Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
8 Август 2022, 10:05

Өс авария һәм 12 үлем. Улай булмауы ла ихтимал ине...

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда бер-бер артлы өс ҡурҡыныс авария булды, уларҙа тиҫтәнән ашыу кешенең ғүмере өҙөлдө. Был осраҡтарҙың һәр береһе – ҡот осҡос, шул уҡ ваҡытта, водителдәр аҙ ғына иғтибарлыраҡ булһа, был үлем осраҡтары булмаҫ та ине. Айырыуса балалар үлеме аяныслы. Ошолар хаҡында бергәләп фекер алышайыҡ.

Өс авария һәм 12 үлем.  Улай булмауы ла ихтимал ине...
Өс авария һәм 12 үлем. Улай булмауы ла ихтимал ине...

1-се тарих. Иғтибарһыҙлыҡ бәләһе
Нимә булды? Өфөлә, Софья Перовская менән Аврора урамдары киҫелешендә, 28 йәшлек ҡатын водитель һул яҡҡа боролған саҡта 38 йәшлек ҡатын менән уның биш йәшлек улын тапатты. Ҡаза күреүселәр урында уҡ йән биргән.
Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле ҡатын тәфтишселәргә хәрәкәт барышында сабыйын ашатыуы, шул сәбәпле иғтибарҙы юғалтыуы, ә бәрелгәс, педалдәрҙе бутап, тормоз урынына газға баҫыуы тураһында һөйләгән.
Уға ҡарата енәйәт эше асылған, тикшереү тамамланғансы ул бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәҫкә тейеш.
Үҙеңде нисек тоторға? Барыһына ла аңлашыла: хәрәкәт барышында йәш баланы ашатыу – башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Шуны иҫтән сығарырға ярамай: 99 процент осраҡта юл-транспорт ваҡиғаларының сәбәбе – бер мәлгә генә иғтибарҙы юғалтыу. Бынан ун йыл самаһы элек водителдәргә хәрәкәт барышында телефондан һөйләшеүҙе тыйған закон ҡабул ителде, бының өсөн штраф – 1500 һум. Ни өсөн? Сөнки телефон аша хәбәр һөйләгән кешене түгел, ә юлды тыңларға кәрәк. Барып еткәс – һөйләшерһең. Федераль трассаларҙа һәм Өфө кеүек ҙур ҡалаларҙағы юлдарҙа хәл-торош секунд һайын үҙгәреп тора. Көҙгөгә ҡарап алғансы ла кемдер юлға килеп сығыуы ихтимал.
Даими рәүештә ян-яғыңа ҡарау – бик һәйбәт ғәҙәт. 2013 йылда Өфөлә бик ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡи-ғаһы булды: иҫерек әҙәм таң менән клубтан ҡайтып барған. Светофорҙа ҡыҙыл утҡа туҡтамайынса, ҡаршы һыҙатҡа сығып, кешеләр төркөмөнә бәрелә һәм уларҙы автобусҡа алып барып ҡыҫа. Бер ҡатын һәм водителдең юлдашы һәләк булды. Ни өсөн был хаҡта һөйләйбеҙ? Тап шул осраҡтан һуң йәйәүлеләр “тәүҙә һулға, унан уңға” түгел, ә юл аша сыға башламаҫ элек үк бөтә тирә-яҡты байҡарға, машиналар светофорҙа туҡтағас ҡына ҡуҙғалырға өйрәнгәйне, сөнки хәүеф көтмәгән яҡтан килеп тыуыуы бар.

2-се тарих. Транспорт мәсьәләһе
Икенсе ҡурҡыныс авария Благовар районында Ҡашҡалаш ауылы янында булды. Юғары тиҙлектә барған пассажир автобусы юл һыҙатына билдә һалған эшселәрҙе оҙатып, яй ғына китеп барған “КамАЗ”ға бәрелде. Биш кеше шунда уҡ, алтынсы пассажир “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре ҡулында йән бирә.
27 йәшлек водителгә ҡарата енәйәт эше асылған, уға ете йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Үҙеңде нисек тоторға? Был осраҡҡа нимә сәбәпсе булғандыр, әлегә аңлашылып етмәй. Авария асыҡ ерҙә булған, юл тура һәм тигеҙ, әлеге урындан 100 метр самаһында тиҙлекте иҫәпкә алған радар урынлаштырылған. Водитель берәй дуҫына смс-хәбәр яҙыу менән булыштымы? Әллә уға ҡапыл ҡыйын булдымы? “КамАЗ” ҡағиҙәне боҙоп хәрәкәт иттеме? Барлыҡ һорауҙарға ла тәфтишселәрҙән яуап көтәбеҙ. Әлегә бына нимәләр хаҡында белергә кәрәк?
Йәмәғәт транспорты водителдәренең эшмәкәрлеген, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән тыш, һеҙ үҙегеҙ ҙә контролдә тота алаһығыҙ. Был айырыуса ҡала-ара маршруттарға ҡағыла. Әгәр водитель ен шикелле ҡыуалаһа, арып, күҙҙәре ҡыҙарған, ҡарашы томалан-ған булһа, машина бына-бына юлдан осор кеүек тойолһа, иҫкәртеү яһарға оялмағыҙ. Күптәр ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй, йоҡоһо туймайынса юлға сыға. Йыш йөрөгән кешеләр белә: мәҫәлән, Хәйбулла районынан таң менән ҡуҙғалған водитель, төшкөһөн Өфөгә килеп етеп, тамаҡ ялғап ала ла, кире юлға сыға. Артабан төнгә ҡарай өсөнсө рейсҡа юлланыуы ла ихтимал. Ошолай көн һайын. Йөҙ һум аҡсаны янда ҡалдырам тип, шундайҙар менән йөрөргә кәрәкме? Бәлки, поезға өҫтөнлөк бирергәлер. Әйткәндәй, хәҙер республиканың барлыҡ төбәктәренә тиерлек заманса матур электричкалар йөрөй.

3-сө тарих. Иҫерек герой
Баҡалы районында булған фажиғә тураһында ишетеп, иң ҡаты күңелле кеше генә иламағандыр. Таң менән “Ауди” автомобиленең иҫерек водителе юл ситенән китеп барған дүрт йәш ҡыҙҙы тапаны. Ҡыҙҙар “Ашығыс ярҙам” килгәнсе вафат булған ине.
Ҡулға алған ваҡытта 23 йәшлек егет иланы. Суд ултырышы залында, быяла ҡоршау артында ултырған йәш кешенең үкенесе йөҙөнә сыҡҡан ине, әммә һуң шул... Яҡынса 18 авгусҡа тиклем ул һаҡ аҫтында буласаҡ. Статьяһы ауыр, уға һигеҙ йылдан 15 йылғаса төрмә янай. Был эште республика Башлығы Радий Хәбиров шәхси контроленә алды.
Үҙеңде нисек тоторға? Иҫерек водителдәргә ҡарата ниндәй ҙә булһа алым юҡ. Улар бик ҡурҡыныс, ни ҡылырын бер кем дә әйтә алмай. Бер мәл БЮТ каналында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең иҫерек водителдәрҙе тотоуы тураһында сюжет күрһәттеләр. Шуларҙың береһенең ҡатыны камера алдында “ни эшләп минең иремә штраф һалаһығыҙ, ул бер шешә һыра ғына эскән, бер кемде лә үлтермәгән”, тип ҡаңғырыҡ ойошторҙо. Был осраҡта “Аллаға шөкөр, бер кемгә лә ҡаза яһамаҫ элек тотоп өлгөргәндәр”, тип әйтергә генә ҡала. Башҡортостанда йыл башынан һигеҙ меңгә яҡын иҫерек водитель тотолған! Уларҙың 105-е юл-транспорт ваҡиғаһы мәлендә асыҡланған.
Күптән билдәле: алкоголдең иң бәләкәй күләме лә физиологик реакцияны кәметә. Һин иҫерек түгелһең, үҙ аҡылыңдаһың, аяғыңда ныҡлы баҫып тораһың, әммә реакцияң барыбер айыҡ саҡтағы кеүек булмай: ҡарар яйыраҡ ҡабул ителә, ике машина араһын теүәл билдәләй алмайһың, хәүеф тойғоһо һәм иғтибар кәмей.
Дәүләт Думаһында эскән килеш машина йөрөтөүселәргә ҡағылған закондарға үҙгәрештәр индереү тураһында пакет әҙерләнгән. Депутаттар иҫерек водителдәрҙең автомобилен тартып алырға тәҡдим итә. Әлегә аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителмәгән, проект яҡын арала ҡараласаҡ.
Ә беҙ нимә эшләй алабыҙ? Эскән килеш машина йөрөтөүҙе егетлек тип һанамаҫҡа, иҫерек водителдәрҙе күргән осраҡта битараф ҡалмаҫҡа тейешбеҙ.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Башҡортостанда йыл башынан 1692 авария теркәлгән, уларҙа 182 кеше һәләк булған, тағы 2147-һе тән йәрәхәттәре алған. Был былтырғы осор менән сағыштырып, уртаса алғанда, 12 процентҡа кәмерәк, әммә һәр үлем осрағы – иҫ киткес ҙур ҡайғы һәм юғалтыу.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор:Лариса Михалькова