Республика ҡотҡарыусылары өсөн ҡыҙыу осор башлана. Быйыл 42 райондағы 257 ауыл-ҡасаба һыу баҫыу зонаһында ҡалыуы ихтимал. Ҡотҡарыусылар власть вәкилдәре менән берлектә хәлдең төрлөсә ағышын күҙаллай: һыу баҫҡан урындарҙан кешеләрҙе сығарыу, эсәр һыу менән тәьмин итеү нисек ойоштороласаҡ, ҡайһы урындарҙа йылға ярҙарын нығытыу талап ителә һ.б.
Былтыр республикала ташҡын осоро сағыштырмаса тыныс үтте. Ярҙамға хәрбиҙәр килде: боҙ тығылған йылғаларҙа ваҡытында шартлатыу эштәре ойошторолдо, был һыу баҫыу хәүефен ярайһы уҡ кәметте. Ташҡын Архангел, Белорет, Дыуан, Иглин райондарында һәм Өфө ҡалаһында бер аҙ мәшәҡәт тыуҙырҙы. Былтыр барлығы 45 йорт һәм 100-гә яҡын ихата әлеге бәлә менән “осрашты”. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүселәр булманы.
Күҙаллауҙар яһарға иртәрәк
Быйылғы ташҡындың нисек булырын әлегә аныҡ ҡына әйтеп булмай, сөнки Башгидромет белгестәре 20 март тирәһендә генә һауа торошона рәсми күҙаллау яһай. Әлегә синоптиктар ошондай мәғлүмәт менән бүлешә: күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр менән сағыштырғанда быйылғы ҡыш һалҡыныраҡ, яуым-төшөм аҙыраҡ булды.
Әлеге ваҡытта йылғаларҙағы боҙҙоң ҡалынлығы 40-65 сантиметр араһында тирбәлә, был норманан 5-15 сантиметрға аҙыраҡ, ә былтырғы йыл күрһәткесенән 5-18 сантиметрға күберәк. Павловка һыуһаҡлағысында боҙҙоң ҡалынлығы 35-39 сантиметр тәшкил итә, был күрһәткес норманан 10-15 сантиметрға аҙыраҡ. Алдан күҙаллауҙарға ярашлы, быйыл Башҡортостан йылғалары апрелдең икенсе ун көнлөгөндә боҙҙан асыласаҡ.
Ташҡын булырын ҡайҙан белергә
“Ҙур һыуҙың” килеүен ваҡытында белеү өсөн Башҡортостанда гидрология күҙәтеүҙәре селтәре эшләй. Ул Башгидрометтың, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитетының автоматлаштырылған станцияларынан һәм республиканың һәр районындағы ваҡытлыса һыу үлсәү постарынан тора. Улар буйынса оператив мәғлүмәтте һәр теләгән кеше алыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитетының сайтына инергә (һылтанма: portal.introgis.com) һәм үҙең йәшәгән төбәк буйынса мәғлүмәтте онлайн-режимда ҡарарға мөмкин. Автоматлаштырылған станциялар һәм гидропостар картала йәшел билдә менән күрһәтелгән. Уға баҫһаң, һыу кимәленең графигына ҡағылышлы мәғлүмәт пәйҙә була. Шулай уҡ картала автоматлаштырылған станцияларҙағы камералар ярҙамында төшөрөлгән видеолар һәм фотолар менән танышырға мөмкин.
Һыу ихатаны баҫһа, нимә эшләргә
- Ишектәрҙең, подвал һәм беренсе ҡаттағы тәҙрәләрҙең ектәрен ҡап-лағыҙ;
- йортоғоҙ янындағы һыу ағыу канауҙарын сүп-сарҙан таҙартығыҙ;
- подвалдағы елләтеү тишектәрен ябығыҙ;
- подвалдағы әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте хәүефһеҙ урынға күсереп ҡуйығыҙ;
- йорт хайуандарының һәм ҡош-ҡорттоң хәүефһеҙлеге тураһында алдан уйлағыҙ;
- өйгә һәм башҡа ҡоролмаларға үтеү өсөн баҫма йәки таҡталар әҙерләгеҙ;
- эвакуация осрағына тип, документтарығыҙҙы, шәхси әйберҙәрегеҙҙе ҡул аҫтына һалығыҙ;
- рюкзакка йылы кейемдәр, запас аҙыҡ-түлек, һыу һалып ҡуйығыҙ;
- ҡотҡарыусыларға 112 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.
Әгәр ташҡын ҡапыл булһа, нимә эшләргә?
- Өҫкө ҡатҡа, сарҙаҡҡа, ҡыйыҡҡа, ағас башына йәки ҡалҡыу урынға менегеҙ;
- һеҙҙе тиҙерәк тапһындар өсөн ҡотҡарыусыларға сигнал бирегеҙ;
- эвакуациянан баш тартмағыҙ, һыуҙың ни ҡәҙәре күтәрелеүен бер кем дә алдан әйтә алмай;
- хәүефле урынды тиҙерәк ҡалдырыу өсөн кәмә, катер, бүрәнәләрҙән эшләнгән һал, ҡул аҫтындағы башҡа ҡорамалдарҙы ҡулланығыҙ. Машина йәки мотоцикл менән хәрәкәт итеү хәүефле, сөнки уларҙы ағым алып китеүе бар.
Ҡотҡарыусылар ташҡын ваҡытында һыу баҫҡан биләмәнән үҙ аллы сығырға тәҡдим итмәй. Хәл үтә киҫкен һәм ҡотҡарыу хеҙмәте килеп етмәҫлек булған осраҡта, өҫтөгөҙҙәге ауыр кейемде сисегеҙ, йөҙөп барған берәй әйбергә йәбешеп, ҡоро ергә сығырға тырышығыҙ. Ярҙам һорап ҡысҡырығыҙ. Өҙөлөп төшкән, һыу эсендә ятҡан электр сымдарына теймәгеҙ, ташҡын ваҡытында электр тогына һуғылып үлеүселәр ҙә күп осрай. Ҡазаға тарыусыларҙы йыйылыу һәм эвакуация пункттарында теркәйҙәр һәм ваҡытлыса йәшәү урынына оҙаталар. Ғәҙәттә, был маҡсатта ятаҡтар, мәктәптәр, балалар баҡсалары файҙаланыла.
ТАШҠЫНҒА ТИКЛЕМ НИМӘЛӘР ЭШЛӘРГӘ
- Мөмкин булғанса милкегеҙҙе страховкалағыҙ.
- Балаларҙы, ҡарт һәм сирле кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға сығарығыҙ.
- Мал-тыуар хаҡында алдан хәстәрлек күрегеҙ.
- Этегеҙҙе бәйҙән ысҡындырығыҙ.
- Ихаталағы ашламаны, яғыулыҡ һәм төҙөлөш материалдарын алығыҙ.
- Кәмә, катерҙы әҙерләп ҡуйығыҙ.
Һыу ҡайтҡандан һуң
- Бинаға ингәндә һаҡ булырға кәрәк, уның ниндәй кимәлдә зыян күреүен белеп булмай.
- Тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе асып, барлыҡ бүлмәләрҙе елләтегеҙ.
- Газ ҡорамалдарын тоҡандырмағыҙ, улар газ сығарып тороуы ихтимал.
- Газ, электр, һыу, канализация менән белгестәр рөхсәт иткәндән һуң ғына ҡуллана башларға мөмкин.
Мартта һауа торошо нисек буласаҡ
Рәсәй Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда яҙҙың тәүге айы ғәҙәттәгенән бер аҙ һалҡын буласаҡ: төндә уртаса алғанда – 5 градус һалҡын, көндөҙ – 1-6 градус йылы. Сағыу ҡояшлы, гөрләүекле яҙ март аҙағында ғына башланасаҡ.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.