Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
25 Апрель 2022, 15:00

«Сәләмәтлек поезы». Башҡортостан халҡы бөтә төр табиптарға бушлай күренә ала

Дүшәмбелә, 18 апрелдә, Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы старт алды.

«Сәләмәтлек поезы». Башҡортостан халҡы  бөтә төр табиптарға бушлай күренә ала
«Сәләмәтлек поезы». Башҡортостан халҡы бөтә төр табиптарға бушлай күренә ала

Республика төбәктәренә иң яҡшы табиптар юллана һәм төрлө заманса ҡорамалдар – флюорографтар, маммографтар, күсмә ФАП-тар, диагностик үҙәктәр тейәлгән автопоездар юлға сыға. Был ҡорамалдарҙың ҡайһы берҙәре ауыл ерендә генә түгел, район үҙәктәрендә лә етешмәй.
Теләге булған һәр кем коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата һәм заманса медицина ҡорамалдарында тикшерелеп, флюорография, кардиограмма, маммография һ.б. эшләтә ала. Шулай уҡ хирург, невролог, офтальмолог (шул иҫәптән балалар), стоматолог, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, уролог, эндокринолог, педиатр һәм башҡа тар йүнәлешле белгестәрҙән консультация һәм медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Маршруттарға ҡарап, табиптар исемлеге бер ни тиклем айырыла. «Сәләмәтлек поезы» – тәү сиратта, төпкөл ауылдар халҡы, район дауаханаһына йөрөй алмаған инвалидтар һәм пенсионерҙар өсөн бик уңайлы сара.
Алдан яҙылырға йәки теркәү үтергә кәрәкмәй: табиптар «йәнле сират» буйынса ҡабул итә. Автобустар туҡтаған ауылда теркәлгән булыу ҙа мотлаҡ түгел, медицина тикшереүен баш-ҡа ауылдарҙан теләге булған һәр кем үтә ала. Иң мөһиме – үҙегеҙ менән паспортығыҙ һәм ОМС полисы булһын.
Барлығы алты маршрут әҙерләнгән: Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет, әммә улар республиканың барлыҡ райондары буйлап үтәсәк. Автопоезд көҙгә тиклем эшләй. Графикта үҙгәрештәр булыуы ла ихтимал, шуға күрә һеҙ йәшәгән төбәккә табиптарҙың ҡасан килерен урындағы хакимиәттән белешеп тора алаһығыҙ.

КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
«Сәләмәтлек поезы» һеҙҙең
районға ҡасан киләсәк?
- Оло Аҡа – 08.06-10.06
- Түбәнге Бобин – 14.06-20.06
- Ләмәҙтамаҡ – 21.06-24.06
- Яңы Мишәр – 27.06-01.07
Графикта үҙгәрештәр булыуы ихтимал.

ШӘХСИ ТӘЖРИБӘ
Карина Панкова,
Республика стоматология поликлиникаһының юғары категориялы табип-стоматологы
– Былтыр беҙ сират буйынса «стоматология» автобусында ҡала һәм райондарҙа эшләнек. Мин биш көн дауамында Көйөргәҙе районының Зәк-Ишмәт ауылында, ә тормош юлдашым (ул – стоматолог-хирург) Йылайыр, Баймаҡ райондарында һәм Сибайҙа халыҡты ҡабул иттек.
Мин барған ауылда бик матур, заманса ФАП төҙөлгән, унда эшләгән фельдшер ҙа әүҙем булып сыҡты: халыҡты алдан иҫкәрткән, өйҙәренә шылтыратҡан. Бик күп кеше мөрәжәғәт итте. Был ауылға иң яҡын стоматология поликлиникаһы 50 саҡрымда – Күмертау ҡалаһында урынлашҡан. Автобусыбыҙ иркен, уңайлы булды, унда ҡиммәтле шәхси клиникаларҙағы ише барлыҡ заманса ҡорамалдар бар ине. Ауырттырмай ғына теш дауалау, эш үткән булһа, һурыу мөмкинлеге лә булдырылған. Һәм быларҙың барыһы ла халыҡ өсөн бушлай. Беҙ көн дауамында эшләнек.
Мин бер ваҡытта ла кешеләрҙән шул тиклем күп рәхмәт һүҙҙәре ишеткәнем юҡ ине. Оҙатырға бөтә ауыл сыҡты – шул тиклем тулҡынландырғыс күренеш булды. Был акция бик кәрәкле тип һанайым, уның ярҙамында меңдәрсә кеше сифатлы медицина ярҙамы ала.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Бөтөнләй беленмәгән сирҙәр ҙә табыла
Былтыр «Сәләмәтлек поезы» табиптары 75 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. Улар тарафынан 45 мең тикшереү, 28 мең флюорография һәм 17 мең маммография эшләнгән. Әммә был осраҡта һандар түгел, һөҙөмтә мөһимерәк.
Ҡабул итеүҙәр барышында 3500 кешелә глюкоза кимәленең юғары булыуы, 4700 осраҡта – «насар» холестерин, 7400 пациентта юғары ҡан баҫымы асыҡланған. 375 кеше – яман шеш, 390 – шәкәр диабеты, 1790 – гипертония, бер пациент миокард инфаркты хәүефе менән иҫәпкә алынған. Диагноздарҙы артабан аныҡлау өсөн 2596 кеше өҫтәмә тикшереүгә йүнәлтелгән. Сирҙең ваҡытында асыҡланыуы һәйбәт, әлбиттә, сөнки ауырыуҙы аҙмаҫ борон дауалау күпкә яҡшыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк.
– Бына ошо эш иртә диагностика тип атала ла инде. Ул кешене сирҙең ауыр эҙемтәләренән һаҡлай, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта ғүмерен ҡот- ҡарып ҡалырға булышлыҡ итә, – тип яҙҙы үҙ блогында республика Башлығы Радий Хәбиров.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор:Лариса Михалькова