Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәйгеһен күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн алты кәңәш

Йәй – йылдың иң көтөп алынған миҙгеле. Уны сағыу һәм күңелле итеп үткәрергә теләһәгеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотмағыҙ. Йәйгеһен күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн нимәләргә иғтибар итергә кәрәк – ошо хаҡта һөйләйбеҙ.

Йәйгеһен күңелһеҙ хәлдәргә  тарымаҫ өсөн алты кәңәш
Йәйгеһен күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн алты кәңәш

1. Һыу һаҡлыҡ талап итә
Эҫе көндә йылғала йәки күлдә һыу инге килә. Әлбиттә, был һәйбәт теләк, әммә урындағы пляждың хәүефһеҙ булыуына ышанаһығыҙмы? Һыуҙа күңелһеҙ хәлгә тарыу ихтималлығы бик күп: паразиттар, стафиллококтар, йылға-күл төбөндәге төпһәләр, ботаҡтар, соҡорло урындар...
Йыл һайын йәй миҙгеле алдынан урындағы хакимиәт һыу инеү урындарын йыһазландыра, санитар табиптар ҡом һәм һыуҙың торошон тикшерә, шунан һуң ғына “һыу инергә мөмкин” тигән һығымта яһала. Был осраҡта йылға-күлдә рәхәтләнергә мөмкин, һыу сәләмәтлегегеҙгә зыян килтермәйәсәк.
Быйыл республикала 150-гә яҡын пляж асыу планлаштырыла. Был эштән өс кенә район – Көйөргәҙе, Мишкә һәм Федоровка ситтә ҡалды, әммә республика Башлығы Радий Хәбиров, рәсми пляждар һәр урында булырға тейеш, тип белдерҙе. Улар күберәк булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда рәсми теркәлгән пляждар һаны ике тапҡырға артты. “Йыһазландырылған хәүефһеҙ пляждарҙы ни тиклем күберәк булдырһаҡ, һыуға бәйле фажиғәле хәлдәр шул ҡәҙәр кәмерәк буласаҡ”, – тине төбәк етәксеһе.

МӨҺИМ!
Бер ваҡытта ла иҫерек килеш һыу инмәгеҙ, балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, хәлегеҙҙе дөрөҫ самалағыҙ һәм ярҙан алыҫ йөҙмәгеҙ.

2. Сабый барҙа, тәҙрә ябыҡ булһын
Йыл һайын йәйгеһен бәләкәй балаларҙың, москит селтәргә таянып, тәҙрәнән ҡолап төшөүе тураһында ишетәбеҙ. Ғәҙәттә, бындай фажиғәгә бер йәштән ете йәшкәсә сабыйҙар тарый. Улар өйҙә яңғыҙ ҡалмаған осраҡта ла бәлә күҙ асып йомған арала булыуы ихтимал. Шуға күрә бәләкәй балалы фатирҙа тәҙрәләр ябыҡ йәки вертикаль рәүештә асылған елләтеү алымында, йоҙаҡ менән бикләнгән булырға тейеш. Москит селтәрҙе нығытып була тип алданмағыҙ, бер ниндәй нығытма ла баланы ҡолауҙан һаҡламаясаҡ.

3. Усаҡ яҡмағыҙ
17 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә. Әле көндәр эҫе, елле тора, бәләкәй генә осҡон да ҙур ҡазаға килтереүе ихтимал. Шуға күрә урманға йөрөү, усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу, асыҡ утта ризыҡ әҙерләү тыйыла. Ҡағиҙә боҙоусыларға ярайһы уҡ ҙур суммалағы – 50 мең һумға тиклем штрафтар янай. Әгәр кеше ғәйебе менән урманда янғын сыҡһа, штраф күләме 60 мең һумғаса арта йәки өс йылға тиклем төрмәгә ултыртыу язаһы ҡарала. Юридик шәхестәргә тәғәйен административ штраф – 1 миллион һумға тиклем, әгәр уның ғәйебе менән урман янып китһә – 2 миллион һум. Инспекторҙар әлегәсә 400 мең һум күләмдә штрафтар һалған, был эш көн һайын дауам итә.

МӨҺИМ!
Әгәр урманда янғын сығыуын күр-һәгеҙ, шунда уҡ Урман хужалығы министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәтенә 8-347-218-14-14 телефоны буйынса йәки 8-800-100-94-00 телефонына хәбәр итегеҙ.

4. Сысҡандан һәм талпандан ҡурҡығыҙ
Кимереүселәрҙән һәм талпандарҙан һаҡланыу бер ваҡытта ла артыҡ түгел, сөнки Башҡортостан сысҡан биҙгәге һәм талпан энцефалиты буйынса эндемик биләмә һанала. Беҙҙә был сирҙәр ярайһы уҡ ныҡ таралған, шуға күрә һаҡлыҡ сараларын теүәл үтәгеҙ.
Сысҡан биҙгәген баҡса өйөн йыйыштырғанда, тәбиғәттә ял иткәндә, бәшмәк йәки еләк йыйғанда эләктерергә мөмкин. Йәйге йортто йыйыштырғанда, бесән эштәре менән булышҡанда мотлаҡ марлянан тегелгән битлек кейегеҙ. Тәбиғәткә сыҡһағыҙ, ризыҡты үлән, түмгәк өҫтөнә ҡуймағыҙ, ауыҙығыҙға үлән ҡапмағыҙ, ҡулығыҙҙы даими йыуығыҙ.
Талпандан һаҡланыу өсөн махсус репелленттар ҡулланығыҙ, урманға оҙон еңле кейемдә барығыҙ, башығыҙға яулыҡ ябынығыҙ, йыш ҡына үҙегеҙҙең һәм иптәштәрегеҙҙең өҫ-башын ҡарап тороғоҙ.

5. Ризыҡ боҙолмаған булһын
Йәйгеһен ағыуланыу осраҡтары бик йыш теркәлә. Эҫелә экзотик ҡына түгел, ябай аҙыҡ-түлек тә тиҙ боҙола һәм эсәк инфекцияһы сәбәбе булыуы ихтимал. Отпускыға юлланыу урынына дауаханаға эләкмәҫ өсөн аҙыҡ-түлекте ентекле һайлап алығыҙ, уларҙы дөрөҫ һаҡлағыҙ һәм тейешенсә эшкәртегеҙ. Айырыуса һөт ризыҡтарына, итле ярымфабрикаттарға, һуттарға, салаттарға, торт һәм пирожныйҙарға иғтибарлы булырға кәрәк. Эҫелә урамда һатылған ризыҡтар, ирегән туңдырма һатып алмағыҙ. Еләк-емеште, йәшелсәне йыуып ашағыҙ, әгәр балаларға бирһәгеҙ, алдан эҫе һыу менән эшкәртегеҙ.

6. Яра һәм йәрәхәттәргә иғтибарлы булығыҙ
Йәйгеһен бәләкәй генә яра ла ҡышҡы осор менән сағыштырғанда оҙағыраҡ йүнәлә. Эш – инфекцияла, сөнки йылы һәм дымлы мөхит бактериялар өсөн бик ҡулай. Шуға күрә бәләкәй генә йәрәхәт урыны ла ҙур мәшәҡәткә тарытыуы бар. Бөтәшеү процесын тиҙләтеү, инфекция эләктереүҙән һаҡланыу өсөн яра урынын яҡшы итеп йыуып, антисептик менән эшкәртергә кәрәк. Йәрәхәтләнгән тәнгә йод йәки зеленка һөртөргә ярамай, тирене яндырыуығыҙ йәки хәлде тағы ла ҡатмарлаштырыуығыҙ ихтимал. Әгәр яра ҙур һәм тәрән икән, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Был осраҡта столбнякка ҡаршы прививка кәрәк булыуы бар.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Фото: Валерий Шахов 

Автор: