Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
2 Август 2022, 12:00

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарын берләштереү тураһында нимәләр белергә кәрәк. Иң мөһимдәре

Башҡортостанда оҙайлы дискуссиялар һәм фекер алышыуҙарҙан һуң яңы ҙур, заманса юғары уҡыу йорто – Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килде.

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарын берләштереү  тураһында нимәләр белергә кәрәк. Иң мөһимдәре
Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарын берләштереү тураһында нимәләр белергә кәрәк. Иң мөһимдәре

Ул әлеге ваҡытта эшләп килгән ике уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында булдырыла. Был ҡарарға 9 июлдә Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков ҡул ҡуйҙы.
– Һеҙҙең төбәк етәкселегенең башланғысын хупланыҡ һәм 2030 йылға Башҡортостан Рәсәйҙең ғилми баш ҡалаларының береһенә әйләнер, тип ышанабыҙ, – тине Рәсәйҙең мәғариф министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев.
Алда торған ҙур ваҡиғалар хеҙмәткәрҙәрҙә лә, студенттарҙа ла, әле уҡырға инергә йыйынған йәштәрҙә лә бихисап һорауҙар тыуҙырҙы.
Уларға яуап биреү өсөн Башҡорт-остан юлдаш телеканалында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә брифинг уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығының фән буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов, Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу эштәре буйынса проректоры Алексей Елизарьев ҡатнашты. Тура бәйләнеш барышында яңғыраған иң мөһим фекерҙәргә туҡталабыҙ.

Абитуриенттар өсөн бер нимә лә үҙгәрмәй
- Юғары уҡыу йорттары етәкселеге документтар ҡабул итеү ваҡытын алдан һөйләшеп килеште, шуға күрә документтар тапшырғанда бер ҡыйынлыҡ та юҡ. Документтар һәр университеттың берләшкәнгә тиклемге ҡағиҙәләренә, талаптарына һәм йүнәлештәренә ярашлы тапшырыла, ә артабан Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡырға һәм уның дипломын алырға тура киләсәк. Әгәр ошоғаса документ тапшырған булһағыҙ, бер ниндәй ҙә өҫтәмә ғариза яҙыу кәрәкмәй!
- Әгәр документтарығыҙҙы БДУ-ға ла, ӨДАТУ-ға ла тапшырһағыҙ, һеҙ икеләтә мөмкинлеккә эйә булаһығыҙ, йәғни бер “ояға ике яҡтан” инә алаһығыҙ. Ҡайҙа уңыш йылмая – шунда инәсәкһегеҙ, әммә барыбер Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыясаҡһығыҙ!

Бюджет урындары кәмемәйме?
- Был башланғыс бюджет урындары һанында бер нисек тә сағылмаясаҡ. Ошо һәм киләһе уҡыу йылдарына ла бюджет урындары ҡыҫҡартылмаясаҡ. Киреһенсә, Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, уларҙы йыл һайын илдә кәрәкле һөнәрҙәргә ярашлы арттыра баралар.
- Әгәр студент Башҡорт дәүләт университетына билдәле бер йүнәлеш буйынса уҡырға инһә, Өфө фән һәм технологиялар университетында ул ошо уҡ программа буйынса белем аласаҡ. Әгәр нигеҙле тип табылһа, белгестәр һәм уҡыусылар тарафынан ҡабул ителһә, киләсәктә оҡшаш йүнәлештәрҙе берләштереү мөмкинлеге ҡарала.
- Университеттарҙың республика ҡалаларындағы филиалдары ябылмай. Шулай итеп, Өфө фән һәм технологиялар университетының алты филиалы буласаҡ: Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Күмертауҙа, Бөрөлә, Нефтекамала һәм Сибайҙа.
- Хәрби кафедра ла һаҡлана! Был турала федераль министрлыҡтың бойороғонда айырым әйтелде. Әлегә Оборона министрлығы ҡатнашлығында хәл ителергә тейешле ойоштороу мәсьәләләре бар һәм был йүнәлештә эш алып барыла.
- Берләшкән университеттың үҫеш программаһына ярашлы, һәләтлеләрҙе дәртләндереү, ярҙам итеү буйынса яңы стипендиялар һәм башҡа саралар ҡаралған. Бында һүҙ юғары балл менән уҡырға ингән студенттар тураһында ғына түгел, эшҡыуарлыҡ, фән, спорт һәм башҡа йәһәттән алдынғылар тураһында ла бара.

Студенттар кампусын 2023 йылда төҙөй башлайҙар
Өфөнөң үҙәгендә – телеүҙәк менән “Динамо” стадионы араһында заманса студент кампусы барлыҡҡа киләсәк. Бик һәйбәт урын, был һайлауҙы хатта Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко ла хупланы.
Проект Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән бер нисә тиҫтә дәғүәсене уҙып китеп, һайлап алыу турын үтте. Кампус составында студенттар, ғаиләле уҡытыусылар, профессор-уҡытыусылар составы өсөн торлаҡ, спорт майҙансыҡтары, IQ-парк буласаҡ.
Әлеге ваҡытта республика финанслауға сираттағы заявканы бирә. 2023 йылда төҙөлөш майҙансығына сығыу, ә 2025 йылда объектты файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Ректор кандидатураһы әлегә юҡ
Уҡыу йортоноң ректоры – һайлап ҡуйылған вазифа. Законға ярашлы, уға менеджмент, иҡтисад йәки дәүләт идаралығы өлкәһендә юғары һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри белемгә, ғилми исемгә, фәнни эш тәжрибәһенә һәм етәксе булараҡ стажға эйә булған кеше дәғүә итә ала.
Һайлау уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашлығындағы конференцияла йәшерен тауыш биреү юлы менән уҙғарыла. Һөҙөмтәләр Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығына ебәрелә һәм унда тәғәйенләү тураһында бойороҡ әҙерләнә. Әлегә вузға федераль министрлыҡ тарафынан тәғәйенләнгән ректор вазифаһын башҡарыусы етәкселек итәсәк. Аныҡ кандидатуралар әлегә юҡ.

КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
Ғөмүмән, был ни өсөн кәрәк?
Башҡортостан күп йылдар буйына таланттарҙы, юғары технологияларҙы, эш урындарын һәм миграция йәлеп итеүсәнлеген туплау үҙәге булырлыҡ ҡеүәтле федераль университет асырға тырышты. “Уртаса” кимәлле бер нисә уҡыу йорто түгел, ә заман талаптарына ярашлы эшләгән, киләсәк талап иткән, диплом алып сыҡҡан йәштәр иртәгәһенә үк эшкә урынлаша алған һөнәрҙәргә уҡытҡан ҡеүәтле вуз. Әле бына шундай мөмкинлек барлыҡҡа килде.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Студенттар үҙ-ара танышһын һәм аралашһын өсөн 1 сентябрҙә Башҡорт дәүләт университетына һәм Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инеүселәрҙең берләштерелгән линейкаһы үтәсәк. Шунда уҡ яңы университеттың буласаҡ образын презентациялау үткәреләсәк, тип көтөлә.

Фото: Олег Яровиков.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор:Лариса Михалькова