Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аҙыҡ-түлеккә сығымдарҙы нисек кәметергә

Супермаркетта үҙеңде дөрөҫ тотоу, йәғни һәр нәмәне төплө уйлап, самалап һатып ала белеү – үҙе бер һөнәр. Ғәҙәттә, ундағы кәштәләрҙәге тауарҙар кеше мөмкин тиклем күберәк аҡсаһын сарыф итһен тигән маҡсатты күҙ уңында тотоп урынлаштырыла. Бында һәр деталь уйланылған: бүлектәр араһы, кәштәләге тауарҙар тәртибе, ниндәй көй яңғырауы, касса янында ҡуйылған әйберҙәр ассортименты һәм башҡалар. Иҡтисади йәһәттән ҡатмарлы осорҙа һәр тин иҫәпле булырға тейеш. Бөгөн беҙ коммерция серҙәре, сығымдарҙы кәметеү һәм шул уҡ ваҡытта иң кәрәкле, сифатлы тауарҙар йәһәтенән үҙеңде сикләмәү мөмкинлектәре тураһында һүҙ алып барабыҙ.

Аҙыҡ-түлеккә сығымдарҙы  нисек кәметергә
Аҙыҡ-түлеккә сығымдарҙы нисек кәметергә

1. Ашап барығыҙ
Был шаяртыу түгел, ысынлап та, магазинға, айырыуса ҙур супермаркеттарға ас килеш барырға ярамай. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ас кешеләр кибеттә кәрәкмәгән тауарҙарға 20 процент тирәһе күберәк аҡса сарыф итә, сөнки уныһы ла, быныһы ла кәрәк кеүек. Күҙ ҡарашы кәштәләр буйлап йүгерә, хистәр аҡылға буйһонмай. Бындай халәттә аҡсаны һаҡсыл тотоноу тураһында уйлап та булмай.

2. Кәрәкле тауарҙар исемлеген төҙөгөҙ
Супермаркетта бүлектәрҙең урыны бик уйлап бүленә: ғәҙәттә, икмәк, ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә һәм алкоголь бер-береһенән алыҫ урынлаштырыла. Был һатып алыусы тиҙ генә инеп, иң кәрәкле әйберҙәрҙе алып сығып китмәһен өсөн эшләнә. Теләйһеңме, юҡмы, арыу уҡ юл үтергә тура килә һәм ни тиклем оҙағыраҡ йөрөһәң, шул тиклем күберәк тауар кәрзинеңә төшөп ята.
«Һатып алырға кәрәкле тауарҙар исемлеге тотҡан ир-егет алдында бөтә донъяның маркетологтары көсһөҙ» тигән әйтем ысынлап та дөрөҫ! Әгәр аныҡ планығыҙ булып, шуға таян-һағыҙ, кәрәкмәгән шаҡы-шоҡо һатып алыуҙан азат булырһығыҙ. Магазин- ға барыр алдынан, өйҙә ниндәй продукттарҙың күп булыуын, нимәләрҙең бөтөп барыуын тикшерегеҙ һәм кәрәклеләрен генә исемлеккә яҙығыҙ.
Мәшәҡәт булып тойолһа ла, туҡланыу менюһын алдан төҙөргә тырышығыҙ. Ул саҡта нимәне күпме алырға икәнен беләсәкһегеҙ, боҙолған, иҫкергән ризыҡтарҙы ташлап, аҡсағыҙҙы әрәм итмәйәсәкһегеҙ.

3. Ташламаларға иғтибар итегеҙ
Әгәр эргәгеҙҙә бер нисә супермаркет булһа, ҡайҙа нимәнең арзан булыуын, хаҡтарҙы сағыштырығыҙ. Тегендә-бында сабып йөрөргә кәрәкмәй: бының өсөн тиҫтәләрсә бушлай мобиль ҡушымталар бар. Уларҙы телефонға ҡуйып, хаҡтарҙы сағыштырырға, ҡайҙа ниндәй акция барыуын белеп торорға мөмкин. Бер урындан ярма һатып алыу отошло булһа, икенсе ерҙән – ит йәки балыҡ.
Мәҫәлән, мин «Едадил» ҡушымтаһы менән ҡулланам. Әгәр арзан хаҡҡа тауыҡ бото һатып алырға теләһәм, ҡушымтала «тауыҡ бото» тип яҙам, ҡайҙа ниндәй акция барыуы менән танышам һәм тап шунан һатып алам. Магазинға ингән урында реклама каталогтары була, уларҙы ҡарап та әлеге мәлдә ниндәй тауарҙарҙың ташлама менән һатылыуын белергә мөмкин.
Ҡайһы берәүҙәр акция – ул яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан тауарҙарҙы һатыу, тип аңлай. Был улай түгел. Ғәҙәттә, етештереүселәр хаҡты күмәртәләп һатыу кимәленәсә төшөрә һәм әлеге партияны тиҙерәк һатып бөтөп, әйләнеш иҫәбенә ота: партия күләмен арттырған осраҡта бер берәмек тауарҙы етештереү хаҡы кәмей. Ярлыҡтағы хаҡ әйберҙең үҙҡиммәтенән барыбер юғарыраҡ була, сөнки бер предприятие ла үҙенә зыян килтереп эшләмәй!

4. Тауарҙың ысын хаҡын белегеҙ
Ташлама менән күрһәтелгән хаҡты ғына түгел, элеккеһен дә ҡарағыҙ. Ҡай-һы берҙә шулай ҙа була: хаҡты 50 һум-ға арттыралар ҙа, ҙур ташламалар тураһында иғлан итеп, 30 һумға кәметәләр. Һөҙөмтәлә «акция» буйынса һатылған тауар күрше магазиндағы акцияһыҙҙан ҡиммәтерәк булып сыға. Яратҡан тауарҙарығыҙға хаҡтарҙы күҙәтеп барыу ошоноң ише ялған ташламалар ауына ҡапмаҫҡа ярҙам итер.

5. Ни тиклем ябайыраҡ, шул тиклем яҡшыраҡ
Эре селтәрҙәр кешенең тормошон мөмкин тиклем еңелләштереү юлдарын тәҡдим итеп, аҡса эшләү яйын ҡарай. Күптән түгел бер супермаркетта 17 һумға бешкән йомортҡа һатылыуын күрҙем. Арыу уҡ хаҡҡа винегрет өсөн йәшелсә йыйылмаһы ла бар ине. Әгәр ошо аҙыҡ-түлекте айырым һатып алып бешерһәң, яҡынса биш тапҡыр арзан буласаҡ.
- Теленгән икмәк, сыр һәм колбаса ла бөтөндәренән күпкә ҡиммәтерәк тора. Һеҙ икмәкте үҙегеҙ телеп ашай алмайһығыҙмы ни? Был тауыҡ һәм балыҡты бөтәүләй алыуға ла ҡағыла. Бөгөн күп кенә сауҙа нөктәләрендә теләгән бер тауарҙы һеҙ теләгәнсә киҫеп бирәсәктәр һәм был тулыһынса бушлай.
- Йыуылмаған йәшелсә һәм емеште һайлағыҙ. Улар арзаныраҡ та, шул уҡ ваҡытта оҙағыраҡ та һаҡлана.
- Үҙ миҙгелендә өлгөргән йәшелсә һәм емештәр арзан да, файҙалы ла була.
- Әҙер йыйылмалар һатып алмағыҙ, шул уҡ винегретҡа тигән аҙыҡ-түлекте айырым һатып алыу күпкә отош-лораҡ.

6. Тауарҙы теҙеү серҙәрен белегеҙ
- Иң ҡиммәтле тауар күҙ тәңгәлендәге кәштәләргә һалына, арзаныраҡтары йә аҫҡы йәки өҫкө кәштәләр-ҙә урын ала. Яңы ризыҡтар төпкәрәк ҡуйыла, ә яраҡлылыҡ ваҡыты сығып барғандары иң алға теҙелә.
- Ярлыҡтағы хаҡҡа түгел, хаҡтың берәмегенә иғтибар итегеҙ. Ябай итеп әйткәндә, әлеге аҙыҡтың бер килограмы, литры күпме булыуын иҫәпләп ҡарағыҙ. Эргәләге тауар ҡиммәтерәк күренһә лә, дәүмәле (ауырлығы) йәһәтенән күпкә отошло булыуы ихтимал.
- Ғәҙәттә, ҙур ҡап бәләкәйенән отош-лораҡ була. Мәҫәлән, ике килограмдан бүленгән дөгө бер килолыҡ ҡаптан арзаныраҡҡа төшә. Шулай ҙа артығын алмағыҙ. Ҡайһы берәүҙәр коронавирус башланғанға тиклем һатып алған ҡарабойҙай ярмаһын әле булһа ашап бөтмәгәндер.
- Үҙҙәренең шәхси сауҙа маркаһы аҫтында һатылған продукцияны эре сауҙа селтәрҙәре билдәле бренд булған етештереүсенән заказ менән эшләтәләр, әммә ул арзаныраҡ, сөнки етештереүсе һәм магазин араһында аралашсы юҡ.
- Касса янында һаҡ булығыҙ – унда махсус рәүештә кәрәкмәгән ваҡ-төйәкте ҡуялар. Кеше магазинда йөрөп арый, ә бында күҙҙе ҡыҙҙырып батончиктар, һағыҙҙар, кәнфиттәр, һыу-лы шешәләр тора.

7. Күмәртәләп һатыу
базаларына йөрөгөҙ
Әгәр яҡында күмәртәләп һатыу базаһы булһа, туғандар, дуҫтар менән берләшеп, уртаҡ һатып алыуҙар ойошторорға була. Әммә башта хаҡтарҙы, юлға киткән ваҡытты, яғыулыҡ сығымдарын иҫәпләп ҡарағыҙ.

Фото: freepik.com

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова