Бөтә яңылыҡтар

Ут һаҡлыҡ талап итә

Янғындарға юл ҡуймау, ҙур штрафтарға тарымау өсөн нимәләрҙе белергә кәрәклеге тураһында Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре менән берлектә һөйләйбеҙ.

Ут һаҡлыҡ талап итә
Ут һаҡлыҡ талап итә

Башҡортостанда янғын йәһәтенән айырыуса хәүефле осор башланды: ҡар иреп бөттө, ә күп урындарҙа көндәр ҡоро тора, ямғырҙар юҡ. Был хәүефле осор ғәҙәттә апрель башынан ноябрь аҙағынаса дауам итә, ә уның иң ҡатмарлы өлөшө июнь-август арауығына – эҫе йәйгә тура килә. Шуға күрә апрель уртаһында уҡ «янғынға ҡаршы айырым режим» индерелә.
Был осорҙа усаҡ яғыу бөтөнләй тыйыла, хатта үҙ участкаңда былтырғы ҡоро ҡый үләнен дә яғырға ярамай. Тәбиғәт ҡосағында – урманда йәки ялан-ҡырҙа усаҡ тоҡандырыу тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Әлеге мәлдә урманға машина йәки мотоцикл менән барыу ҙа сикләнә. Шулай уҡ тәмәке төпсөктәрен дә ташларға ярамай.
Янғын инспекторҙары һәм урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре – ауыл-ҡалаларҙа, баҡсаларҙа, ә урмансылар һәм егерҙар урмандарҙа йөрөп, ут яғыу осраҡтарын тикшерә.
Һуңғы йылдарҙа рөхсәтһеҙ ут яҡҡан өсөн штрафтар ярайһы уҡ арттырылды: ябай халыҡ өсөн – 4-5 мең һум, вазифа биләгән кешеләргә – 20-40 мең һум, юридик ойошмаларға – 500 мең һумға тиклем. Был хаҡта РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.32-се статьяһының 3-сө пунктында әйтелә («Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу»). Машина менән урманға ингән йәки тәмәке тартҡан өсөн биш мең һум штраф ҡаралған. Төрлө тәртип боҙоуҙар өсөн һалынған штрафтар бергә ҡушыла. Мәҫәлән, күңелле компания менән урманға шашлыҡ ҡурып ашарға сыҡһағыҙ, ял итеү сараһында ҡатнашҡан һәр кемгә ике төрлө штраф, йәғни унар мең һум һалына. Әгәр һеҙ тоҡандырған усаҡ арҡаһында ҙур янғын сыҡһа, штраф бер миллион һумға етә, өҫтәүенә янғынды һүндереү, урманды тергеҙеү өсөн киткән барлыҡ сығымдар һеҙгә һалына. Айырыуса ҡурҡыныс эҙемтәләр булған осраҡта өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Урман үҙенән-үҙе янмай...
Былтыр бөтә республика халҡы Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарын ялмап алған янғындар тураһында хәбәрҙар булды. Йыл дауамында 480 урман янғыны осрағы теркәлде, был һуңғы биш йылдағы уртаса күрһәткестән биш тапҡыр күберәк. Уттан 15 мең гектар урман зыян күрҙе. Был – 23 мең футбол майҙансығына тиң йәки Стәрлетамаҡ ҡалаһы биләмәһенән бер ярым тапҡырға күберәк майҙан тигән һүҙ. Янғынға ҡаршы көрәшкә йөҙҙәрсә ҡотҡарыусы, меңдәрсә ирекмән сыҡты.
Айырыуса ҡурҡыныс янғындар Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Нуриман, Учалы һәм Хәйбулла райондарында теркәлде. Был уларҙың географик урыны, климат һәм рельеф үҙенсәлектәре менән бәйле.
Быйылғы йылда тәбиғәттәге тәүге янғын 19 апрелдә Баймаҡ районында теркәлде лә инде. Ауылдарға хәүеф янаманы, сөнки янғындың юлында яһалма кәртә – ҡырсын юл бар ине.
Урман ни сәбәпле яна? Бер ус ҡоро үләнде алып, өҫкә күтәрегеҙ әле. Ул үҙенән-үҙе янып китәсәкме? Юҡ, әлбиттә! Тоҡанһын өсөн уға «ярҙам» итергә кәрәк.
Былтырғы йылдағы урман янғындарының төп сәбәбе – тәбиғәт факторы: ҡоро ағасҡа йәки үләнгә йәшен атыуы. Икенсе урында – кешенең һаҡһыҙ мөнәсәбәте. Барлыҡ янғындарҙың яртыһының сәбәбе – һүндерелмәй ташланған шырпы, тәмәке төпсөгө, үлән яндырыу, эсендә шыйыҡса булған быяла шешә (ул ҡояш нурҙарына лупа кеүек тәьҫир итә), төҙөк булмаған машинанан сыҡҡан осҡон.
Тыйыуҙар индереүҙең иң төп сәбәбе тап ошоларға бәйле: «кеше факторын» мөмкин тиклем кәметеү.

Ә 1 майҙа шАшлЫҠ ҡурырға мөмкинме?
Эйе, мангалдағы усаҡ та асыҡ ут сығанағы һанала һәм тыйыла. Күмер ҡулланып ит әҙерләргә мөмкин, әммә янғынға ҡаршы режимдың барлыҡ талаптарын үтәү мотлаҡ. Былтырғы йылдан түбәндәге ҡағиҙәләр ғәмәлдә: мангалдан ике метр арауығында тиҙ тоҡаныусан әйберҙәр булмаһын, йорт ҡоролмаларына тиклем биш метр ара булыуы мотлаҡ. Янығыҙға бер-ике биҙрә һыу, янғын һүндереү ҡорамалы ҡуйһағыҙ – тағы ла яҡшыраҡ.
Былтырғы йылдан баҡсасылар һәм ауыл ерендә йәшәүселәр участкаһындағы үләнде ваҡытында сабып, йыйып алып торорға тейеш, әммә кипкән үләнде, башҡа төрлө сүп-сарҙы яндырырға ярамай!

ӘЙТКӘНДӘЙ,
сысҡан биҙгәге йоҡтороу осраҡтары өс тапҡырға артҡан

«Роспотребнадзор»ҙың республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, апрель айында ғына Башҡортостанда сысҡан биҙгәге йоҡтороуға бәйле тиҫтәләрсә осраҡ теркәлгән. Күрһәткес былтырғы йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. Санитар табиптар белдереүенсә, был сир йыл дауамында теркәлә, әммә иң ҡуҙғыған сағы баҡса миҙгеле асылған осорға тура килә.
Уның тәүге билдәләре – юғары температура, тән һыҙлау, ҡалтырау. Сысҡан биҙгәге организмды, айырыуса бөйөрҙәрҙе етди зарарлай. Был сирҙе ир-егеттәр ауырыраҡ үткәрә. Дауалау ваҡытында башланмаһа, бөйөрҙәр менән быға тиклем дә проблема булһа, сир үлем осрағына сәбәпсе булыуы ла ихтимал.
Профилактика өсөн биналарҙа дератизация үткәрегеҙ, саң-туҙанды еүеш сепрәк менән һөртөгөҙ, һыу һәм аҙыҡ-түлекте сысҡан теймәҫлек урында тотоғоҙ, әгәр берәй ризыҡҡа кимереүселәр ҡағылыуын күрһәгеҙ, шунда уҡ ташлағыҙ. Ашар алдынан ҡулығыҙҙы таҙа итеп йыуығыҙ. Ризыҡты термик эшкәрткәндән һуң ғына ашағыҙ.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор:Лариса Михалькова