Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балаларыбыҙ өсөн йәйҙең иң ҡурҡыныс биш хәүефе

Йәйҙең яртыһы үтте, ниһайәт, көндәр ҙә йылынды, ҡалын кейемдәрҙе шкафҡа һалып ҡуйһаҡ та була. Балаларҙың әле ай ярым каникулы бар. Һәр ғаилә өсөн йәйҙең ҡалған яртыһының имен-аман үтеүен теләйбеҙ, сөнки юҡ-юҡта балалар төрлө зыян күреп тора. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре менән берлектә йәй миҙгеленә ҡағылышлы иң төп хәүефтәрҙе барланыҡ.

Балаларыбыҙ өсөн  йәйҙең иң ҡурҡыныс биш хәүефе
Балаларыбыҙ өсөн йәйҙең иң ҡурҡыныс биш хәүефе

1. Һыу
Быйыл республикала ике бала һыуға батты. Был былтырғы осор менән сағыштырғанда аҙыраҡ, әммә барыбер күңелде ҡыра, сөнки балалар үлеме – аяныс. Мәҫәлән, июнь аҙағында Стәрлетамаҡ районында фажиғәле хәл теркәлде: биш йәшлек бала һыуға батты. Әлегә билдәле мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, сабый һыу буйында ағаһы менән, йәғни өлкәндәр ҡарауынан тыш булған. Уға ярҙам күрһәтергә тырышҡандар, әммә килеп сыҡмаған.
Ошо хәлдән һәм элекке ваҡиғаларҙан күренеүенсә, ололар ҡарауынан тыш ҡалдырылған балалар йышыраҡ бата. Күптәр, бала менән берәй хәл булһа, ул ярҙамға саҡырып ҡысҡырасаҡ, һыу өҫтөнә сәпелдәп һуғасаҡ, тип уйлай. Ләкин ысынбарлыҡта улай түгел. Балалар тауыш-тынһыҙ ғына бата. Һыу йотто һәм... бөттө. Сабыйҙың батыуын ике метр самаһы алыҫлыҡтағы кеше лә белмәй ҡалыуы бар.
Нимә эшләргә? Беренсенән, балаларҙы яңғыҙын пляжға ебәрмәҫкә. Хатта улар яҡшы йөҙә белгән хәлдә лә, тик ололар күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Бында һүҙ яр буйында байрам итеп, иҫерткес эсемлек эсеп ултырған ололар тураһында түгел, ә балаһын бер минутҡа ла иғтибар үҙәгенән ебәрмәгәндәр тураһында бара.
Үкенескә ҡаршы, бөтә ата-әсәләрҙә лә яуаплылыҡ тойғоһо бер кимәлдә түгел. Пляжда, балаһы хаҡында онотоп, рәхәтләнеп күңел асыусылар ҙа етерлек. Әгәр һыу буйында шундай компаниялар барлығын күрһәгеҙ, бәләкәстәрҙе “минекенә” һәм “ситкә” бүлмәгеҙ. Таныш булмаған балаларҙы ла иғтибар үҙәгендә тоторға тырышығыҙ.

2. Бейек тәҙрәләр
Быйыл был бәлә айырыуса күп теркәлә: йыл башынан алып 26 бала тәҙрәнән осоп төшкән, иң аяныслыһы – өсәүһе үлгән.
Мәҫәлән, үткән аҙнала ғына Өфөләге күп ҡатлы йорттоң икенсе ҡатындағы фатир тәҙрәһенән ике йәшлек бала ҡоланы. Сабый өйҙә яңғыҙ булмаған. Ярай, ваҡытында күреп ҡалып, “Ашығыс ярҙам” саҡырып, бәләкәсте дауаханаға алып барып өлгөргәндәр.
Нимә эшләргә? Беренсенән, москит селтәргә ышанмағыҙ! Балалар күп осраҡта тап шуларға таянам тип осоп төшә. Москит селтәрле тәҙрә – ул шул уҡ асыҡ тәҙрә! Тәҙрә төбөнә берәй ауыр әйбер, мәҫәлән, гөл ҡуйығыҙ. Ул шылған саҡта сыҡҡан тауыш үҙенә күрә сигнал буласаҡ. Шулай уҡ махсус фиксаторҙар ҡуйырға мөмкин. Улар тәҙрәне бер нисә сантиметрҙан ары асырға мөмкинлек бирмәйәсәк.
Икенсенән, насар өлгө күрһәтмәгеҙ: бала алдында тәҙрә төбөндә ултырмағыҙ, ынтылып тышҡа ҡарамағыҙ. Бәләкәстәр өлкәндәрҙе ҡабатларға ярата бит. Тәҙрәнең нисек асылыуын өйрәтмәгеҙ. Был механизмдың эш алымын ни тиклем һуңыраҡ төшөнһә, шул тиклем яҡшыраҡ. Икенсенән, тәҙрә янына йыһаз – ултырғыс, карауат ҡуймағыҙ, сабый уларҙы баҫҡыс урынына ҡулланып, тәҙрә төбөнә менеп баҫырлыҡ булмаһын.

3. Аҙашыу
Йыл башынан тау-урмандарҙа 13 бала аҙашты. Шуныһы ҡыуаныслы: барлыҡ осраҡтарҙа ла улар имен-һау табылды.
Күптән түгел Белорет районында 40 кешенән торған компания Ағиҙел буйлап кәмәләрҙә аға. Төркөм бик ныҡ һуҙыла, иң аҙаҡҡы кәмәләге өс малай артта ҡала. Береһенең күңеле болғаныу сәбәпле, былар ярҙа туҡтай, шул ваҡытта насар бәйләнгән кәмә ағып китә. Балалар ике сәғәт яр буйлап барып, икенсе ял итеүселәрҙе осратып, ярҙам һорай. Тегеләр ҡотҡарыусыларҙы саҡырта.
Нимә эшләргә? Ҡотҡарыусылар балаға һары, ҡыҙыл төҫтәге сағыу кейем кейҙерергә кәңәш итә. Был осраҡта уны алыҫтан күреп буласаҡ. Ең остарына, салбарына яҡтылыҡты кире ҡайтарғыс элементтар тегегеҙ – ҡараңғы мәлдә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ һәр ваҡыт тулы зарядлы телефоны булһын, ул саҡта һеҙгә шылтыратырға йәки 112 һандары буйынса ҡотҡарыусылар менән бәйләнешкә инергә мөмкин буласаҡ.
Алдан иҫкәртеп ҡуйығыҙ: әгәр бала урманда аҙашһа, шул урында туҡтаһын һәм ярҙам килеүен көтһөн. Икенсенән, нығыраҡ тауышланһын: ҡысҡырһын, ағастарға таяҡ менән һуҡһын. Был тауыштар ҡыр хайуандарын ҡурҡытырға ла ярҙам итәсәк. Урманға юлланыусының биштәренә мотлаҡ һыҙғыртҡыс һалығыҙ. Әгәр үҙен яңғыҙ тойоп, хәүефләнә башлаһа, ағасты ҡосаҡларға мөмкин, хәрәкәт итә белмәһә лә, улар ҙа тере йән эйәләре кеүек.
“Балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа” тигән кәңәш был осраҡта ла көнүҙәк.

4. Эҫе ҡояш
Быйылғы йәй былтырғы ише эҫе түгел, шуға күрә йылы ҡояш нурҙарының хәүеф менән янау ихтималлығын күптәр онотоп ебәрә. Әсәйҙе тыңламайынса баш кейеме кеймәй йөрөү насар эҙемтәгә килтереүе лә бар. Иң яҡшыһы – аҡ төҫтәге кейем. Һыуҙы күберәк эсегеҙ. Әгәр ҡапыл хәлегеҙ бөтһә, баш әйләнһә, тән тиреһе ҡыҙарһа, тимәк, эҫе һуҡҡан. Мөмкин тиклем тиҙерәк күләгәле урынға күсеп, хәл алығыҙ, һыу эсегеҙ, әгәр хәлегеҙ яҡшырмаһа, табип саҡыртығыҙ.

5. Электр тогы, соҡорҙар һәм ағыуҙар
Былтыр Туймазы районынан 10 йәшлек Илназ менән булған хәл бөтә илде шаңҡытты: трансформатор ҡумтаһынан футбол тубын алырға теләгән малай электр тогынан һуғылып, ике ҡулын да юғалтты. Күптән түгел уға өс миллион һумға торошло кибер-протез ҡуйҙылар – аҡсаны бөтә халыҡ йыйҙы. Хәҙер Илназ әйберҙе тота, килтерә, хатта шешәне аса ала.
Әлбиттә, беҙ нисек кенә теләһәк тә, балаларҙы һәр ваҡыт тыңлаусан итә алмайбыҙ. Улар йүгермәйенсә, һикермәйенсә, ҡайҙалыр менмәйенсә тора алмай. Үҙегеҙҙе иҫләгеҙ әле – барыбыҙ ҙа шундай булдыҡ бит. Беҙ уларҙы бары тик иғтибарлы, йыйнаҡ булырға, уйлап эш итергә, ҡатмарлы хәл-торошта юғалып ҡалмаҫҡа ғына өйрәтә алабыҙ. Электр сымдарын тотмаҫҡа, хәүефле урында ырғып-һикермәҫкә, төҙөлөш объектында уйнамаҫҡа, ҡыйыҡ башына менмәҫкә, аңлайышһыҙ эсемлектәрҙе эсмәҫкә. Ситтән ҡарағанда был шөғөлдәр мауыҡтырғыс булып тойолалыр ҙа, әммә улар үлемесле хәүеф менән дә янай.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор:Лариса Михалькова