Мәсетле тормошо
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

8-17 йәшлек балаларға яңы пособиеларға ҡағылышлы ете төп һорау

1 майҙа Башҡортостанда 8 йәштән 17 йәшкәсә балалар өсөн яңы айлыҡ түләүҙәргә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә әлеге яңылыҡҡа ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

8-17 йәшлек балаларға яңы пособиеларға ҡағылышлы ете төп һорау
8-17 йәшлек балаларға яңы пособиеларға ҡағылышлы ете төп һорау

1. Пособиеға кемдәр хоҡуҡлы?
Айлыҡ пособиены алыу хоҡуғына баланың ата-әсәһенең береһе хоҡуҡлы. Бына мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптар:
- ата-әсә һәм бала Рәсәй граждандары булып, Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәй;
- балаға әле 17 йәш тулмаған;
- ғаиләнең даими рәсми килеме бар, әммә ул йәшәү минимумынан түбәнерәк;
- ғаилә исемендә фатир, машина йәки башҡа төрлө милек берәүҙән артыҡ түгел.
Алдан күҙаллауҙарға ярашлы, был талаптарға республиканың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән 175 меңдән ашыу ғаилә тап килә.

2. Пособие күләме күпме?
Түләүҙең база күләме – һәр балаға 5339,5 һум. Был – төбәктәге йәшәү минимумының яртыһы. Әгәр ошо сумманы алғандан һуң да ғаиләнең килеме йәшәү минимумына етмәй икән, түләү 8009,25 һумғаса (75 процентҡаса) арттырыла. Әгәр был осраҡта ла етмәһә, 10679 һум пособие тәғәйенләнә.
Мәҫәлән, Хөсәйеновтар ғаиләһендә мәктәп йәшендәге ике бала һәм 17 йәшлек тағы бер үҫмер бар, ти. Улар-ҙың айлыҡ килеме – 30 мең һум. Улар күпме пособие аласаҡ?
Килем + ике база пособиеһы – тотош ғаиләгә айына 40649 һум, ә һәр береһенә бүлгәндә 8135,8 һум тигән һүҙ. Аҙыраҡ! Был осраҡта пособие 2-се вариант буйынса тәғәйенләнә һәм ғаиләнең һәр ағзаһына тейешле айлыҡ килем 9203,7 һум тәшкил итәсәк. Шулай уҡ аҙыраҡ. Шуға күрә был ғаиләләге ике балаға 10649 һум (икеһенә бергә 21258 һум) пособие түләнәсәк.

3. Килемгә ҡағылышлы талаптар ниндәй?
Ғаиләнең дөйөм килеме түбәндәгесә иҫәпләнә: ғариза биргән айға тиклемге дүрт айҙан алдағы бер йыл ваҡыт алына. Мәҫәлән, һеҙ 2022 йылдың 1 майында ғариза бирҙегеҙ, ти. Тимәк, һеҙҙең 2021 йылдың ғинуарынан декабренә тиклемге килемегеҙ иҫәпкә алынасаҡ. Был осорҙа ғаиләнең бәлиғ булған ағзалары легаль килем, йәғни эш хаҡы, эшҡыуарлыҡтан табыш, пенсия, стипендия һ.б. алырға тейеш. Түбәндәге осраҡтарҙа иҫкәрмә яһала:
- атай йәки әсәй баланы яңғыҙ тәрбиәләй;
- ғариза биреүсенең ғаиләһе күп балалы һанала.
Шулай уҡ әгәр ғаилә ағзаһы:
- мәшғүллек үҙәгендә теркәлеп, эш эҙләһә (әммә алты айҙан артмаҫҡа тейеш);
- өс йәшкә тиклемге бала ҡараһа;
- инвалидты йәки 80 йәштән өлкән пенсионерҙы баҡһа;
- 23 йәштән кесе булып, юғары уҡыу йортоноң йәки колледждың көндөҙгө бүлегендә уҡып, стипендия алмаһа;
- өс ай дауамында ауырып, эшләй алмаһа;
- армияла хеҙмәт итһә, шулай уҡ демобилизациянан һуң өс ай дауамында;
- колонияла булһа, шулай уҡ иреккә сыҡҡандан һуң өс ай дауамында;
- ғариза биргән көнгә ҡарата 12 айҙан ҙурыраҡ йөклөлөгө йәки иҫәп осоронда алты ай һәм унан күберәк йөклөлөк булһа.

4. Күсемһеҙ милек буйынса талаптар нисек?
Пособие билдәләгәндә ғаиләнең килеме генә түгел, мөлкәте лә иҫәпкә алына. Был закондарҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған кешеләргә юлды ябыр өсөн эшләнә. Мәҫәлән, ғаилә ҡағыҙ буйынса аҙ тәьмин ителгән һанала, ә ысынбарлыҡта өр-яңы “Мерседес”та йөрөй, һәр балаһының айырым фатиры бар. Был хаҡта ентеклерәк беҙҙең инфографикала.
Һәр пункттағы мөлкәткә эйә булырға мөмкин, йәғни йорт, фатир, дача, кәмә, машина рөхсәт ителә. Иң мөһиме – һәр пункт буйынса билдәле сиктән сыҡмау.
Күсемһеҙ милек иҫәпкә алынмаясаҡ, әгәр:
- һеҙ уны социаль ярҙам сараһы булараҡ алһағыҙ;
- фатир йәки дача – ареста, машина эҙләүҙә булһа.
Әгәр ғаилә күп балалы йәки унда инвалид кеше булһа, ул ике машина йәки мотоцикл тота ала.

5. Ғариза нисек бирелә?
Иң тиҙ һәм ышаныслы алым – «Дәүләт хеҙмәттәре» аша. Унда әҙер һәм мөмкин тиклем ябайлаштырылған форма бирелә. Күп кенә документтарҙы индерергә кәрәкмәй – чиновниктар уларҙы коллегаларынан үҙҙәре һорап ала. Шулай уҡ документтарҙы үҙегеҙгә уңайлы Күп функциялы үҙәк, РФ Пенсия фонды бүлексәләре аша ла тапшырырға мөмкин.

6. Ниндәй документтар кәрәк?
Берҙәм исемлек юҡ, һәр осраҡ айырым ҡарала. Мәҫәлән, әгәр ғаиләлә студент булһа, уның стипендияһы тураһында белешмә кәрәк буласаҡ. Әгәр берәйһе оҙайлы ауырыһа – дауахананан белешмә. Алдан Берҙәм бәйләнеш үҙәгенә шылтыратып, консультация алырға кәңәш итәбеҙ.

7. Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Берҙәм бәйләнеш үҙәгенең телефоны: 8-800-6-000-000.

БЕЛЕРГӘ КӘРӘК!

- Аҡса апрель айына ла бүленә. Әгәр 2022 йылдың 1 апреленә балағыҙға һигеҙ йәш тулған, әммә 17 йәш тулмаған булһа, май айында ике ай өсөн пособие аласаҡһығыҙ.
- Түләүҙәр балаға һигеҙ йәш тулған айҙан башлана һәм 17 йәш тулған айҙа тамамлана. Әммә был осраҡта 2022 йылдың 1 октябренә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Июндә лә ғариза яҙырға һәм өс ай пособие алырға мөмкин, әгәр 2 октябрҙә яҙһағыҙ, октябрь өсөн генә аласаҡһығыҙ.
- Иҫәп тулы ай өсөн алып барыла. Һеҙ ҡайһы көндә ғариза биреүгә һәм баланың тыуған көнө ҡасан булыуға ҡарамаҫтан, аҡсаны тулы килеш аласаҡһығыҙ.
- Былтыр власть 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәйҙәргә һәм атайҙарға айлыҡ түләү булдырҙы, бөгөн ул 5339,5 һум тәшкил итә.
Бер юлы ике пособие алырға ярамай, шуға күрә ғаризаны яңы түләүгә яҙығыҙ: әгәр ғаилә бөтә талаптар буйынса ла үтһә, 8009,25 йәки 10679 һум аласаҡһығыҙ.
- Быйыл ғаиләнең килемен иҫәпләгәндә 1 марттан һуң эш урынын юғалтып, мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә торған кешеләрҙең килеме иҫәпкә алынмай. Был осраҡта пособие ярты йылға тәғәйенләнә.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. 

Автор:Лариса Михалькова