Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
28 Октябрь 2022, 10:00

Башҡортостанда «база әҙерлеге кимәле» иғлан ителде. Ул нимәне аңлата?

Владимир Путин Именлек советының ултырышын уҙғарып, Рәсәйгә ҡушылған ЛХР, ДХР, Херсон һәм Запорожье өлкәләре биләмәләрендә хәрби хәл индерелеүе тураһында иғлан итте. Уларға сиктәш төбәктәрҙә – Ҡырымда, Севастополдә, Краснодар крайында, Белгород, Брянск, Воронеж, Курск, Ростов өлкәләрендә – «уртаса әҙерлек», ә башҡа төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда «база әҙерлеге кимәле» индерелде.

Башҡортостанда «база әҙерлеге  кимәле» иғлан ителде. Ул нимәне аңлата?
Башҡортостанда «база әҙерлеге кимәле» иғлан ителде. Ул нимәне аңлата?

Был нимә аңлата?
База әҙерлеге кимәле республиканың ғәҙәти тормошон сикләгән бер ниндәй ҙә сараны күҙ уңында тотмай. Беҙҙә комендант сәғәте индерелмәй, армия ихтыяжы өсөн милек тартып алынмай, райондар һәм төбәктәр араһында сик ябылмай. Указды тормошҡа ашырыуға ярашлы, урындағы власть заводтарҙы, транспорт сараларын, энергетика предприятиеларын, хәрби объекттарҙы һаҡлауҙы көсәйтә, өлөшләтә мобилизация осорондағы ише аңлашылмаусанлыҡтар булмаһын өсөн норматив-хоҡуҡи документтарҙы тәртипкә килтерә.
Саралар исемлеген, уларҙы үтәү ваҡытын, үҙенсәлеген һәм тәртибен төбәк Башлығы «ағымдағы хәл-торошто һәм хәүеф ихтималлығын иҫәпкә алып» үҙ аллы хәл итә. Ошо маҡсатта Радий Хәбиров республика оператив штабын булдырҙы. Оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, төбәк ойошмалары етәкселәрен берләштергән штабты республика Башлығы етәкләйәсәк.
– Был – ҙур яуаплылыҡ. Указға ярашлы төп бурыс – оператив ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн төбәк башлыҡтарының мөмкинлектәрен киңәйтеү. Тағы ла бер мөһим йүнәлеш – республиканың идара итеү командаларының, муниципаль берәмектәрҙең һәм беҙҙең биләмәләге федераль структураларҙың территориаль органдарының эшмәкәрлеген тейешле юҫыҡта ойоштороу. Был эште һөҙөмтәле алып барырға булышлыҡ итә.
Бындай тәжрибә беҙҙә булғайны инде. Беҙ коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкәндә, Президент төбәк етәкселәре вәкәләттәре буйынса шундай уҡ ҡарарҙар ҡабул иткәйне, – тине Радий Хәбиров.
Яҡын арала штаб тәүге ҡарарҙар сығарасаҡ, улар тураһында мотлаҡ һөйләрбеҙ.

Ил сиктәре ябыламы?
Юҡ, ябылмай. Кремль дүрт төбәктә иғлан ителгән хәрби хәл арҡаһында ил сиктәрен ябыу күҙалланмауы тураһында рәсми рәүештә иғлан итте. Төбәктәр араһында, шул иҫәптән курорт зоналарына ла элеккесә йөрөргә, самолетта осорға мөмкин. Мәҫәлән, Краснодар крайының губернаторы Вениамин Кондратьев был төбәктә ниндәйҙер сикләүҙәр индереү өсөн нигеҙ булмауы хаҡында белдерҙе. Ҡырым башлығының кәңәшсеһе Олег Крючков та Ҡырымға инеү һәм сығыу юлдарының асыҡ булыуы тураһында әйтте.

БЫЛ ВАҠЫТТА
Путин мобилизацияланған
рядовойҙарға аҡсалата түләүҙе кәмендә 195 мең һумдан билдәләргә ҡушты Президент Владимир Путин Именлек советы ултырышындағы сығышында Хөкүмәткә өлөшләтә мобилизацияға ярашлы саҡырылған ябай хәрбиҙәргә айлыҡ түләү күләмен 195 мең һумдан билдәләргә ҡушты.
– Һуңғы ваҡытта өлөшләтә мобилизацияға ярашлы саҡырылған хәрбиҙәргә аҡса түләү йәһәтенән һорауҙар тыуыуы билдәле. Бөгөн түләүҙәрҙең билдәләнгән ваҡытын һәм күләмен кисектергеһеҙ үтәү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙым. Түләүҙең суммаһы бер айға 195 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш, – тине дәүләт башлығы.
Ул шулай уҡ аҡсаның хәрби әҙерлек һәм уҡыу осоро өсөн дә түләнергә тейешлеген билдәләне.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич «Business FM Уфа»ға биргән интервьюһында Башҡортостанда мобилизацияның 28 октябрҙә тамамланыуы тураһында әйтте. Республикаға билдәләнгән пландан тыш бер кеше лә артыҡ саҡырылмаясаҡ. «Әгәр пландан тыш йыйһаҡ, уларҙы кейендереү, ашатыу, эш хаҡы түләү йәһәтенән һорауҙар тыуасаҡ», – тине хәрби комиссар.

ИҒТИБАРҒА АЛЫҒЫҘ
Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә нимәләр тейеш?

Радий Хәбировтың үҙ теләге менән йәки мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынғандарҙың ғаиләләренә 30 төрлө ярҙам сараһы булдырыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Исемлек әҙер, уға ярашлы, бер машинаға тейешле транспорт һалымына 100 процент ташлама, балалар баҡсаһына сиратһыҙ юллама һәм уның өсөн түләүҙән азат итеү, өс йәшкәсә балаларға «Һөт кухняһы» аша бушлай махсус ризыҡтар алыу, түңәрәктәргә һәм оҙайтылған көн төркөмөнә бушлай йөрөү, 11-се класҡа тиклем мәктәп, техникум, колледж һәм училище уҡыусыларына йылы төшкө аш, балалар лагерҙарына йыл дауамында йәки йәйге ял осоронда юллама, балаларға уҡыу йылы барышында ҡала эсендәге дәүләт транспортында бушлай йөрөү ҡаралған. Шулай уҡ «Жилстройсбережение» программаһы шарттарын йомшартыу алымдары ла күҙ уңында тотола: үҙең теләгән мәлдә иҫәптәге аҡсаны тулыһынса алырға йәки, программаның ҡатнашыусыһы статусын юғалтмайынса, айлыҡ иғәнә индереүҙе туҡтатып торорға мөмкин. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондынан баҙар хаҡынан түбән хаҡҡа фатир алып буласаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары – оло йәштәгеләр һәм инвалидтар, ғаилә составына һәм килем кимәленә ҡарамайынса, ярымстационар алымда, ә инде мохтажлыҡ булғанда махсус ойошмала социаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәттәре менән ҡуллана ала. Шулай уҡ юридик, финанс һорауҙар буйынса бушлай консультация, психолог ярҙамы, айырым шарттарҙа эшкә урынлаштырыу мөмкинлеге ҡарала.
Быларҙың барыһы ла ноябрҙән ғәмәлгә инә! Ентеклерәк мәғлүмәт билдәле булыу менән улар тураһында ла мотлаҡ һөйләрбеҙ.

Автор:Лариса Михалькова