Бөтә яңылыҡтар

Нисек итеп баланы йәйге ял лагерына ебәреп, 26 мең һумға тиклем ташлама алырға?

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре менән берлектә балаларҙың йәйге ялына ҡағылышлы иң көнүҙәк һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

Нисек итеп баланы йәйге ял лагерына ебәреп, 26 мең һумға тиклем ташлама алырға?
Нисек итеп баланы йәйге ял лагерына ебәреп, 26 мең һумға тиклем ташлама алырға?

1. Дәүләт һеҙҙең өсөн юллама хаҡының ярайһы уҡ тос өлөшөн түләйәсәк
Юлламаларға берҙәм хаҡ юҡ: һәр лагерь уны үҙ аллы билдәләй. Әммә тәҡдим ителгән сумма булдырылған – 21 көнгә 19782 һум. Муниципаль лагерҙарҙың күпселеге ошо суммаға ярашлы эш итә, арттырған хәлдә лә хаҡты бик аҙ ғына күтәрә.
Был һеҙ тулыһынса түләй торған аҡса түгел, сөнки уның байтаҡ өлөшөн дәүләт ҡаплай.
«Ташламалы» программалар быйыл икәү:
* 50 процентлыҡ федераль кешбэк
Шарттары: 2022 йылдың 30 авгусына тиклем юллама һатып алып, баланы 30 сентябргә тиклем ялға ебәреп өлгөрөргә. Юллама хаҡын мирпутешествий.рф сайтында privetmir.ru бонус программаһында теркәлгән «Мир» картаһы аша түләргә. Бер нисә көндән һеҙҙең картаға автоматик рәүештә 20 мең һумға тиклем аҡса кире ҡайтарыласаҡ. Юллама һатып алыу сикләнмәй, ташлама уларҙың һәр ҡай-һыһы буйынса башҡарыла.
Һеҙ Рәсәй биләмәһендә, шул иҫәптән диңгеҙ буйында урынлашҡан лагерҙарҙы ла һайлай алаһығыҙ. Әммә был осраҡта бары тик федераль кешбэк менән файҙаланасаҡһығыҙ, ә республика программаһында ҡатнаша алмайһығыҙ.
* Республика программаһы – минус 70 процент
15 йәшкә тиклемге балалары республика биләмәһендә уҡыған һәм rest.edu-rb.ru/ аша 21 көнгә иҫәпләнгән юллама һатып алған атай-әсәйҙәр тәҡдим ителгән хаҡтың 70 процентына тиң, йәғни 13847,4 һумға торошло ташламаға хоҡуҡлы.
Әгәр бер нисә балағыҙ ял итергә барһа, ташлама һәр ҡайһыһына ҡарала. Ҡиммәтлерәк, мәҫәлән, 30 мең һумлыҡ юллама һатып алһағыҙ, ташлама күләме барыбер 13847,4 һум тәшкил итәсәк.

2. Ташламаларҙы берләштереп була!
Бер үк мәлдә федераль кешбэкты ла, республика ташламаһын да ҡулланып булыуын күптәр белеп етмәй. Бының өсөн лагерҙың ике исемлектә лә булыуы шарт (исемлектәргә һылтанма киләһе бүлектә). Бынан тыш, балаға 16 йәш тулмауы, уның республикала уҡыуы, ә юлламаның 21 көнлөк булыуы зарур.
Тағы бер иҫкәрмә: әгәр һеҙ федераль кешбэк алһағыҙ, республика уртаса хаҡтан 30 процентты, йәғни 5934,6 һумды ҡайтарасаҡ.
Уны алыу өсөн ата-әсә йәки законлы вәкил 2022 йылдың 31 октябренә тиклем:
- бала уҡыған биләмәләге мәғариф бүлегенә килергә;
- ғариза яҙырға;
- үҙенең паспортын һәм баланың документтарын күрһәтергә;
- уҡыу урынынан белешмә алыр- ға;
- юлламаның хаҡын түләүҙе раҫлаған документтарҙы тапшырырға тейеш.
Мөһим: юлламаны барлыҡ төрҙәге «Мир» картаһы ярҙамында һатып алырға мөмкин, аҡса шунда кире ҡайтарыла, ә бына республика ҡайтармаһын ата-әсә йәки баланың законлы вәкиле генә юллай ала.

3. Теләге булған һәр уҡыусы лагерға бара ала
Йәйге ял лагерына ташламалы юлламаны һәр уҡыусы алыу мөмкинлегенә эйә, бары тик уның Башҡорт-остан биләмәһендә йәшәүе һәм уҡыуы, лагерға барған көндә 16 йәше тулып өлгөрмәүе шарт.

4. Лагерҙарҙың исемлеге
интернетта бар
Иң тулы исемлек Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында урынлаштырылған. Телефонығыҙҙың сканерын йәки камераһын һүрәт янындағы куар-кодҡа тоҫҡаһағыҙ, исемлек асылыр.
Әлеге ваҡытта исемлектә 1545 һауыҡтырыу ойошмаһы урын алған – был былтырғы йылдағынан йөҙгә күберәк. Бында мәктәп, ҡала яны, шулай уҡ шәхси лагерҙар ҙа индерелгән. Уларҙың адресы, телефоны, санэпидемстанция рөхсәте һәм башҡа белешмәләр менән танышырға мөмкин. Мәғлүмәт даими рәүештә яңыртылып тора.
Әгәр туристик кешбэк программаһы менән ҡулланырға теләһәгеҙ, мирпутешествий.рф сайты аша лагерь һайлағыҙ.

5. Юлламаны нисек һатып алырға
Быны өс төрлө алым менән эшләп була:
1. мирпутешествий.рф сайтында онлайн рәүештә юллама һатып алыу.
2. rest.edu-rb.ru/ сайтында теркәлергә, лагерь һәм сменаны һайлап, ғариза ҡалдырырға. Баланың уҡыған урыны буйынса мәғариф бүлегенә шылтыратып, ғариза яҙырға. Иғәнәне түләп, юллама алырға.
3. Юлламаны лагерҙың сайты аша алырға.
Икенсе алым ҡатмарлы ғына күренһә лә, иң файҙалыһы, сөнки федераль кешбэк программаһында барыһы ла ҡатнашмай. Өсөнсө вариантта һеҙ бер ниндәй ҙә ташлама менән файҙалана алмайһығыҙ.

6. Бынан тыш мәктәп лагерҙары һәм тематик
сменалар буласаҡ
- Ҡала яны лагерҙарынан тыш, республикала йылдағыса мәктәп лагер-ҙары ла ойошторола. Унда йөрөү өсөн мәктәп етәкселегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Балалар өсөн лагерҙа туҡланыу бушлай.
- Конкурстар, олимпиадалар еңеүселәре, шулай уҡ ауыр тормош хәлендәге ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн июль аҙағы – август башында «Юл хәүефһеҙлеге», «Йәш спецназсы», «Мин – лидер», «Финанстар тураһында» һәм башҡа ҡыҫҡа профиль лагерҙар ойошторола.
- Бер ҡайҙа ла ял итергә бармаған балалар өсөн быйыл урындағы хакимиәттәр тарафынан саф һауала төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәреү планға алынған. Был проект #TERRAБала саҡ тип атала. График менән үҙ районыңдың мәғариф бүлегендә танышырға мөмкин.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Ата-әсәләр көнө быйыл да булмаясаҡ
“Роспотребнадзор” идаралығы быйыл ковидҡа ҡаршы сараларҙы бер аҙ кәметте. Лагерҙар элекке йылдарҙағы кеүек 75 процентҡа түгел, тулы ҡеүәтенә эшләйәсәк, шулай ҙа барлыҡ хеҙмәткәрҙәр тест бирергә тейеш, ә сараларҙы күберәк асыҡ һауала уҙғарыу кәңәш ителә. Ата-әсәләр көнө булмаясаҡ, әммә балалар менән күрешеү өсөн махсус урын булдырыласаҡ.

Әгәр һорауҙарығыҙ ҡалһа, эш ваҡытында балалар юлламаларына компенсация буйынса берҙәм ҡыҙыу линияға шылтыратығыҙ: +7 (347)218-03-57.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор:Лариса Михалькова