Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
21 Октябрь 2022, 09:10

Балалар кейемендәге яҡтылыҡ ҡайтарғыстар нисек итеп ғүмерҙе ҡотҡара ала

Көҙгөһөн ҡараңғы бик тиҙ төшә һәм шундай һорау тыуа: мәктәптән һуң ҡайтҡан йәки киске мәлдә дуҫтары менән йөрөп килергә теләгән баланың именлеген нисек тәьмин итергә? Яҡтыртылмаған юлда, ҡара төҫтәге кейемдә балалар – водитель өсөн күҙгә күренмәгән шәүлә ише. Уларҙы хәүефтән нисек һаҡларға?

Балалар кейемендәге яҡтылыҡ ҡайтарғыстар нисек итеп ғүмерҙе ҡотҡара ала
Балалар кейемендәге яҡтылыҡ ҡайтарғыстар нисек итеп ғүмерҙе ҡотҡара ала

Ҡиммәтле секундтар
Статистиканан күренеүенсә, йәйәүлене бәрҙереү – иң йыш осраған юл-транспорт ваҡиғаларының береһе. Сәбәп һәр ваҡыт автомобиль тиҙлегендә генә түгел. Яҡын араға яҡтыртҡан фар йәйәүлене 30 метрҙан ғына күреү мөмкинлеге бирә. Тикшереүҙәр раҫлауынса, ҡапыл килеп сыҡҡан йәйәүлене абайлау өсөн водителгә ике секунд ваҡыт етә. Ошо ваҡыт эсендә сәғәтенә 60 километр менән барған автомобиль 32 метр юл үтә. Йәғни бәрелеү ихтималлығы бик юғары. Әгәр кейемдә яҡтылыҡты кире ҡаҡлыҡтырған берәй билдә булһа, водитель кешене 200 метрҙан абайлар ине. Шул осраҡта автомобиль хужаһы тиҙлекте кәметеп өлгөрә.

Яҡтылыҡты кире ҡайтарғыстар ниндәй була?
Әгәр сит илдә етештерелгән балалар өҫ кейемен ҡараһаң, уларҙың барыһында ла яҡтылыҡты кире ҡайтар-ған билдәләр булыуын күрергә мөмкин. Фар яҡтыһында төрлө һүрәттәр, ең остары, һыҙыҡтар янып, бала алыҫтан уҡ Яңы йыл шыршыһы кеүек күренә. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең тауар етештереүселәр әлегә быны мотлаҡ ҡағиҙә тип ҡабул итмәй. Әммә хәлде үҙ ҡулыбыҙға алып, үҙгәртеп була. Беренсенән, һатыуҙа ҡараңғы мәлдә янған төрлө йәбештергестәр, брелоктар, беләҙектәр (куртка йәки пальто тышынан ҡулға кейелә) бар. Мәҫәлән, улар автомобиль заправкалау станцияларында ла һатыла. Балалар биштәрендәге бәләкәй генә брелок та водителдең иғтибарын йәлеп итеүе мөмкин. Икенсенән, тегеү әйберҙәре магазинынан махсус яҡтылыҡ ҡайтарғыс таҫмалар һатып алып, кейемгә беркетеп була. «Роскачество» Рәсәй мониторинг системаһы белгестәре һатып алыр алдынан материалды тикшереп ҡарарға кәңәш итә, сөнки ялған тауарҙар ҙа осрай икән. Телефонығыҙҙағы фонарикты тоҡандырып, маңлай тәңгәленә күтәрегеҙ (яҡтылыҡ күҙ тапҡырынан төшөргә тейеш) һәм 10-15 метрға артҡараҡ китегеҙ. Әгәр тауар яҡтылыҡты кире ҡаҡлыҡтырһа – алырға мөмкин. Шулай уҡ таҫманы яҡтылыҡ ҡулланып фотоға төшөрөп ҡарарға була, фотоһүрәттә ул сағыу тап рәүешендә булырға тейеш.

Нисек тағырға?
Белгестәр яҡтылыҡ ҡайтарғысты аяҡтың аҫҡы өлөшөнә, тубыҡ тирәһенә тағырға кәңәш итә, ни өсөн тигәндә, автомобиль яҡтылығы аҫҡа табан төшә. Шулай уҡ еңгә беркетергә мөмкин: кеше ҡулын һелтәп атлағанда алыҫтан уҡ күренәсәк. Әгәр бала 140 сантиметрҙан бәләкәйерәк булһа, яҡтылыҡ ҡайтарғыстарҙың төп өлөшөн шапкаға йәки биштәргә тағыу отошлораҡ. Уларҙы баштан аяҡҡа тиклем йәбештерергә мөмкин, әйҙә
бала үҙе теләгәнсә ҡыланһын. Әммә аппликацияларҙы кейемдең, биштәрҙең бөгөлгән урыны ҡапламаһын. Әйткәндәй, барлыҡ әйберҙәр араһынан иң һөҙөмтәлеһе тип брелок һанала, сөнки ул атлағанда сайҡалып, алыҫтан яҡшыраҡ күренә. Ғөмүмән, баланың өҫ кейемендә кәм тигәндә дүрт яҡтылыҡ ҡайтарғыс булырға тейеш тип иҫәпләнә. Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе юл саттарында була, шуға күрә бала һәр тарафтан һәйбәт абайланырға тейеш. Ул саҡта бәхетһеҙ осраҡтар ҙа һирәгерәк буласаҡ.

Шәп асыш
Баҡтиһәң, яҡтылыҡ ҡайтарғыстар менән кешеләр 90 йыл самаһы ҡуллана икән. «Бесәй күҙе» тип аталған ошондай әйберҙәрҙе инглиз Перси Шоу уйлап тапҡан. Бер мәл ул, ҡараңғы урамда машинала ҡайтып бар-ғанында, юл ситендәге ҡоймала ултырған бесәйҙе күреп ҡалып туҡтап өлгөрә. Хайуандың янып торған күҙе хәүеф хаҡында ваҡытында иҫкәртә. «Бесәй күҙе»н булдырғанда Шоу яҡтылыҡ линзаһы уйлап тапҡан ватандашы Ричард Мюррейҙың асышына таяна.

Яҡтылыҡ ҡайтарғыстар – махсус материалдан эшләнгән әйберҙәр. Улар яҡтылыҡты кире ҡаҡлыҡтырыу сифатына эйә. Юл хәрәкәте осрағында яҡтылыҡ сығанағы – автомобиль фары. Һорғолт-аҡ һәм лимон төҫөндәге яҡтылыҡ ҡайтарғыстар иң һәйбәте һанала.

МӨҺИМ!
Балағыҙға кейемдә яҡтылыҡ ҡайтарғыстың булыуы хәүефһеҙлекте тулыһынса тәьмин итмәүен аңлатығыҙ. Һәр осраҡта ла юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк: юл аша йәйәүлеләргә тәғәйен урындан ғына сығырға, водителдең һине күреүенә инанғас ҡына хәрәкәт итә башларға. Светофорҙа йәшел ут янһа ла, тәүҙә иғтибар менән һулға һәм уңға ҡарап алығыҙ. Юлға йүгереп сыҡмағыҙ, машиналар йөрөгән ихатала иғтибарлы булығыҙ.
Был ҡағиҙәләрҙе иң тәүҙә ололар үтәргә һәм шуның менән балаларға өлгө күрһәтергә тейеш

Автор:Лариса Михалькова