Юғары кимәл һоҡландырҙы
“Ҡатмарлы тышҡы конъюнктура, ҡайһы бер Көнбайыш илдәрҙең хеҙмәттәшлектән баш тартыуы, дуҫтарса мөнәсәбәттә булмаған дәүләттәрҙең баҙарҙарҙы ябыуы шарттарында Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре әүҙем рәүештә уртаҡ сауҙаны үҫтерә. Был етештереү ҡеүәтен һаҡлап алып ҡалырға, ике ил ҡулланыусыларының ихтыяждарына иҫәп тоторға ярҙам итә”, – тип билдәләне үҙенең видеомөрәжәғәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Үҙ сиратында Белоруссия президенты Александр Лукашенко Өфө менән уларҙы күптәнге хеҙмәттәшлек ептәре бәйләүе тураһында белдерҙе. “Беҙ импортты алмаштырыу бурысын хәл итеү барышында сеймал, комплектлаусы материалдар, сәнәғәт продукцияһы менән тәьмин итеү йәһәтенән бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ”, – тине ул.
“Ошо сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү өсөн яуаплы булған барлыҡ командағыҙға, шул иҫәптән ирекмәндәргә рәхмәт еткерегеҙ. Һәр нәмә еренә еткереп уйланылған”, – тип Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко форумды ойоштороусыларҙы бер нисә тапҡыр маҡтаны.
“Башҡортостан киң даирәле тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып бара. Әммә Белоруссия менән мөнәсәбәттәр беҙҙең өсөн иҡтисади проект ҡына түгел. Ул – туғандаш белорус халҡы менән ныҡлы дуҫлыҡ. Форумдың барлыҡ ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларына республикабыҙға килеүҙәре өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Беҙҙең төйәгебеҙ хаҡында һеҙҙә иң йылы тәьҫораттар ҡалыр, тип ышанам. Был сараны үткәреү хоҡуғына күптәр эйә булғыһы килә. Башҡорттар – бик тәрбиәле халыҡ. Шуға күрә бөгөн һорамайым. Әммә ХХ форумды беҙҙең республикала үткәрергә тәҡдим итәм”, – тине Радий Хәбиров.
Кешеләргә файҙа
Форум майҙансыҡтарында бөтәһе 100-ҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылды һәм 110 миллион һумға торошло контракттар төҙөлдө. Килешеүҙәрҙең өстән бер өлөшө – Башҡортостан яғынан.
Мөһим һәм эре хеҙмәттәшлектәрҙән Минск трактор заводы һәм “Гомсельмаш” менән төҙөлгән килешеүҙәрҙе билдәләп үтергә мөмкин, улар беҙҙең аграрийҙарҙы сифатлы ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итәсәк. Тәүгеләре Дүртөйлөлә мини-тракторҙар йыйыуҙы ойоштора, ә икенселәре хужалыҡтарға ташламалы хаҡ менән 100-ҙән ашыу комбайн тәҡдим итәсәк.
Шулай уҡ иҡтисади хеҙмәттәшлеккә ярашлы Өфөлә белорус тауарҙары һатылған бер нисә магазин барлыҡҡа килде. “Мега” сауҙа үҙәгендә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн костюмдар етештереү йәһәтенән танылған “Коминтерн” компанияһының фирма магазины асылды. Әлеге ваҡытта яҡтар мәктәп формаһы тегеү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу буйынса ла һөйләшеү алып бара. Белоруссияға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров компанияның тегеү фабрикаһында булып, эштәрҙең сифатын билдәләне, хеҙмәттәшлек юлдары тәҡдим итте һәм бына ярты йыл элек Өфөлә сауҙа нөктәһе эш башланы ла инде.
Баш ҡаланың Коммунистик урамы менән Яңы күпер урамы киҫелешендә тағы бер кибет барлыҡҡа килде, унда Белоруссияла етештерелгән аҙыҡ-түлек – сыр, колбаса, һөт ризыҡтары, тәм-том һатыла.
Матвиенко Беларусь – Өфө электробусына баһа бирҙе
Рәсми делегация Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә булды. Унда ике дәүләттең 19 төбәгенән 35 компания ҡатнашты һәм 100-ҙән ашыу төрҙәге ауыл хужалығы, коммуналь, юл техникаһы, еңел, йөк һәм йәмәғәт транспорты өлгөләрен тәҡдим итте. Валентина Матвиенко “Ҡалалаш” тип аталған электробус менән ҡыҙыҡһынды. Был транспорт сараһы Башҡортостан һәм Белоруссия предприятиелары тарафынан етештерелә, барлыҡ комплектлау материалдары – үҙебеҙҙеке.
Троллейбус менән автобустың ҡушылмаһы заряд алмайынса 70 километр араны үтә ала. Валентина Ивановна водитель креслоһында ултырып ҡарап, уның бик уңайлы булыуын, шулай уҡ юл өсөн түләү системаһының уйлап эшләнеүен билдәләне. Яҡын арала ошондай 15 электробус Өфө урамдарына сығасаҡ.
Хоспис асылды
Шулай уҡ Валентина Матвиенко менән Радий Хәбиров Өфө хосписын асыуҙа ҡатнашты. Заманса комплекс дауалап булмаҫлыҡ сир менән яфалан-ған өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн эшҡыуарҙарҙың һәм айырым кешеләрҙең иғәнәләренә төҙөлдө. Уның проект йәһәтенән Рәсәйҙә аналогы юҡ. Валентина Матвиенко хоспис коллективына учреждениеның сенсор бүлмәһен ҡорамалдар менән йыһазландырыуға бүләк сертификаты тапшырҙы.
“Был – ысын мәғәнәһендә Башҡортостан халҡының берҙәм проекты, сөнки хоспис хәйриә аҡсаһына төҙөлгән. Кешеләрҙе туплау – мөһим миссия. Хосписта эшләйәсәк табиптарға, руханиҙарға, социаль хеҙмәткәрҙәргә айырым рәхмәт! Улар бында йылылыҡ һәм йәм булдырасаҡ, мохтаждарға ярҙам итәсәк”, – тине ул.
Рекорд ҡуйылды
Власть вәкилдәре хеҙмәттәшлеккә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе ҡараған ваҡытта Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын сағыу байрам программаһы көтә ине: өс көн дауамында гастрофестиваль, халыҡ таланттарының концерттары, оҫталар йәрминкәһе барҙы. Ошонда уҡ ҡулдан эшләнгән үҙенсәлекле “Дуҫлыҡ келәме” күрһәтелде. Уны башҡорт балаҫ һуғыу оҫталары һәм республиканың тарихи-мәҙәни үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре булдырған. Келәм Башҡортостанда йәшәгән төрлө халыҡтарҙың, шул иҫәптән белорустарҙың, милли биҙәктәрен һәм орнаменттарын берләштереүе менән үҙенсәлекле.
Байрам барышында Башҡортостан һәм Беларусь халыҡ коллективтары яңы Рәсәй рекордын ҡуйҙы: өс мең самаһы кеше ҡулға-ҡул тотоноп, “түңәрәк эсендә түңәрәк” алымында “Милли кейемдәрҙә донъялағы иң күмәк әйлән-бәйлән” хасил итте. Ҡаҙанышты Рәсәй Рекордтар китабына нигеҙ һалыусы һәм уның баш мөхәррире Станислав Коненко теркәне.
Форумдың матбуғат хеҙмәте
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.