар.

2-се уйҙырма. Кешенең берҙән-бер торлағын тартып алмайҙар
Ысынбарлыҡта: Әгәр берҙән-бер торлаҡ кредит буйынса залогта булмаһа, уны тартып ала алмайҙар. Мәҫәлән, ипотекаға һатып алынған торлаҡты банк менән иҫәпләшеү өсөн һатыуға ҡуйыуҙары ихтимал. Әгәр торлағығыҙҙы һаҡлап алып ҡалырға теләһәгеҙ, ипотеканы ҡулаҡса (кредит түгел) менән түләй алырлыҡ кеше табырға кәрәк. Мәҫәлән, ипотека буйынса бурысты берәй туғанығыҙ түләй, аҡсаны шәхси машинаһын һатыу-ҙан алыуы тураһында документ беркетә. Бурыслының мөлкәтенә бәйле барлыҡ алыш-биреш документтары банкротлыҡ тураһында ғаризаға ҡушып һалына һәм ентекле тикшерелә.

3-сө уйҙырма. Банкротлыҡ иғлан итер алдынан кредиттар алып, мөлкәтеңде икенсе кешегә яҙҙырып, айырылышырға мөмкин – шул саҡта капиталыңды һаҡлап ҡалырға мөмкин
Ысынбарлыҡта: Банкротлыҡ процедураһы барышында һуңғы өс йылда башҡарылған барлыҡ ошоноң ише осраҡтар айырым ҡарала. Һатыу, һатып алыуға ҡағылышлы алыш-бирештәр барыһы ла намыҫлы юл менән башҡарылған булырға тейеш: туған тейеш кешегә һатылмағанмы, хаҡы ныҡ кәметелмәгәнме – былар барыһы ла иҫәпкә алына. Әгәр мутлыҡ осрағы асыҡланһа, суд банкротлыҡҡа рөхсәт бирмәйәсәк. Бының өсөн административ, хатта енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

4-се уйҙырма. Минең бурыстарым – минең проблемам түгел. Банк һәм кредиторҙар үҙҙәре хәл итһен
Ысынбарлыҡта: Бурыс йыймағыҙ. Уның артынса банктарҙан, коллек-торҙарҙан шылтыратыуҙар башлана, иҫәптәргә, мөлкәткә арест һалына, аҡсалар алына, сит илдәргә сығыу сикләнә. Банктарҙың һеҙҙе банкротлыҡҡа тәҡдим итеүен көтмәгеҙ. Әгәр проблемаларҙан ҡасһағыҙ, хәл-торошто ҡулдан ысҡындырыуығыҙ ихтимал. Кредиторҙар һеҙгә ҡулай булмаған шарттарҙа банкротлыҡ процедураһын башлауы йәки бурысты кисектереүҙән баш тартыуы бар.

5-се уйҙырма. Мин “бәләкәй” бурыстарҙы түләп, “ҙурҙарынан” банкротлыҡ аша ҡотолам
Ысынбарлыҡта: Суд аша башҡарылған банкротлыҡ барышында бурыстарҙы һәм кредиттарҙы һайланма рәүештә юҡҡа сығарып булмай. Ғаризала барлыҡ бурыстар, хатта һеҙ ваҡытында түләп барғандары ла күр-һәтелә. Процедураның башланыуы тураһында “Коммерсант” гәзитендә иғлан бирелеп, кредиторҙарға хәбәр ителә, улар барыһы ла банкротлыҡ процедураһына йәлеп ителә. Был һуңынан “Ни өсөн бурыслы кеше берәүҙәргә түләгән, ә икенселәргә юҡ?” тигән һорауға урын ҡалмаһын өсөн эшләнә. Әгәр шулай итмәһәң, банкротлыҡты рөхсәт итмәүҙәре ихтимал.

6-сы уйҙырма. Банкротлыҡ – ҙур бурыстарҙан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы
Ысынбарлыҡта: Был иң һуңғы вариант булырға тейеш. Иң тәүҙә барлыҡ бурыстарығыҙҙы ҡағыҙға яҙығыҙ. Кредиторҙы, түләү күләмен, күпме түләргә ҡалғанын билдәләгеҙ. Шулай итеп, тулы картина барлыҡҡа киләсәк һәм яйлап ҡына проблеманы хәл итеү юлдарын билдәләргә мөмкин буласаҡ. Яҙма рәүештә кредиторға мөрәжәғәт итеп, сумманы, түләүҙәр графигын яңынан ҡарауҙы һорағыҙ. Ошондай уҡ ғаризаны Үҙәк банкка ебәреп ҡарарға ла мөмкин. Әгәр бурысығыҙ бәйле эш суд приставтарына бирелеп, улар һеҙҙең иҫәптән аҡса тота башлаһа, ошо ведомствоға мөрәжәғәт итегеҙ. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша приставтар тиҙерәк яуап бирә. Әгәр бурыс коллекторҙарҙа бул-һа, уны ташлама менән ҡаплау мөмкинлеге бар. Банктар ғәҙәттә проблемалы кредиттарҙы ташлама менән һатып ебәрә, был бурысҡа батмау һәм лицензияны юғалтмау өсөн эшләнә. Коллекторҙар һеҙҙән барлыҡ сумманы алып, файҙа күрергә теләй. Шуға күрә улар менән тыныс, ышаныслы һөйләшегеҙ, сумманы 50 процентҡа тиклем кәметергә тырышығыҙ.

7-се уйҙырма. Банкротлыҡ бурыс ҡаплауға ҡарағанда отошлораҡ
Ысынбарлыҡта: Күп функциялы үҙәктәр аша башҡарылған ябайлаштырылған банкротлыҡ бушлай эшләнә, әммә уның талаптары барыһына ла тап килмәй. Был ысул менән банкрот статусына эйә булыу өсөн суд приставтарының бер нисә тапҡыр тикшереп, һеҙҙең бурыс ҡапларлыҡ аҡсағыҙ һәм мөлкәтегеҙ булмауын раҫларға тейеш. Ә инде суд аша башҡарылған банкротлыҡ осрағында 100 меңдән 200 мең һумға тиклем сығым буласаҡ, юристарҙың хеҙмәте яҡынса шул суммаға баҫа.
Әгәр шунан кәмерәк сумма тәҡдим итһәләр, был мутлашыусылар булыуы ихтимал. Банкротлыҡтың башҡа эҙемтәләре лә бар. Мәҫәлән, үҙен банкрот тип иғлан иткән кешегә биш йыл дауамында яңы кредит бирелмәй, яҡшы эш хаҡы түләнгән эшкә урынлашыу мөмкинлеге лә кәмей. Шулай уҡ банкротҡа торлағын һатыу ҙа мәшәҡәтле, сөнки банктар проблемалы торлаҡҡа бәйләнгеһе килмәүе һәм һатып алыу-сыға ипотеканы кире ҡағыуы ихтимал.

Банкротлыҡ осрағында алимент буйынса бурыстар, мораль, һаулыҡҡа һәм ғүмергә, кеше мөлкәтенә килтерелгән зыян өсөн түләүҙәр юҡҡа сығарылмай.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Фото: freepik.com

Автор: