Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
22 Февраль 2023, 10:15

Башҡортостан халҡына нисек итеп балалар майҙансығы һәм юл ремонтлау өсөн миллион һум алырға

Әйтәйек, балағыҙ менән ихатала йөрөгәндә һеҙ йәшәгән биләмәгә заманса балалар майҙансығы йәки спорт ҡаласығы кәрәклеге хаҡында уйланаһығыҙ. Йәки күп ҡатлы йорттар араһындағы юлдарҙың күптән яңыртыу талап итеүенә иғтибар йүнәлтәһегеҙ. Әлбиттә, был осраҡта уфтанырға, хыялланырға, власты әрләргә лә мөмкин, шул уҡ ваҡытта, дилбегәне үҙ ҡулығыҙға алып, йәшәгән мөхитегеҙҙе үҙегеҙ теләгәнсә үҙгәртә лә алаһығыҙ. Бөгөнгө заманда бындай эштәр хуплана ғына.

Башҡортостан халҡына нисек итеп балалар майҙансығы һәм юл ремонтлау өсөн миллион һум алырға
Башҡортостан халҡына нисек итеп балалар майҙансығы һәм юл ремонтлау өсөн миллион һум алырға

Ошо көндәрҙә республикала “Урындағы башланғыстарға ярҙам-2023” программаһы старт алды. Ул – граждандар тарафынан тәҡдим ителгән проекттарҙың үҙенсәлекле конкурсы. Еңеүселәр үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға бюджет финанслауына эйә була. Былтыр ошо юл менән дөйөм хаҡы 730 миллион һумға торошло 645 проект тормошҡа ашырылған.
“Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы төбәгебеҙҙә туғыҙ йыл рәттән эшләп килә. Мәҫәлән, Өфөлә ошо йылдар дауамында ике йөҙҙән ашыу проект үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Улар башлыса юл ремонтлауға, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыуға ҡағылды. Ауылдарҙа спорт залдары, клубтар ремонтланды, юлдарға асфальт түшәлде. Мәҫәлән, Миәкә районының Илсеғол ауылы халҡы, әлеге программаға ярашлы, Керчь ҡушаматлы легендар атҡа һәйкәл ҡуйырға ҡарар иткән. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Башҡорт кавалерия дивизияһы менән Берлинғаса данлы юл үтеп, тыуған яғына ҡайта алған берҙән-бер ат. Уны йәнтөйәгенә ҡайтарыуға рөхсәт итеү тураһында бойороҡҡа маршал Буденный үҙе ҡул ҡуя. Ауыл халҡы Керчҡа бәйле яҡты хәтерҙе мәңгеләштереп, йәштәргә шул замандың батырлыҡтарын хәтерләтеп торорлоҡ урын булдырыу тураһында күптән хыяллана. Ауыл советында әйтеүҙәренсә, һәйкәл төҙөлөшө быйыл яҙ башланасаҡ.

Программаның маҡсаты нимәлә?
“Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһының төп маҡсаты – республика халҡының йәшәү рәүешен яҡшыраҡ, уңайлыраҡ итеү. Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең үҙҙәренең дә ҡыҙыҡһыныуы булырға – проектты әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашырға, үҙ идеяларын еткерергә, тәжрибәһе һәм аҡсаһы менән бүлешергә тейеш. Финанслауҙа ярҙам итеү – программаның төп шарттарының береһе. Тормоштан күренеүенсә, кеше берәй башланғысҡа үҙ аҡсаһын ҡушһа, ул башҡарылған эшкә яуаплыраҡ ҡарай. Шулай уҡ улар ниндәй мәсьәләне тәү сиратта хәл итергә кәрәклекте үҙҙәре билдәләй һәм эш барышын контролдә тота.

Был нисек эшләй?
Бер ихатала, подъезда, кварталда йәки биҫтәлә йәшәүселәр көнүҙәк мәсьәләне асыҡлай: мәҫәлән, юлды ремонтларғамы әллә спорт майҙансығын төҙөкләндерергәме? Күршеләр һәм урындағы хакимиәт менән берлектә проектты тикшергәс, яҡынса смета төҙөлә.
  Тәүге сығанаҡ – халыҡтың үҙ көсө менән йыйған аҡсаһы, был өлөш 2-4 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш (муниципалитетҡа ҡарап).
  Икенсе сығанаҡ – урындағы бюджет аҡсаһы, биләмә хакимиәте бүлгән финанслау өлөшө 5-15 процент тәшкил итеүе шарт.
  Өсөнсө сығанаҡ – шәхси эшҡыуарҙар, предприятиелар бүлгән өлөш.
Социаль йәһәттән мөһим әһәмиәткә эйә проекттарға Башҡортостан Хөкүмәте республика бюджетынан аҡса бүлә. Бер проектҡа тәғәйен субсидия – 1,2 миллион һумға тиклем.

Быйыл “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ниндәй үҙгәрештәр бар?
Беренсенән, аҡса күберәк бүленә. Әгәр бығаса республика субсидияһы 1 миллион һум тәшкил итһә, быйылдан 1,2 миллионғаса арттырылды. Хәҙер конкурс ғаризаларының һаны ауыл-ҡасабаның ҙурлығына ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, халҡы 10 меңдән артмаған ауылдар бер генә ғариза бирә ала, миллионлы ҡалалар – 100-гә тиклем. Халыҡ тарафынан мотлаҡ финанслау күләме кәметелде. Әммә проектты эшләүселәр бюджеттан тыш, йәғни халыҡтан һәм бағыусыларҙан ни тиклем ҙурыраҡ сумма йәлеп итә, еңеүгә мөмкинлек тә шул тиклем үк арта бара. Әйткәндәй, халыҡтың әүҙемлегенә ҡарап та балдар өҫтәлә: проектты тикшереүҙә, дөйөм йыйылыштарҙа кеше күберәк ҡатнашһа, тәҡдимдәр индерелһә, еңеү яулау мөмкинлеге лә арта.

Ғаризалар ҡасан һәм ҡайҙа ҡабул ителә?
Ғаризаларҙы 2023 йылдың 20 февраленән 21 мартына тиклем тапшырырға мөмкин. Улар Өфө ҡалаһы Киров урамындағы 15-се йорттоң 102-се бүлмәһендә ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Евразия” фәнни белем биреү үҙәгенең сайтында танышырға мөмкин: nocrb.ru/ppmi. Бәйләнеш өсөн телефон: +7 (347) 229-45-43.

Быйыл республика бюджетынан “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһын тормошҡа ашырыуға 500 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был 2022 йыл менән сағыштырғанда 100 миллион һумға күберәк.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор: