Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
5 Сентябрь 2022, 09:20

Ауыл ипотекаһының ваҡыты сикләнмәй

Рәсәйҙә Ауыл ипотекаһы программаһын оҙайттылар. РФ Премьер-министры Михаил Мишустин белдереүенсә, программа быйыл тамамланырға тейеш ине, әммә хәҙер уның ваҡытын сикләмәҫкә ҡарар иттеләр. «Ауыл кешеләре йорт төҙөү йәки һатып алыу өсөн кредит алыу мөмкинлегенә эйә, программаның ғәмәлдә булыу ваҡыты сикләнмәй. Шуны ла әйтергә кәрәк: ставка элеккесә – 3 проценттан юғары булмаған кимәлдә ҡала», – тине ул.

Ауыл ипотекаһының ваҡыты сикләнмәй
Ауыл ипотекаһының ваҡыты сикләнмәй

Нимә ул ауыл ипотекаһы?
Ул – ауыл ерендә 0,1-ҙән 3 процентҡа тиклем ставка буйынса ипотекаға йорт йәки ер участкаһы һатып алыу мөмкинлеге. Шулай уҡ кредит аҡсаһын элек алынған ер биләмәһендә йорт төҙөү өсөн дә ҡулланырға була. Ә бына ауыл ипотекаһына фатир һатып алыу хәҙер мөмкин түгел.

Ни өсөн ставка улай түбән? Эш нимәлә?
Бында шикләнергә сәбәп юҡ. Банктар бер тин дә юғалтмай, уларҙың алып етмәгән килемен дәүләт субсидия рәүешендә ҡаплай. Был ярҙам сараһы ауылдарҙы һаҡлау, кешеләр тыуған төйәгендә ҡалып, уңайлы, заманса шарттар булған йорттар төҙөһөн өсөн булдырылды.

Төп талаптар ниндәй?
Иң мөһим шарттарҙың береһе – ер йәки торлаҡ ауыл биләмәһендә урынлашҡан булырға тейеш. Бында һүҙ төпкөл төбәктәр тураһында ғына бармай. Мәҫәлән, программа буйынса Өфө янындағы Зубов йәки Булгаков ҡасабаларынан да торлаҡ алырға мөмкин. Әммә арзан кредитҡа өмөт итеп, ер участкаһы алыр алдынан биләмәнең программаға тап килеү-килмәүен ныҡлы белешегеҙ. Шулай уҡ әлеге программа халҡы 30 мең кешегә етмәгән бәләкәй ҡалаларға ла ҡағыла.
Ауыл ипотекаһы буйынса ставка 3 проценттан артмай, кредит 25 йылға тиклем бирелә, уның максималь күләме – 3 миллион һум. Ташламалы ипотека менән ҡулланыу өсөн 10 процент күләмендә тәүге иғәнә кәрәк була. Был маҡсатта әсәлек капиталын файҙаланырға ла мөмкин. Әйткәндәй, ауыл ипотекаһын биреү-бирмәүҙе банктар үҙ аллы хәл итә, сөнки ул – ғәҙәти кредит, һәм уны юллағанда мөрәжәғәт итеүсенең кредит тарихы, даими эш урыны, тотороҡло килеме булыуы мотлаҡ иҫәпкә алына. Программала һәр кем – ғаиләлеләр, буй-ҙаҡтар, йәштәр, ҡарттар, ауыл һәм ҡала кешеләре ҡатнаша ала. Ауыл ипотекаһы бер тапҡыр ғына бирелә.

Ҡайһы йорт оҡшай, шуны алып буламы?
Бер нисә шарт бар. Беренсенән, әгәр физик шәхестән һатып алһағыҙ, йорттоң төҙөлөү ваҡыты – биш йылдан, юридик шәхестән булһа, өс йылдан артмаҫҡа тейеш. Икенсенән, торлаҡ йыл әйләнәһенә йәшәү өсөн тәғәйенләнгән һәм унда барлыҡ коммуникациялар – яҡтылыҡ, һыу, канализация, газ йәки электр йылытыуы
булыуы зарур. Йорттоң майҙаны социаль норманан кәм булмауы шарт. Буйҙаҡтар өсөн ул – 33, ике кешенән торған ғаиләгә 42 квадрат метр тәшкил итә, өс һәм унан күберәк кеше йәшәгән ғаиләлә һәр ағзаға 18 квадрат метр тура килергә тейеш.

Әгәр ер ҡуртымға алынған булһа, йорт төҙөү өсөн ауыл ипотекаһы биреләме?
Эйе, биләмәгә милек хоҡуғы мотлаҡ түгел, ҡуртым килешеүе лә етә. Ер участкаһының категорияһы торлаҡ объект төҙөүгә тап килеүе зарур. Тағы бер шарт: әгәр йорт төҙөү өсөн ипотека алһағыҙ, төҙөлөштө ике йыл дауамында тамамларға тейешһегеҙ, кире осраҡта кредит килешеүендәге ставка арттырыла.

Программа буйынса баҡса ширҡәтендә йорт алып буламы?
Сикләүҙәр юҡ. Әгәр йорт банк ҡуйған талаптарға яуап бирһә, мөмкин.

Йортто үҙем төҙөгөм килә, кредит бирерҙәрме?
Юҡ. Ауыл ипотекаһы буйынса йорт төҙөлөшөн мотлаҡ подрядсы ойошма башҡарырға тейеш. Подрядсының төҙөлөш өлкәһендә ике йыл тәжрибәгә эйә булыуы, айырым талаптарға яуап биреүе, банкта аккредитация үтеүе шарт.

Яңы йортта теркәлеү мотлаҡмы?
Эйе, был мотлаҡ талап. Кредит алыусы милек хоҡуғына эйә булғандан һуң ярты йыл эсендә яңы торлағында теркәлергә тейеш. Бынан тыш, артабанғы биш йыл дауамында банкка теркәү урынының үҙгәрмәүен раҫлап торорға тура киләсәк. Был – йорт һатып, аҡса эшләүгә юл ҡуймау өсөн булдырылған шарт. Әйткәндәй, ауыл ипотекаһына һатып алынған йортто, кредитты алдан тулыһынса түләп бөткән осраҡта ла, биш йыл дауамында һатырға йәки бүләк итергә ярамай.

Шул уҡ ваҡытта
Башҡортостан – ауыл ипотекаһы биреү буйынса алдынғы төбәк
2020 йылда, ауыл ипотекаһы ғәмәлгә инеү менән, Башҡортостан ыңғай ҡарар ҡабул ителгән ғаризалар һаны буйынса Ленинград һәм Новосибирск өлкәләре менән бергә тәүге өс төбәк араһына инде, һуңғараҡ ул беренсе урынға сыҡты. Быйыл да республика алдынғылыҡты бирмәй, йыл башынан беҙҙә 500 миллион һумға торошло 200 торлаҡ кредиты бирелгән. Ташламалы ипотека менән башлыса 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр файҙалана. Күптәр Өфө, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Иглин райондарынан йорт һәм ер һайлай.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор:Лариса Михалькова