Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
2 Декабрь 2022, 09:20

Башҡортостан халҡына янғын иҫкәртеү ҡорамалын нисек бушлай алырға

Һыуыҡтар башланыу менән республикала торлаҡ йорттарҙағы янғын осраҡтары арта. Үҙеңде һәм ғаиләңде бәхетһеҙлектән аралау өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм йорт эсенә бәләкәй генә, әммә иҫ киткес файҙалы ҡорамал – янғын иҫкәрткес ҡуйырға кәрәк.

Башҡортостан халҡына янғын иҫкәртеү ҡорамалын нисек бушлай алырға
Башҡортостан халҡына янғын иҫкәртеү ҡорамалын нисек бушлай алырға

Ни өсөн ҡышҡыһын янғындар арта?
Бының сәбәбе – һыуыҡ көндәр урынлашыу менән кешеләр йылытыу ҡорамалдарын йышыраҡ ҡуллана башлай. Ун, ә кемдәлер 30 йыл элек ҡуйылған электр үткәргес көсөргәнеште күтәрә алмай, һөҙөмтәлә изоляцияла өҙөклөктәр һәм ҡыҫҡа тоташыу барлыҡҡа килә. Шуға күрә ҡыш етмәҫ борон электр үткәргестәрҙең, розеткаларҙың, һүндергестәрҙең торошон тикшерегеҙ, келәттәрҙе ҡарарға ла онотмағыҙ. Әгәр фатирҙа даими рәүештә электр уты һүнә башлаһа, тимәк, ҡайҙалыр проблема бар, шуға күрә шунда уҡ идарасы компанияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Ә инде мейес менән йылытылған өй хужаларына ҡышҡа әҙерлек эшен йәйгеһен үк башларға кәрәк: төтөн юлын ҡоромдан таҙартыу, кәрәк булһа, төтөн сыҡҡан торбаны яңыртып һылау, мейестең торошон тикшереү, ағартыу зарур. Ағартыу матурлыҡ өсөн генә кәрәк түгел, әгәр төтөн сыҡһа, аҡ ерлектә ҡара эҙ шунда уҡ күренәсәк. Яғылған мейесте бер ваҡытта ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм был эште балаларға ҡушмағыҙ. Балалар менән даими рәүештә «янғын осрағы»н уйнап ҡарағыҙ. Ут сыға ҡалһа, улар үҙҙәрен нисек тоторға, ҡайҙа шылтыратырға икәнен белергә тейеш. Сетерекле хәлдә юғалып ҡалмаҫ өсөн берәй күренеп торған урынға янғын хеҙмәтенең телефоны, йорт адресы яҙылған ҡағыҙ битен элеп ҡуйығыҙ.

Мини-сирена бөтә округты уята
Бәхетһеҙ осраҡтан янғын иҫкәрткестәр аралай ала. Был махсус датчик төтөндө һиҙеү менән көслө тауыш сығарып, хәүеф хаҡында хәбәр итә. Уны хужалар ғына түгел, күршеләр ҙә ишетә ала. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, автономлы янғын һүндергестәрҙе ҡулланып, кешеләр араһындағы ҡорбандар һанын – 70 процентҡа, матди зыянды 30 процентҡа кәметергә мөмкин. Йәғни кешеләр бәлә хаҡында ваҡытында белеп, ҙур янғын сығыуға юл ҡуймай.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда һуңғы биш йыл эсендә янғын иҫкәрткестәр арҡаһында 747 кешенең, шул иҫәптән 280 баланың ғүмере ҡотҡарылған. Әйткәндәй, республикабыҙ – ил буйынса ошондай ҡорамалды бушлай таратҡан берҙән-бер төбәк. Программа ғәмәлгә ашырылған биш йыл дауамында Өфөлә генә 300 меңдән ашыу янғын иҫкәрткес ҡуйылған.

Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!
Үкенескә ҡаршы, янғын иҫкәрткескә бәйле мутлыҡ осраҡтары ла теркәлеп тора. Үҙен янғынға ҡаршы хеҙмәт белгесе тип танытып, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға унар мең һумға ҡорамал һатып китеүселәр бар. Тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 55 йәштән оло яңғыҙаҡтарға янғын иҫкәрткес бушлай бирелә. Шулай уҡ уны электр тауарҙары магазинынан һатып алырға мөмкин. Хаҡы 300 һумдан бер мең һумға тиклем арауыҡта тирбәлә.

Батарейкаларҙы ҡасан алмаштырырға?
Автономлы янғын иҫкәрткес батарейка ярҙамында үҙ аллы эшләүе менән уңайлы. Ҡорамал түбәгә ике шөрөп ярҙамында беркетелә. Әгәр йорттағы түшәмдәр тарттырылып эшләнгән булһа, стенаның өҫкө өлөшөнә ҡуйыла. Иҫкәрткесте электр ҡорамалдары күберәк урынға, мәҫәлән, аш-һыу бүлмәһенә ҡуйыу яҡшыраҡ, әммә плитанан алыҫтараҡ булһын, сөнки сәйнүктән сыҡҡан быуҙы төтөн тип ҡабул итеүе бар.
Батареяның заряды бер йылға, йыл ярымға етә, ошо ваҡыт үтһә, мотлаҡ алмаштырырға кәрәк. Бының өсөн ҡорамалды сәғәт йөрөшө буйынса өйрөлтөргә, артҡы ҡапҡасын асырға, батарейканы алмаштырырға һәм сәғәт йөрөшөнә ҡаршы өйрөлтөп, кире урынына ҡуйырға кәрәк. Әгәр иҫкәрткес төҙөк булһа, унда ҡыҙыл төҫтәге индикатор емелдәй.

Кешеләр һәләк булған янғындарҙың яртыһы йоҡо мәленә тура килә. Йоҡлағанда еҫте тиҙ һиҙмәйһең һәм хәүеф янауын ваҡытында белмәйһең. Ағыулы төтөн менән тын алған осраҡта кеше бер нисә минутта үлеүе ихтимал.

Ә был ваҡытта...
Бер аҙна эсендә иҫкәрткестәр алты пенсионерҙың ғүмерен ҡотҡарған
Тәүге осраҡ Туймазы районында оло йәштәге ике кеше йәшәгән йортта була. Бабай кәстрүлгә һалып, алма бешерергә ҡуя һәм, был хаҡта әйтмәйенсә, ихатаға сығып китә. Төтөн сыға башлау менән янғын иҫкәрткес хәүеф хаҡында хәбәр итә.
Шул уҡ райондың икенсе ауылында оло йәштәге ҡатын ҡоймаҡ ҡойорға була. Май иретергә ҡуя һәм, ҡапҡаның асыҡ тороуын күреп, тыш-ҡа сыға ла башҡа эштәргә әүрәй. Табала яна башлаған май хаҡында мини-сирена иҫкәртә.
Ә был хәл Өфө районының Зубово ауылында була: пенсионер сәй ҡайнатырға ҡуя һәм онота. Һыу ҡайнап бөтөп, пластик тотҡа ирей башлай... Шишмә районында ир кеше мейес тоҡандыра һәм хужалыҡтағы эштәргә тотона. Күпмелер ваҡыттан янғын иҫкәрткестең тауышын ишетеп инһә, өй төтөн менән тулған була. Баҡтиһәң, мейестең ҡапҡасы боҙол-ған һәм тере ҡуҙҙар иҙәнгә төшкән...
Шишмә районында тағы бер осраҡ теркәлгән. Йорт хужаһы төшкө аш йүнәткән мәлдә, ятып тора һәм йоҡлап китә. Уны янғын иҫкәрткес уята. Пенсионер газ плитаһын һүндереп, яна башлаған табаны тышҡа сығарып өлгөрә, ишек-тәҙрәләрҙе асып өйөн елләтә. Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамлана.

Янғын иҫкәрткесте кемдәр бушлай алыуға хоҡуҡлы?
- 55 йәштән олораҡ яңғыҙ йәшәгән кешеләр;
- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары;
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙың ғаилә ағзалары;
- Балиғ булмаған йәштә концлагерға эләккән тотҡондар;
- «Һуғыш осоро балалары», йәғни 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем арауыҡта тыуғандар;
- Хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары;
- 7 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаиләләр;
- Социаль йәһәттән хәүефле хәлдәге ғаиләләр;
- Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр;
- Балаһы тыуған ғаиләләр (2019 йылдан янғын иҫкәрткесте сабыйға тәғәйен бүләк йыйылмаһына ҡушып бирәләр).
Был ҡорамалды алыу өсөн Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгенә 8 (347) 272-00-24 телефоны буйынса шылтыратып, ғариза ҡалдырырға кәрәк. Эш көндәрендә 9.00–18.00 сәғәт арауығында йәки [email protected] электрон почтаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор: