Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан халҡына нисек итеп йортон газға тоташтырырға

Республика ауылдарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу буйынса төп һорауҙарға яуаптар

Башҡортостан халҡына нисек итеп йортон газға тоташтырырға
Башҡортостан халҡына нисек итеп йортон газға тоташтырырға

Йортто газ яғыулығына тоташтырыу күпкә арзанайҙы, сөнки хәҙер шәхси биләмәгә тиклем торба һуҙыу өсөн түләргә кәрәкмәй. Быға тиклем газ үткәреүгә бәйле әлеге эштәр йорт хужаһының иңенә һалынды, ә уларҙың хаҡы, ҡатмарлылығына ҡарап, бер нисә йөҙ мең һумға етеүе мөмкин ине. 2021 йылдан Рәсәйҙә, Президент Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, газ үткәреү буйынса махсус программа ғәмәлгә ашырыла башланы. Хәҙер ауыл-ҡасабаға ингән газ үткәргестән йорт хужаһының биләмәһе сигенә тиклем газ торбаһы бушлай һуҙыла. Милек эйәһе үҙенең участкаһы сигенән йортонаса һалынған газ торбаһы өсөн генә түләй һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып ала (ҡаҙанлыҡ, һыу йылытҡыс, торбалар, плита, иҫәпләгес һ.б.).

Программала кемдәр
ҡатнаша ала?
Әгәр һеҙ йәшәгән ауылға газ килеп еткән булһа, программала ҡатнаша алаһығыҙ. Ауыл-ҡасабаның программаға эләгеү-эләкмәүен Рәсәй Федерацияһы Берҙәм газ үткәреү операторының www.connectgas.ru/gasification_program сайтында белергә мөмкин.
Планға алынған графикҡа ярашлы, Башҡортостанда 32 меңгә яҡын йорт хужалығы ошо программала ҡатнаша ала.
Әгәр ауылығыҙға газ килеп етмәгән булһа, ғариза яҙырға иртәрәк.

Газ үткәреүгә ғаризаны нисек яҙырға?
1) Иң тәүҙә кәрәкле документтарҙы тупларға кәрәк:
- паспорт, ИНН, СНИЛС;
- ер һәм йорттоң шәхси милек булыуын раҫлаған документтар-ҙың күсермәһе. Әгәр ер участкаһы һәм өй, мәҫәлән, өләсәйегеҙҙең исемендә булһа, нотариус аша ышаныс ҡағыҙы алырға тура киләсәк. Йорт шәхси милек булараҡ теркәлмәгән осраҡта, программала ҡатнашыу мөмкин түгел. Башта документтарҙы тәртипкә килтереү зарур;
- Ситуация планы. Ул – һеҙҙең ер биләмәһе һәм йорт төшөрөлгән схема. Уны үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ, шулай уҡ Росреестр сайтындағы рkk.rosreestr.ru асыҡ кадастр карта менән дә ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн түләргә кәрәкмәй.

2) Документтар менән үҙегеҙгә уңайлы ҡабул итеү пунктына бараһығыҙ. Улар:
- “Газпром газ бүлеү Өфө”нөң клиент үҙәктәре;
- Күп функциялы үҙәк офис-тары.
Шәхси кабинет www.bashgaz.ru, газ үткәреү операторының www.connectgas.ru берҙәм порталы йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” аша онлайн алымда ла ғариза бирергә мөмкин.
3) Әгәр документтар тәртиптә булһа, һеҙҙең менән килешеү төҙөйәсәктәр, унда газ үткәреүҙең ваҡыты билдәләнә. Был ваҡытҡа тиклем йортоғоҙҙо әҙерләп, тейешле ҡорамалдар һатып алырға кәрәк. Эштәрҙе башҡарыу оҙайлығы йортоғоҙҙоң газ үткәргескә тиклем ниндәй алыҫлыҡта урынлашыуына һәм ер-һыу үҙенсәлектәренә бәйле.
Июнь аҙағына ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡорт-остан халҡынан 24 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, биш мең йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған.

Тағы ниндәй льготалар һәм ташламалар бар?
Башҡортостанда, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы, йортҡа газ үткәреү өсөн 75 мең һәм 100 мең һумлыҡ сертификаттар булдырылды. Программа ғәмәлдә булған осорҙа был мөмкинлектән 6737 ғаилә файҙаланған, уларҙың 5711-е газ яғыулығына тоташҡан да инде. Бындай сертификат менән әлегәсә газ үткәрелмәгән шәхси йортта йәшәгән:
- Бөйөк Ватан һуғышы яугир-ҙары һәм инвалидтары;
- хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, шулай уҡ дөйөм сирҙәр эҙемтәһендә инвалид булыусылар;
- инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр;
- аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр ҡуллана ала.
Сертификат менән газ үткәреү проекты, төҙөлөш-монтаж эштәре, газ ҡорамалдары – плита, ҡаҙанлыҡ, колонкалар, газ иҫәпләгес, газ кимәленең сигнализаторын алыу һәм уларҙы монтажлау өсөн түләргә мөмкин. Был ауыл халҡы өсөн бик яҡшы ярҙам!

Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа
мөрәжәғәт итергә?
Газ бүлеү ойошмаһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Телефондар:
+7 (800) 347-8-800 (стационар телефондан шылтыратыу бушлай);
+7 (347) 286-21-07 (операторҙың тарифтары буйынса);
+7 (987) 471-71-04 (кәрәҙле бәйләнеш операторы тарифтары буйынса).

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор:Лариса Михалькова