Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда бушлай диспансерлаштырыу тергеҙелде. Нимәләрҙе белергә кәрәк?

Республикала, бер ай самаһы туҡтап торғандан һуң, планға ярашлы медицина тикшереүҙәре һәм халыҡты диспансерлаштырыу тергеҙелде. Белеүегеҙсә, ғинуар аҙағында “омикрон” ҡапыл таралыу сәбәпле, поликлиникаларҙың эшмәкәрлегендә көсөргәнеш тыуҙы һәм әлеге эштәр туҡтатып торолдо. Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, хәҙер хәл-торош тотороҡланды һәм сикләүҙәрҙе кәметергә мөмкин. Графикка ярашлы, йыл аҙағына тиклем төрлө йәштәге миллиондан ашыу кеше һаулығын тикшертергә тейеш.

Башҡортостанда бушлай диспансерлаштырыу тергеҙелде. Нимәләрҙе белергә кәрәк?
Башҡортостанда бушлай диспансерлаштырыу тергеҙелде. Нимәләрҙе белергә кәрәк?

Диспансерлаштырыу медицина тикшереүенән нимәһе менән айырыла?
Диспансерлаштырыу – профилактик тикшерелеү сараһы. Ул кеше үҙе лә белмәгән йәки иғтибар биреп еткермәгән сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Уның барышында төрлө яман сирҙәр башланғыс стадияһында асыҡлана. Медицина тикшереүенән айырмалы рәүештә диспансерлаштырыу тулыһынса бушлай һәм һәр кемдең үҙ иркенә ярашлы үткәрелә: кеше уны үтергә хоҡуҡлы, әммә бурыслы түгел.
Һеҙ үҙегеҙ теркәлгән поликлиникаға килеп, терапевт тәғәйенләгән табиптарға күренәһегеҙ, анализдар бирәһегеҙ һәм тикшереүҙәр үтәһегеҙ. Йәшкә ҡарап, исемлек бер аҙ үҙгәрә, әммә, ғәҙәттә, унда УЗИ, флюорография, ЭКГ һәм башҡа төрлө тикшеренеүҙәр билдәләнә. Кәрәк тип табылһа, терапевт диспансерлаштырыуҙың икенсе этабына йүнәлтмә бирә. Был осраҡта инде проблемалы тип табыл-ған ағзалар ентеклерәк рәүештә яңынан ҡарала. Коронавирус менән сирләүе рәсми теркәлгән ауырыуҙар, дөйөм ҡан анализы, сатурация һәм ЭКГ һөҙөмтәһе берәй кәмселек күрһәтһә, ентекле тикшеренеү үтә ала. Уны терапевт билдәләй.
Әгәр был анализдарҙы түләүле клиникала бирһәгеҙ, дөйөм алғанда 20 мең һум самаһы түләргә тура килер ине. Ә был осраҡта һеҙҙең тикшеренеү өсөн аҡса бүленгән. Практиканан күренеүенсә, ҡайһы бер ауырыуҙарға бик ҡиммәтле тикшеренеү төрҙәре тәғәйенләйҙәр, әммә диспансерлаштырыуға ярашлы, улар барыһы ла бушлай эшләнә.

Миңә билдәле булмаған ниндәй сирҙәр тураһында һүҙ бара?
Диспансерлаштырыу барышында, ғәҙәттә, кеше үҙе лә белмәгән сирҙәр асыҡлана. Был бик яҡшы күренеш, сөнки сирҙе аҙмаҫ борон асыҡлау күпкә яҡшыраҡ.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр диспансерлаштырыу барышында Башҡортостанда 21 кешелә – туберкулез, 575 осраҡ – яман шеш, 1814 осраҡ – шәкәр диабеты, 12 меңгә яҡын пациентта юғары ҡан баҫымы һәм 2,5 мең кешелә йөрәк ишемияһы асыҡланған. 30 меңдән ашыу кеше – шифаханаларға, 716-һы юғары технологиялы медицина ярҙамы алыуға, 16 мең пациент өҫтәмә диагностикалауға йүнәлтелгән.
Шундай алтын ҡағиҙә бар: һаулығыбыҙҙың 30 проценты – тәбиғәттән, 20 проценты – медицинанан һәм 50 проценты үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә күп нәмә – кешенең үҙ ҡулында.

Кемдең хоҡуғы бар?
Медицина тикшеренеүен 18 йәштән башлап һәр өс йыл һайын үтергә кәрәк. Быйыл 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998, 2001 һәм 2004 йылда тыуғандарҙың сираты. Тыуған көндө көтөргә кәрәкмәй. Әгәр һеҙгә декабрҙә 30 йәш тула икән, тикшереүҙе әле үк үтә алаһығыҙ. 40 йәштән һуң медицина тикшереүен йыл һайын үтергә мөмкин.

Нисек яҙылырға?
Быны дүрт төрлө юл менән эшләргә мөмкин:
- 122 телефоны буйынса;
- «Дәүләт хеҙмәттәре» аша;
- «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша;
- поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеп.

Эш урынынан нисек һорап китергә?
Диспансерлаштырыу – дауаланыу түгел, шуға күрә уның өсөн ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелмәй, пособие түләнмәй, уның ҡарауы уртаса эш хаҡы һаҡланған ял көнө алырға мөмкин. Ә эшләп йөрөгән пенсионерҙарға һәм пенсияға тиклем биш йыл ваҡыт ҡалғандарға уртаса эш хаҡы һаҡланған ике ял көнө тейеш. Был хаҡта Рәсәй Хеҙмәт кодексының «Диспансерлаштырыу үткән хеҙмәткәрҙәргә гарантиялар» тип аталған 185.1-се статьяһында әйтелгән.
Үҙ белдегең менән медицина тикшереүе үтеү өсөн эштән китергә ярамай – был хеҙмәт дисциплинаһын боҙоу буласаҡ. Иң тәүҙә етәкселекте иҫкәртегеҙ, диспансерлаштырыу үтегеҙ һәм терапевтан ошо хаҡта белешмә алығыҙ.
Шуны ла белеп ҡуйығыҙ: диспансерлаштырыуҙы үтеү өсөн бер генә көн етмәүе ихтимал. Икенсе көндө үҙ иҫәбегеҙгә алырға тура киләсәк.
Эш ваҡытында диспансерлаштырыу үтеү – хеҙмәткәрҙең хоҡуғы, шул уҡ ваҡытта бурысы түгел. Әгәр ял алыу мөмкин түгел икән, табиптарға шәмбе көнө күренергә мөмкин. Әммә диспансерлаштырыу өсөн тейешле ял көнө һаҡланмай, йәғни уны отпускыға ҡушып, киләһе йылға ҡалдырып, бының өсөн аҡса һорап булмай. Мәҫәлән, әлеге мәлдә һеҙгә 33 йәш һәм һеҙ диспансерлаштырыу үтергә хоҡуҡлыһығыҙ. Быйыл үтмәһәгеҙ, был хоҡуҡ киләһе йылға күсмәй. Тимәк, һеҙ артабан 36 йәштә генә диспансерлаштырыу үтә алаһығыҙ.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Сиратһыҙ диспансерлаштырыу үтә алалар:
1) Хеҙмәт геройҙары;
2) Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзалары;
3) хәрби хәрәкәттәр ветерандары;
4) блокадалағы Ленинградта йәшәгән кешеләр;
5) балиғ булмаған йәштә концлагерь тотҡоно булыусылар;
6) Рәсәйҙең Почетлы донорҙары;
7) радиация һәләкәтенән зыян күреүселәр;
8) сәйәси золомдан зыян күреүселәр;
9) реабилитацияланған шәхестәр;
10) 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтары, инвалид балалар.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районында йәшәүселәргә табипҡа күренеүгә, диспансеризация үтеүгә йәиһә профилактик тикшерелеүгә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, 122 берҙәм номеры аша яҙылырға, поликлиникаға мөрәжәғәт итергә йәиһә 8 (34770) 2-13-48 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
1 марттан, яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы мобиль вакцинация пункттарына мөрәжәғәт итеүсе кешеләрҙең кәмеүен иҫәпкә алып һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт эшмәкәрлеген рациональ файҙаланыу маҡсатында, район Мәҙәниәт һарайында вакцинация пункты үҙ эшен тамамланы. Шул уҡ ваҡытта һәр кем йәшәгән йәиһә ваҡытлыса беркетелгән урын буйынса поликлиникала вакцинация йәки ревакцинация үтә ала.
Поликлиникала прививка кабинетының эш режимы: дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем. Алдан яҙылырға йәиһә поликлиникаға килеп вакцинация үтергә мөмкин.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова