Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
14 Декабрь 2022, 09:40

Фейерверкты нисек хәүефһеҙ аттырырға

Яңы йыл алдынан кистәрен тегендә-бында салют аттырыусылар, йәғни «репетиция яһаусылар» күбәйә. Был эште нисек итеп дөрөҫ башҡарырға, төрлө йәрәхәттәргә, янғын осраҡтарына юл ҡуймаҫҡа?

Фейерверкты  нисек хәүефһеҙ аттырырға
Фейерверкты нисек хәүефһеҙ аттырырға

Дөрөҫ һайлағыҙ
Артыҡ мажара эҙләмәһәгеҙ һәм ғаилә бюджетына һаҡсыл мөнәсәбәттә булһағыҙ, һалҡын утлы фонтандар, бенгаль уттары менән сикләнергә мөмкин. Хәҙерге пиротехника араһында улар иң хәүефһеҙе һанала. Әгәр сағыу тәьҫораттар алырға, иҫтә ҡалырлыҡ байрам ойошторорға теләһәгеҙ, һайлау мәсьәләһенә яуаплыраҡ ҡарарға тура килер.
Беренсенән, пиротехниканы махсус сауҙа нөктәһенән генә һатып алығыҙ. Һатыусынан мотлаҡ тауарҙың сертификатын йәки ярашлылыҡ декларацияһын һорағыҙ, был документтар һәр ваҡыт ҡул аҫтында булырға тейеш. Икенсенән, тауарҙың һауытын ентекле тикшерегеҙ: ул асылған, һыуланған булмаһын. Әгәр пиротехника еүешләнһә, аттырған саҡта уның нимә эшләрен әйтеүе ҡыйын.
Яраҡлылыҡ ваҡытын тикшерегеҙ. Һыҙырылған, төҙәтелгән урындарын күрһәгеҙ, бындай «сюрприздан» баш тартыу хәйерле. Киләһе кәңәш – ҡулланыу ҡағиҙәләрен ентекле уҡығыҙ. Инструкция рус телендә, аңлайышлы итеп яҙылырға тейеш, унда фейерверкты урынлаштырыу тәртибе, хәүефле зона радиусы, тоҡандырыу өсөн бауҙың ҡайҙа урынлашыуы, утилләштереү шарттары булыуы мотлаҡ.
Фекер айырымлыҡтары булыуға ҡарамаҫтан, пиротехника өлкәһе белгестәре Ҡытайҙа етештерелгән фейерверктарҙан хәүефләнмәҫкә кәңәш итә. Күптән түгел «Роскачество» ошо ил етештергән фейерверктарҙы тикшереп, уларҙа бер тайпылыш та тапмаған. Ҡытай – фейерверктарҙың тыуған иле, шуға күрә пиротехник сәнғәт өлкәһендә ул күптән инде алдынғылар рәтендә.

Һаҡлау шарттары
Шулай итеп, петардалар һәм фейерверктар һатып алдығыҙ, ти. Уларҙы байрамға тиклем ҡайҙа һаҡларға? Иң яҡшыһы – шкаф эсе йәки ҡоро келәт. Тауарығыҙ һыуланмаһын, дым тартмаһын, эҫе батарея янында һәм ҡояш нуры аҫтында тормаһын. Биналағы һауа температураһы +30 градустан юғары булмаҫҡа тейеш.
Һаҡлау мәсьәләһенә етди ҡарағыҙ, ҡуйған ерегеҙҙән ауып төшөп, емерелеп, боҙолоп ҡуймаһын. Тағы ла бер мөһим талап – пиротехника балалар ҡулына эләкмәһен. Уларҙың тоҡандырып ебәреүе йәки өйҙә килеш аттырыуы ла ихтимал. Петардалар һәм ябай ғына шартлатҡыстарҙың да хәүеф сығанағы булыуын яҡшылап аңлатығыҙ. Уларҙы бер-береңә тоҫҡарға, кеҫәлә алып йөрөргә, үтеп барған кешеләрҙең аяҡ аҫтына ташларға, хайуандарҙы ҡурҡытырға ярамай.

Фейерверк өсөн урынды нисек һайларға
Ул ҙур, асыҡ урын булырға тейеш. Фейерверкты ихатала ла аттырырға була, әммә өйгә тиклем ара 100 метрҙан да кәм булмаһын, юғиһә, ут тәҙрәгә йәки форточкаға тейеүе, балкон йәки сарҙаҡҡа зыян килтереүе бар. Шулай уҡ эргәлә ағастар, электр сымдары, машиналар, гараждар булмауы шарт. Ҡарап тороусылар мөмкин тиклем ситкәрәк, кәм тигәндә, 30-50 метр алыҫтараҡ торһон. Ул саҡта ҡарауы уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә буласаҡ.
Пиротехниканы ҡулды алға табан һуҙып тоҡандыралар, өҫтөнә эйелмәгеҙ, иң яҡшыһы – эргәһенә сүгәләп ултырыу. Әгәр тоҡанмаһа, кәм тигәндә 2 минут көтөгөҙ. Нимә булыуын белеү маҡсатында тауарҙы ҡутармағыҙ. Ҡулланылған фейерверкты бер тәүлеккә һыулы биҙрәгә һалып ҡуйығыҙ һәм көнкүреш ҡалдыҡтары менән бергә ташлағыҙ.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор: