Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нисек интернетта мутлашыусыларҙың хәйләһенә ҡапмаҫҡа

Ошо көндәрҙә Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре оло йәштәге ханымды мутлашыусылар тоҙағынан аралап ҡал-ған банк хеҙмәткәре Зарина Вәлиеваны бүләкләне.

Нисек интернетта мутлашыусыларҙың хәйләһенә ҡапмаҫҡа
Нисек интернетта мутлашыусыларҙың хәйләһенә ҡапмаҫҡа

68 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ әҙәм шылтыратып, уның исеменә кредит юлларға маташыуҙары хаҡында хәбәр итә. “Аҡсаны” һаҡлап алып ҡалыу өсөн пенсионерға тиҙ генә үҙенә кредит юллап, уны ҡулаҡса итеп сығарып алып, хәүефһеҙ иҫәпкә һалырға тәҡдим итәләр. Ҡатын шунда уҡ банкка кредит өсөн ғариза яҙырға юллана. Телефон аша алдан өйрәтеп ҡуйыу- ҙарынса, ул “аҡса ғаилә мәшәҡәттәре өсөн кәрәк” тип яуаплай. Әммә банк хеҙмәткәре ныҡыш булып сыға, төрлө һорауҙар бирә, телефондан шылтыратып, ололарҙы йыш ҡына алдау-ҙары тураһында әйтә. Һөҙөмтәлә оло йәштәге ханым банк хеҙмәткәренә уға ла шылтыратыуҙары, шуның өсөн килеүе тураһында әйтә. Шулай итеп, пенсионер 350 мең һумға алданыуҙан ҡотолоп ҡала.
Эйе, был осраҡтың аҙағы хәйерле тамамланған. Әммә, үкенескә ҡаршы, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр табылып ҡына тора. Шундай хәлгә тарымаҫ өсөн нимәләр хаҡында белергә кәрәк?

1. Код һәм серһүҙҙе бер кемгә лә әйтмәгеҙ
Мутлыҡтың был алымы күптән билдәле, әммә һаман булһа эшләүен дауам итә. Һеҙгә “тәфтиш комитеты”, “Федераль именлек хеҙмәте”, “банк хеҙмәткәре”, “дәүләт хеҙмәттәре вәкиле” шылтырата, исем-шәрифегеҙ менән өндәшә һәм яҡын кешегеҙҙең бәләгә тарыуы, кемдеңдер һеҙҙең исемгә кредит юлларға маташыуы, уларҙың ошо мутлашыусыны асыҡлауы тураһында һөйләй башлай. Шунда уҡ бәйләнеште өҙөгөҙ. Әгәр шикләнһәгеҙ, туғанығыҙға шылтыратып, хәлен белегеҙ, полицияға хәбәр итегеҙ йәки картағыҙҙың артында күрһәтелгән номер буйынса банк менән бәйләнешкә инегеҙ.
Билдәһеҙ әҙәмдәр менән һөйләшкән осраҡта ла бер ҡасан да смс-хәбәр аша килгән кодты, ниндәй ҙә булһа серһүҙҙе, картаның артҡы яғындағы өс урынлы һанды әйтмәгеҙ.

2. Һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ
Әгәр телефонығыҙға йәки электрон почтағыҙға шикле һылтанма килһә, уға баҫып, эскә үтмәгеҙ. Ғәҙәттә, мутлашыусылар бындай һылтанмаларҙы “Һеҙ бүләк оттоғоҙ!”, “Иҫ киткес шәп ташламалар!”, “Супер акция” һ. б. ылыҡтырғыс яҙмаларға ҡушып ебәрә. Ни тиклем “шәберәк” ташлама вәғәҙә ителһә, алданыу ихтималлығы ла шул тиклем ҙурыраҡ.
Бындай һылтанмалар ярҙамында мутлыҡ ҡылыусылар компьютерығыҙҙы йәки телефонығыҙҙы вирустар менән зарарлауы, мәғлүмәттәр урлауы, социаль селтәрҙәге аккаунттарҙы үҙләштереүе ихтимал.

3. Интернет-банктарға йәмәғәт урындарындағы Wi-Fi аша инмәгеҙ
Урамдағы йәки кафелағы бушлай Wi-Fi бик уңайлы. Әммә шуны онотмағыҙ: асыҡ Wi-Fi булған урындарҙа мутлашыусылар ҙа эшләүе ихтимал. Улар йәмәғәт селтәренең исеме менән тап килгән яңы нөктә булдыра. Интернет эҙләүгә көйләнгән мобиль телефондар “таныш” селтәргә автоматик рәүештә тоташа. Тап шул мәлдә мутлашыусыларға һеҙҙең мәғлүмәттәргә юл асыла, улар хатта интернет-банкка инеү өсөн серһүҙҙе лә белә ала, артабан инде иҫәптәге аҡсаға юл асыҡ. Әгәр интернет-банкка инергә кәрәкһә, дөйөм ҡулланылыштағы селтәрҙән сығып, үҙегеҙҙең мобиль интернетҡа инергә кәрәк.

4. Интернет-магазиндар аша тауар һатып алғанда төп картағыҙ менән ҡулланмағыҙ
Беҙ бөгөн күп кенә тауарҙы онлайн алымда һатып алабыҙ. Тиҙ ҙә, уңайлы ла. Виртуаль һатып алыуҙар өсөн айырым карта тотоғоҙ. Унда кәрәкле сумма ғына ятһын. Интернет мутлашыусылар картағыҙҙың мәғлүмәттәрен ҡулға төшөргән хәлдә лә, төп карталағы аҡсағыҙға хәүеф янамаясаҡ.
Интернет-магазинда тауар өсөн түләгән мәлдә браузерҙың адресы яҙылған юлға иғтибар итегеҙ, унда “йоҙаҡ” билдәһе торорға тейеш. Был сайттың һаҡлы булыуын аңлата.

5. Уйлап эш итегеҙ
Мутлыҡтың барлыҡ алымдары тураһында һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Өҫтәүенә улар үҙгәреп, яңынан-яңылары барлыҡҡа килеп тора. Шуға күрә һәр ваҡыт уяу һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Ят номерҙан шылтыратһалар, яғымлы һөйләшеү, ғәфү үтенеү, хәлеңде аңлатыу мотлаҡ түгел. Мутлашыусы бер ваҡытта ла үҙе башлап бәйләнеште өҙмәйәсәк, яңынан-яңы һорауҙар бирә, ҡурҡыта, өгөтләй. Ысын полиция, тәфтиш комитеты һәм башҡа рәсми органдар улай итмәй! Һеҙгә бер генә үтенес: шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ. Быны ни тиклем тиҙерәк эшләһәгеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ.

Мутлашыусылар картанан аҡсаны урлаһа, нимә эшләргә?
1. Банкка шылтыратығыҙ (картаның артҡы өлөшөндә телефон номеры була), килеп тыуған хәлде аңлатығыҙ һәм картаны яптырығыҙ.
2. Шәхси кабинетҡа йәки мобиль ҡушымтаға инеп, башҡарылған эште (транзакцияны) кире ҡағып ҡарағыҙ.
3. Иҫәп буйынса башҡарылған эштәр теҙмәһен, аҡсаның ҡайҙа күсерелеүен асыҡлағыҙ.
4. Полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Үкенескә ҡаршы, әгәр һеҙ мутлашыусыға үҙегеҙ мәғлүмәт бирһәгеҙ – пин-кодты йәки картаның артҡы яғындағы өс урынлы һанды әйтһәгеҙ, аҡсаны ҡайтарып булмай. Бындай түләү ирекле, йәғни үҙ ризалығың менән башҡарылған тип һанала, банк уны кире ҡаға һәм аҡсаны алыусының иҫәбенән хужаға ҡайтара алмай.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор: