Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Сәләмәтлек поездары» тураһында биш мөһим һорау

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда йәнә «Сәләмәтлек поездары» йөрөй башланы. Был акция республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан бишенсе йыл рәттән уҙғарыла. Уға ихтыяж шул тиклем ҙур, хатта уны Рәсәй кимәлендә иң яҡшы проекттарҙың береһе тип танынылар һәм бөтә илдә ҡулланырға кәңәш иттеләр.

«Сәләмәтлек поездары» тураһында биш мөһим һорау
«Сәләмәтлек поездары» тураһында биш мөһим һорау

1. «Сәләмәтлек поездары» нимә ул?
Был күсмә мобиль комплекстар пациенттарҙы урында ҡарау өсөн республиканың иң алыҫ мөйөштәренә юллана. Ауыл халҡы табиптарға мөрәжәғәт итергә яратмай, айырыуса баҡса эштәре осоронда сәләмәтлек артҡы планға күсә. Бының сәбәптәре төрлө – район дауаханаһынан алыҫ йәшәү, ваҡыт етмәү, сирҙең тәүге билдәләренә иғтибар бирмәү. Һөҙөмтәлә кеше ауырыуы аҙғас ҡына табиптарға мөрәжәғәт итә.
«Сәләмәтлек поездары» өй алдына тигәндәй килә. Был бер нисә табип-терапевт ҡына түгел: «поезд» составына күсмә сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар, маммографтар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностикалау хеҙмәттәре йәлеп ителгән.

2. Ни өсөн кәрәк?
Ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау һәм дауалай башлау өсөн. Хатта онкология сирҙәрен дә иртә стадияла уңышлы дауалап була. Шуға күрә даими тикшереү үтергә һәм сәләмәтлегеңә иғтибар бүлергә кәрәк.

3. Ниндәй табиптар ҡабул итә?
«Сәләмәтлек поездары» тар йүнәлешле белгестәргә ҡабул итеүгә эләгергә мөмкинлек бирә. Улар – терапевтар, хирургтар, акушер-гинекологтар, онкологтар, кардиологтар, офтальмологтар, урологтар, неврологтар, стоматологтар, эндокринологтар, ультра-тауыш диагностикаһы (УЗД) табиптары, педиатрҙар, тар йүнәлештәге балалар табиптары.
Бер нәмә өсөн дә түләргә кәрәкмәй! Барлыҡ тикшеренеүҙәр бушлай уҙғарыла!

4. Ниндәй документтар кәрәк?
Бары тик паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы. Табипҡа алдан яҙылырға кәрәкмәй – ҡабул итеү сират буйынса уҙғарыла. Шуныһы уңайлы: күсмә ҡабул итеү менән шөғөлләнгән табиптарға кешеләрҙең пропискаһы мөһим түгел. Мәҫәлән, «поезд» бер төбәктә ҡабул итә, ә һеҙ күрше районда йәшәйһегеҙ – һеҙҙе барыбер ҡабул итәсәктәр. Өҫтәүенә төрлө маршруттарҙа төрлө табиптар эшләй. Әгәр һеҙгә офтальмолог килмәһә, күрше ауылда эшләй икән, ҡыйыу рәүештә унда бара алаһығыҙ, табип мотлаҡ ҡараясаҡ.

5. Поездың ҡасан килеүен нисек белергә?
Барлығы 26 «Сәләмәтлек поезы» булдырылған, һәр ҡайһыһының хәрәкәт итеү графигы бар. Улар алты маршрут буйынса эшләй. Ғәҙәттә табиптар десантының килеүе тураһында ауыл халҡына урындағы фельдшер хәбәр итә. Ул шулай уҡ ойоштороу эштәрен башҡарыуҙа ярҙамлаша: теге йәки был процедураға нисек дөрөҫ әҙерләнергә, анализдар тапшырырға кәңәш итә. Шулай уҡ баш ҡала табиптарының килеүе тураһындағы мәғлүмәт район гәзиттәрендә алдан баҫыла. «Сәләмәтлек поезы»ның графигы менән район хакимиәте, ауыл советы йәки «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе аша ла танышырға мөмкин.

ФЕКЕР
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙҙең «Сәләмәтлек поездары» тотороҡло рәүештә һөҙөмтәләр бирә. Бер яҡтан, улар борсоу- лы, сөнки һәр диагнозға кеше яҙмышы бәйле. Икенсе яҡтан, был акцияны төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең тикшереү үтеү һәм, кәрәк икән, артабан дауаланыу өсөн мөмкинлеге булһын тигән маҡсатта ойошторҙоҡ.

2022 йыл һөҙөмтәләре:
55 район, 259 ауыл;
274 табип;
120 мең тикшереү;
43 мең кеше тикшереү үтте;
1,5 мең кеше дауаханаға һалынды һәм өҫтәмә тикшереү үтергә ебәрелде.
Нимә асыҡланған?
7 мең кешелә – юғары ҡан баҫымы;
5 мең кешелә – юғары холестерин кимәле;
4 мең кешелә – ҡанда глюкоза кимәленең юғарылығы;
4 мең кешелә – социаль әһәмиәтле сирҙәргә шик. Улар иҫәбендә – яман шеш, шәкәр диабеты, туберкулез һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары.

2023 йылда «Сәләмәтлек поездары» ниндәй маршруттар буйынса йөрөй:
Белорет маршруты: Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары.
Дыуан маршруты: Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан райондары.
Нефтекама маршруты: Бөрө, Мишкә, Ағиҙел, Асҡын, Балтас, Борай, Тәтешле, Яңауыл, Краснокама, Ағиҙел, Дүртөйлө, Илеш райондары һәм Нефтекама ҡалаһы.
Октябрьский маршруты: Бүздәк, Шаран, Баҡалы, Туймазы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән райондары.
Стәрлетамаҡ маршруты: Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Федоровка, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура райондары.
Өфө маршруты: Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Иглин, Нуриман, Благовещен, Кушнаренко, Саҡмағош, Благовар, Шишмә райондары.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор: