Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
3 Февраль 2023, 14:20

Башҡортостан халҡына үҙмәшғүл булыуҙың ыңғай яҡтары тураһында

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны әүҙем арта. Әгәр бер йыл элек 77 мең кеше ошондай статусҡа эйә булһа, быйыл әлеге мәлгә – 125 мең, йәғни 63 процентҡа күберәк.

Башҡортостан халҡына үҙмәшғүл булыуҙың ыңғай яҡтары тураһында
Башҡортостан халҡына үҙмәшғүл булыуҙың ыңғай яҡтары тураһында

Үҙмәшғүллек – үҙ-үҙенә эшләгән кешеләр өсөн бик уңайлы һәм ябай һалым режимы. Уны 2019 йылда тәжрибә рәүешендә ғәмәлгә индерҙеләр һәм, ваҡыт күрһәтеүенсә, ул уңышлы булып сыҡты. Яңы алым 10 йыл дауамында эшләйәсәк.
Кешеләрҙең үҙмәшғүллекте һайлауының төп сәбәбе – шәхси бизнес-ты законлы нигеҙҙә алып барыу мөмкинлеге. Хәҙер һалым органдарының тикшереүенән, законһыҙ эшҡыуарлыҡ өсөн штрафтарҙан ҡурҡырға, бухгалтер иҫәпләүҙәре алып барырға, отчет һәм декларациялар тултырырға кәрәкмәй.

Уңайлы һалым ставкалары
Үҙмәшғүлдәргә иң түбән һалым ставкалары булдырылған. Улар, әгәр аҡса башҡа кешенән алынһа – 4 процент, юридик шәхестән йәки шәхси эшҡыуарҙан килһә 6 процент һалым түләй. Ставкалар 2028 йыл аҙағына тиклем үҙгәрешһеҙ ҡала. Шуны ла әйтергә кәрәк: үҙмәшғүлдәр эшмәкәрлектән килгән килемдән генә һалым түләй. Әгәр килем булмаһа, түләргә кәрәкмәй. Һалымдың бер өлөшө мотлаҡ медицина страховкалауына китә, йәғни үҙмәшғүлдәр ОМС полисы буйынса бушлай медицина ярҙамына хоҡуҡлы.
Түбән һалым ставкалары эшҡыуарҙарға “күләгәнән” сығырға һәм “һоро” схемаларҙан баш тартырға булышлыҡ итә. Ыңғай яҡтары бик күп: һалым хеҙмәтенән йәшенергә кәрәкмәй, иғлан биреп, үҙ тауарыңды йәки күрһәткән хеҙмәтеңде теләгәнсә рекламалай алаһың, банкта кредит йәки виза юллау өсөн килем тураһында белешмә алырға мөмкин.

Ябай теркәү
Үҙмәшғүл булып теркәлеү өсөн папка тултырып документ йыйырға, дәүләт пошлинаһы түләргә кәрәкмәй, быны хатта өйҙән сыҡмайынса ла эшләп була. 10 минут буш ваҡытың булһа, шул етә. Интернетҡа инеп, теркәү алымын һайларға: “Минең һалымым” мобиль ҡушымтаһы, Федераль һалым хеҙмәте сайты, банктың сайтындағы шәхси кабинетта йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы. Уларҙың барыһында ла теркәлеү мәшәҡәтле түгел.
Теркәлгән мәлдә һәр үҙмәшғүлгә 10 000 һум күләмендә бонус бирелә, ул һалым түләү өсөн ҡулланыла. Бонусты тотоноп бөткәнсе тағы ла түбәнерәк ставка тәҡдим ителә: ябай кешеләр-ҙән алынған килемгә – 3 процент, юридик шәхестәрҙән килгәненә – 4 процент.
Әйткәндәй, үҙмәшғүл булыуҙан туҡтау ҙа бик еңел башҡарыла: “Үҙеңде иҫәптән алырға” тигән төймәгә баҫырға ғына кәрәк.

Отчет бирергә кәрәкмәй
Эшҡыуарҙарҙы үҙмәшғүллек статусы тағы ниндәй яҡтары менән ҡыҙыҡһындыра? Һалым хеҙмәте алдында отчет тоторға, декларация тапшырырға, бухгалтер ялларға, махсус белемгә эйә булырға кәрәкмәй. Һалым “Минең һалымым” ҡушымтаһында автоматик рәүештә иҫәпләнә һәм уны үҙегеҙ теләгән картанан түләргә мөмкин. Касса ҡорамалы һатып алыу зарурлығы юҡ: чектар әлеге ҡушымтала эшләнә, уларҙы клиентҡа смс-хәбәр итеп, мессенджер йәки электрон почта аша ебәреп була.

Бизнесты үҫтереүгә гранттар алырға мөмкин
Үҙмәшғүлдәргә башҡа эшҡыуарҙарға кеүек дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Улар үҙ бизнесын асыуға һәм үҫтереүгә гранттар алыу, дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн дәүләт программалары менән ҡулланыу хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, дәүләт мөлкәтен ташламалы хаҡҡа ҡуртымға алыу, эшҡыуарлыҡты яҡлау үҙәктәрендә финанс һәм хоҡуҡи һорауҙар буйынса бушлай консультациялар алыу мөмкинлеге бирелә.
Әгәр ошоғаса шәхси эшҡыуарлыҡ менән үҙмәшғүллектең ҡайһыһын һайларға белмәй икеләнәһегеҙ икән, белгестәр үҙегеҙ шөғөлләнәсәк бизнестың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәңәш итә. Мәҫәлән, кешегә кейем текһәгеҙ, үҙмәшғүл булыу яҡшыраҡ, әгәр тегенсе яллап, оҫтахана асырға ниәтләһәгеҙ, шәхси эшҡыуарлыҡты һайлау һәйбәтерәк. Тағы ла бер юл бар: эште үҙмәшғүл булараҡ башлап, артабан үҫешеп, шәхси эшҡыуар булып китеү.

КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
Үҙмәшғүлдәргә эшләргә рөхсәт ителәме?
Эйе, закон быны тыймай. Мәҫәлән, уҡытыусы, үҙмәшғүл булып теркәлеп, рәсми рәүештә репетитор була, фатирын ҡуртымға бирә ала. Уҡытыусы булараҡ алған эш хаҡынан һалымды элеккесә бухгалтерия иҫәпләй, ә мәктәптән тыш эшләгән килеме өсөн ҡушымта ярҙамында үҙ аллы түләй.
Шуны белеү мөһим: үҙмәшғүл хәҙерге һәм элекке (һуңғы ике йылда эшләгән) эш биреүсеһенә яллана алмай. Был – уларға тәғәйен һалым аҙ булыу сәбәпле, кешеләрҙе күпләп эштән ебәрмәһендәр өсөн күрелгән сара.

Үҙмәшғүлдәр өсөн талаптар:
  йылына 2,4 миллион һумдан артыҡ эшләмәҫкә;
  үҙ аллы эшләргә, йәғни кеше ялламаҫҡа;
  рөхсәт ителгән эшмәкәрлек алып барырға.
Үҙмәшғүллектең ыңғай яҡтары
  һалым ставкаһының ныҡ түбән булыуы;
  бизнесты законға ярашлы алып барыу;
  һалым автоматик рәүештә иҫәпләнә;
  рәсми раҫланған килем;
  юридик шәхестәргә хеҙмәттәр күрһәтергә мөмкин.

Кем үҙмәшғүл була ала
  Репетиторҙар.
  Торлағын ҡуртымға биреүселәр.
  Косметологтар.
  Парикмахерҙар.
  Массаж яһаусылар.
  Бала ҡараусылар.
  Оло йәки сирле кешене ҡараусылар.
  Фотографтар.
  Видеооператорҙар.
  Төрлө сараларҙы алып барыу-сылар.
  Бухгалтерҙар.

Кем үҙмәшғүл була алмай
  Үҙе етештермәгән тауарҙы һатыусылар.
  Аралашсылар, йәки агенттар.
  Мотлаҡ маркировка талап иткән тауарҙар – алкоголь, тәмәке, дарыу, лотерея билеты, күн һәм тире әйберҙәр һ.б. һатыусылар.
  Файҙалы ҡаҙылмалар табыу-сылар һәм һатыусылар.
  Офис йәки торлаҡ һаналмаған мөлкәтте (апартамент, гараж) ҡуртымға биреүселәр.
  Дәүләт хеҙмәткәрҙәре (уларға был алым торлаҡты ҡуртымға биргән осраҡта ғына рөхсәт ителә).
  Адвокаттар, нотариустар, арбитраж идарасылар, медиаторҙар һәм баһалаусылар (төп эшмәкәрлек төрө буйынса).

Фото: freepik.com

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор: