Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
20 Сентябрь 2022, 09:25

Сөскөрөргә теләмәнем

Киҙеүгә ҡаршы прививка тураһында нимә белергә кәрәк 5 сентябрҙә “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова грипҡа ҡаршы Бөтә Рәсәй прививка кампанияһы башланыуы тураһында белдер-ҙе. Вакцина – киҙеүҙе иҫкәртеүҙең иң ябай һәм һөҙөмтәле юлы. Ни өсөн уны тап әлеге мәлдә һалдырыу отошло булыуы, ваҡытты һуҙмау зарурлығы тураһында аңлатма бирәбеҙ.

Сөскөрөргә теләмәнем
Сөскөрөргә теләмәнем

1. Ни өсөн улай иртә?
Бының бер нисә сәбәбе бар. Беренсенән, организмда прививканан һуң антиесемдәр барлыҡҡа килһен өсөн кәм тигәндә ике аҙна ваҡыт кәрәк. Әгәр йәйгеһен яһатһағыҙ, киҙеү миҙгеле башланыуға вакцинаның тәьҫире кәмей, ә инде декабрҙә, барыһы ла сирләй башлағас эшләтһәгеҙ, организмда антиесемдәр барлыҡҡа килеп өлгөрмәүе бар. Икенсенән, быйыл медицина хеҙмәткәрҙәре киҙеү миҙгеленең иртәрәк башланыуын күҙаллай. “Роспотребнадзор”ҙың Үҙәк фәнни-тикшеренеү эпидемиология институты директорының клиника-аналитика эше буйынса урынбаҫары Наталья Пшеничная “Известия” гәзитенә биргән интервьюһында, быйыл Рәсәйҙә грипп вирусының әүҙем циркуляцияһы декабрҙә түгел, ә көҙ уртаһында уҡ башланыуы ихтимал, тип белдерҙе. Өсөнсөнән, коронавирусҡа бәйле киҙеү тулҡыны көслө булыр тип көтөлә. Ғалимдар билдәләүенсә, ике йыл дауамында бөтә кешелектең иғтибарын ковид-19 үҙенә йәлеп итеп торҙо, барыһы ла битлек һәм бирсәткә кейеп йөрөнө, өйҙә ултырҙы, һирәк аралашты. Киҙеү менән сирләүселәр һиҙелерлек кәмене, әммә вакцина яһатыу ҙа һүлпәнәйҙе. Был инфекцияға ҡаршы коллектив иммунитеттың түбәнәйеүенә килтерҙе. Ябай итеп әйткәндә, беҙҙең иммун системаһы был вирусты онотто һәм һаҡланыу саралары ла йомшарҙы.
Профилактиканың башҡа алымдары – халыҡ күп йыйылған урындарҙа булыуҙы сикләү, битлек кейеү, ҡулды даими рәүештә йыуыу, бүлмәне елләтеү, саң-туҙанды һөртөп тороу, яҡшы йоҡо һәм туҡланыу.

2. Вакцина һалдырһам, сирләмәйемме?
Вакцина сир йоҡтормау йәһәтенән 100 процент гарантия бирмәй. Күп йыллыҡ тәжрибәнән күренеүенсә, прививка яһатҡан кешеләр бер ярым тапҡырға һирәгерәк ауырый, ике тапҡыр аҙыраҡ осраҡта дауаханаға ята, ауыр эҙемтәләр һәм үлем осраҡтары бөтөнләй юҡ. Йәғни прививка һеҙгә сирҙе еңел үткәреү, дауаханаға, реанимацияға эләкмәү йәһәтенән 100 процент гарантия бирә.
Ошо урында кемдер был юлдарҙы уҡып, йылмайып ҡуйыр, йәнәһе, “Ниндәй реанимация? Был бит ябай ғына киҙеү. Өйҙә ике аҙна ятаһың да – алға”. Әммә асылда вирус бик ҡурҡыныс һәм хәүефле. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл һайын гриптан 500 меңгә яҡын кеше үлә. Был – Өфө ҡалаһының ярты йәки бергә һанағанда Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай һәм Мәләүез халҡы тигән һүҙ.

3. Вакцина нисә һум тора?
Киҙеүгә ҡаршы вакцина яһатыу сығымдарын дәүләт тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Бының өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленә. Башҡорт-остан йыл һайын ололар һәм балалар өсөн ике миллион дозанан ашыу «Ультрикс Квадри» һәм «Сови-грипп» ала. Һеҙгә поликлиникағыҙға барып, тәүҙә терапевҡа, артабан процедура кабинетына мөрәжәғәт итергә генә кәрәк.
Тәү сиратта бушлай вакцина түбәндәге категорияларға яһала:
* алты айҙан ҙурыраҡ бала- ларға, мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға;
* медицина хеҙмәткәрҙәренә;
* уҡытыусыларға;
* социаль өлкә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, хеҙмәттәр күрһәтеү тармаҡтары хеҙмәткәрҙәренә;
* вахта ысулы менән эшләүселәргә;
* чиновниктарға;
* пенсионерҙарға;
* хәрбиҙәргә;
* ауырлы ҡатындарға;
* хроник сирлеләргә.
Башҡалар ҙа бушлай прививка эшләтә ала, бының өсөн поликлиникағыҙға мөрәжәғәт итегеҙ, ҡасан килергә кәрәклеген әйтерҙәр. Ҡайһы бер ойошма етәкселәре хеҙмәткәрҙәренә вакцина яһатыуҙы эш урынында ойоштора.
Әгәр ауырыһағыҙ, бер кешегә кәм тигәндә мең һумлыҡ дарыу һатып алырға тура киләсәк.

4. Кемдәргә ярамай?
Заманса препараттарҙы бөтәһенә лә тиерлек, хатта ярты йәшлек балаларға һәм йөклөлөгө 14 аҙнанан уҙған ауырлы ҡатындарға яһарға ярай. Әммә иҫкәрмәләр ҙә бар. Мәҫәлән, табиптар йомортҡаға аллергияһы булған кешеләргә айырыуса иғтибар бүлә. Ундай пациенттарға тик дауаханала, табиптар күҙәтеүе аҫтында прививка яһала. Вакцинаны ныҡ итеп сирләгәндә, хроник сирҙәр ҡуҙғыған мәлдә лә эшләмәйҙәр.
Укол яһағандан һуң табиптар ҡабаланып ҡайтып китмәҫкә, 15-30 минут көтөргә кәңәш итә. Ашығыс медицина ярҙамы талап иткән аллергия реакцияһы булыу-булмауын асыҡлау өсөн ошо ваҡыт етә. Прививка урынын бер тәүлек дауамында һыуларға, тырнарға ярамай.

5. Киҙеү һәм коронавирусҡа ҡаршы прививканы бергә яһатырға мөмкинме?
Эйе, мөмкин! Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы прививкалар араһында бер ай көтмәҫкә, икеһен бер ыңғай яһатырға рәсми рәүештә рөхсәт итте. COVID-19-ға ҡаршы прививканы – бер ҡулбашҡа, киҙеүгә ҡаршыһын икенсе яҡҡа эшләйҙәр.

КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
Прививканан сирләп китеү ихтималлығы бармы?
Ҡайһы берҙә вакцина яһатҡандан һуң температура күтәрелә, мускулдар һыҙлай, тән ауырта. Беҙ «сирләнем инде» тип уйлайбыҙ. Әммә улай түгел. Киреһенсә, был организм тарафынан антиесемдәр эшләнеүе тураһында һөйләй. Бер-ике көндән барыһы ла яйлана. Вакцина эшләү барышында ундағы сир ҡуҙғытыусы сифаттарҙы “үлтереп”, һаҡлаусыларын ғына ҡалдыралар.
Тағы ла бер нәмәне оноторға ярамай: әгәр вакцина яһатҡанға тиклем йәки бер-ике көн эсендә вирус йоҡторһағыҙ, ысынлап та, сирләүегеҙ ихтимал, сөнки әлегә һеҙҙә һаҡлаусы антиесемдәр юҡ. Әммә был бер нисек тә вакцина менән бәйле түгел.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Киҙеүҙең төп билдәләре
ниндәй?
* Сир ҡапыл башлана.
* Тән температураһы 39 градус-ҡаса күтәрелә.
* Баш ауырта.
* Мускулдар, быуындар һыҙлай.
* Ҡалтырата.
* Арыта.
* Йүткереү.
* Тымаулау, танау тоноу.
* Тамаҡ төбө әсетеп ауырта.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор:Лариса Михалькова