Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
25 Ноябрь 2022, 10:05

Милек һалымы тураһында ете мөһим һорау

Башҡортостан халҡына тыныс йәшәү, иртәгә бер нисә мең һумлыҡ штраф килер тип ҡайғырмаҫ өсөн милек һалымын түләп ҡуйырға бер аҙнанан күберәк ваҡыт ҡалды. Был хаҡта нимә белергә кәрәк – ошо турала һөйләйбеҙ.

Милек һалымы тураһында ете мөһим һорау
Милек һалымы тураһында ете мөһим һорау

Тағы ниндәй һалым? Минең эш хаҡынан тоталар бит!
2021 йылда фатиры, машинаһы, ер биләмәһе, гаражы йәки башҡа төрлө милке булған кеше 2022 йылдың 1 декабренә тиклем үҙ аллы рәүештә милек һалымы түләргә тейеш.
Ҡиммәтле көнкүреш техникаһы йәки ювелир биҙәүестәр (миллион һумға торошло булыуы ла ихтимал) шулай уҡ милек булып һанала, әммә иҫәпкә алынмай, шуға күрә улар өсөн һалым түләргә кәрәкмәй.
Бухгалтерия эш хаҡынан тотҡан 13 процент – бөтөнләй икенсе һалым. Ул физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) тип атала һәм милек һалымына ҡағылышы юҡ.

Миңә түләү тураһында ҡағыҙ килмәне
Моғайын, килмәҫ тә. Һалым хеҙмәте әкренләп түләү хаҡында мәғлүмәтте ҡағыҙҙа ебәреүҙән баш тартып, электрон алымға күсә бара. Әгәр һалым түләүсенең шәхси кабинетын булдырһағыҙ (адресы: lkfl2.nalog.ru), тимәк, шунда хәбәр иткәндәр. Был бик уңайлы алым, сөнки шул уҡ сайтта тиҙ генә һәм бер ниндәй комиссияһыҙ һалым суммаһын түләп ҡуйырға мөмкин. Әгәр элеккесә түләргә теләһәгеҙ, бланкты сығарып алып, офлайн ысулды һайлай алаһығыҙ. Квитанцияны «Рәсәй почтаһы»ның бүлексәләрендә лә һорап алып була.
Әйткәндәй, шәхси кабинет тураһында. Ул – бик уңайлы сервис, уны мотлаҡ өйрәнеп алығыҙ. Мәҫәлән, унда һалым ҡайтармаһына ғариза ҡалдырып, фатир һатып алыуға, дауаланыуға, уҡыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин.
Шунда уҡ һеҙҙең исемгә ниндәй милек яҙылыуын күреп, кәрәкһә, уны «ташламалы» итеп теркәү, һәр төрлө белешмәләр алыу, эш биреүсе түләгән һалымды контролдә тотоу, ниндәй банктарҙа ябылмаған иҫәптәрегеҙ, кредиттарығыҙ барлығын ҡарау мөмкинлегенә эйәһегеҙ. Быны эшләү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә раҫланған яҙманың булыуы ғына кәрәк.

Фатир бала исеменә яҙылған. Һалым түләргә кәрәкме?
Һалым йәшкә бәйле түгел. Балаға фатирҙың бер өлөшө йәки ул тулыһынса яҙылыуы мөмкин, әммә түләргә кәрәк. Быны атай-әсәй йәки опекун эшләргә тейеш.

Һалым нисек иҫәпләнә?
Үҙ аллы нимәлер һанарға, иҫәпләргә кәрәкмәй, быны һалым хеҙмәте башҡара һәм һеҙгә дөйөм сумма менән түләү өсөн код ебәрә. Шулай ҙа һалымдың нисек иҫәпләнеүен белергә кәрәк.
Иң анһаты – транспорт һалымын иҫәпләү: ат көсөндәге двигатель ҡеүәте (ПТС-та күрһәтелә) тарифҡа ҡабатлана һәм түләү суммаһы килеп сыға. Транспорт һалымы тулыһынса республика бюджетына йүнәлтелә, шуға күрә төбәк өсөн берҙәм ставка ғәмәлдә. Был хаҡта ентеклерәк – инфографикала.
Транспорт һалымын түләүҙән тулыһынса азат ителәләр:
- Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары;
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары;
- Дан һәм Хеҙмәт даны орденының тулы кавалерҙары;
- инвалидтар;
- Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа дәүләттәр биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары, хәрби хеҙмәт ветерандары;
- Хеҙмәт ветерандары;
- «чернобылселәр»;
- күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр (150 ат көсөнә тиклемге машинаға ҡағыла, әгәр автомобиль ҡеүәте 150-200 ат көсө булһа – 50 процент ташлама);
- электрокар хужалары;
- махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре.
Газ менән эшләгән машина хужаларына ла 50 процентлыҡ ташлама ҡаралған.
Ергә, йортҡа һәм фатирға һалым кадастр хаҡына ҡарап билдәләнә, ә ул күп нәмәләрҙе үҙ эсенә ала: райондың уңайлылығы, ҡат, бинаның туҙыу кимәле һ.б. Шуға күрә ҡала үҙәгендәге «хрущевка» менән ҡала ситендәге шундай уҡ фатирҙың һалым күләме айырыла. Икенсенән, һәр район һәм ҡаланың үҙ ставкалары һәм үҙ ташламалары. Был хаҡта тулыраҡ һылтанма аша үтеп белергә мөмкин: www.nalog.gov.ru/rn02/service/tax/. Һалым осоро тип 2021 йылды һайлағыҙ.

Йорт янды. Машинаны урланылар. Һалым түләргәме?
Ҡулланыу мөмкин булмаған милек өсөн һалым түләргә кәрәкмәй. Мәҫәлән, йорт янғын арҡаһында зыян күрһә йәки машинаны урлап алып китһәләр һәм ул эҙләүҙә булһа. Бының өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинетына инеп, «Минең милкем» тигән бүлеккә үтегеҙ, был мөлкәтте иҫәптән алыу кәрәклеген билдәләгеҙ һәм тейешле белешмәләр беркетегеҙ.

Дөйөм йорт милке өсөн нисек түләргә?
Подъезд һәм йорт яны биләмәһе – ошо йорттағы фатир хужаларының дөйөм милке. Һалым һәр кемдән йыйыламы? Юҡ. Был хаҡта законда аныҡ әйтелгән: дөйөм йорт милкенә һалым һалынмай.

Түләмәһәң, нимә була?
1 декабрҙән һуң бурыс суммаһына проценттар өҫтәлә башлай: көнөнә дөйөм сумманың 0,025 проценты. Быны үҙ аллы иҫәпләп барыу мөмкин дә түгел. Һалым хеҙмәте бурыс, пеня күләме һәм түләү ваҡыты яҙылған квитанция ебәрәсәк, әгәр ул осраҡта ла бурысығыҙҙы ҡапламаһағыҙ, ҡәтғирәк яза көтә: бурыс суммаһының 20 процентына тиң штраф.

Әгәр быға тиклем һалым хеҙмәтенә ниндәйҙер ташлама юллап мөрәжәғәт иткән булһағыҙ, һеҙгә тейешле башҡа льготалар автоматик рәүештә билдәләнә.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Башҡортостандың һалым хеҙмәте республикала теркәлгән ниндәй машина хужалары иң ҙур транспорт һалымы түләйәсәген иҫәпләгән. Тәүге урында – Lamborgini Huracan хужаһы, ул 287 мең һумдан ашыу һалым түләргә тейеш. Артабан Mercedes-Benz AMG S 65 хужаһы килә – 284 мең һум, өсөнсө урында – Mercedes-Benz AMG G 63 (236 мең һум). Дөйөм алғанда, республикала хаҡы 3 миллион һумдан юғары булған дүрт меңдән ашыу машина теркәлгән, уларҙың барыһына ла транспорт һалымы юғары коэффициентта иҫәпләнә.

Автор:Лариса Михалькова